Шамун Фидаи

Ҡасим Мөхәммәтйән улы Шакирйәнов, Шамун Фидаи (15 июнь 1902 йыл — 1920 йыл) — башҡорт революционер-шағиры.

Шамун Фидаи
Исеме:

Шакирйәнов Ҡасим Мөхәммәтйән улы

Тыуған көнө:

15 июнь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур ҡалаһы

Вафат булған көнө:

1920({{padleft:1920|4|0}})

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, революционер

Ижад йылдары:

19181920

Жанр:

поэзия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

төрки теле

Биографияһы Шамун Фидаи 1902 йыл йылдың 15 июнендә Ырымбур ҡалаһында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, Өфөгә килеп «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Мәҙрәсәләге «Милли көй, сәхнә һәм әҙәбиәт» түңәрәгендә актив ҡатнаша, шиғырҙар яҙа башлай.

Бөйөк Октябрь социалистик революцияһын Шамун Фидаи Өфөлә ҡаршылай. Ул революцияға тиклем үк Өфө коммунистары менән яҡындан бәйләнешкә инә һәм большевистик «Алға» газетаһында революцион шиғырҙарын, нәҫерҙәрен баҫтыра.

1919 йылда Өфөлә һәм Бәләбәй ҡалаларында 5-се Армияның политбүлеге органы «Ҡыҙыл яу» газетаһында эшләй, бер нисә тапҡыр фронтта була.

Шамун Фидаи 1920 йыл башында Ырымбурҙан Өфөгә ҡайта һәм «Йәш коммунист», «Йәш көс» тигән комсомол газеталарында редактор булып эшләй. Ул комсомолдың Өфө губерна комитетында ла яуаплы эштәр алып бара.

1920 йылда Ш. Фидаи комсомолдың III Бөтә Россия съезына делегат итеп һайлана. Ләкин ул съезға китер алдынан, июнь айында, таланған һәм йәберләтелгән кешеләр (кулактар) тарафынан үлтерелә.

Шамун Фидаиҙың әҙәби мираҫы ҙур түгел. Ул — «Алға», «Ҡыҙыл яу», «Йәш коммунист», «Ҡыҙыл юл» һәм башҡа газеталарҙа баҫылған тиҫтәләгән шиғырҙарҙан, нәҫерҙәрҙән һәм публицистик мәҡәләләрҙән ғибарәт.

Әммә ул әҫәрҙәр ялҡынлы комсомол шағирының Башҡортостанда революция һәм граждандар һуғышы йылдарының революцион һулышын, героик пафосын тойҙороуы менән ҡиммәт.

1972 йылда рус телендә «Йөрәк ялҡыны» исеме менән шиғырҙар йыйынтығы сығарыла.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

15 июнь1902 йыл1920 йыл

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Кинйәкәев Сабир Мөьмин улыМедицинаHTMLЯва телеФутбол буйынса Англия йыйылма командаһыСәғәтҒәйшәГУЛАГ-тың Салауат ҡалаһындағы лагерҙарыБашҡорт милли кейемеБөйөк депрессияКатолик сиркәүеБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМаргарет ТэтчерШвейцарияӘл-Фатиха сүрәһеҺуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелешеҘур сфинксБлогҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүБал ҡорто ағыуыНельсон МанделаДжо БайденАллергияМоро ислам азат итеү фронтыНаталья ВодяноваКилограммҠытай яҙыуы20 сентябрьҠарткиҫәкСалауат (Ислам)Мостай КәримӘһәмәниҙәр дәүләтеСәхәрЛитосфераЗидан Зинедин1838 йылҺиндостанИталияМалай архипелагыХолокостАрыҫлан күпере (Санкт-Петербург)СимметрияҒәлләмов Салауат Абдрахман улыКацусика ХокусайАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттары2 декабрьТуризмНартайлаков Мажит АхметовичБетонЛуи ПастерБрокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегеЙосемити милли паркыТолмачевка (Ауырғазы районы)Пантеон (Рим)УрыҫтарБашҡортостан Республикаһының Финанс министрлығыДарыу үҫемлектәре2019 йылХөршидбаныу НатаванРус православие сиркәүеЫсын һанЕнси акт🡆 More