Төҙөлөш Материалдары

Бөгөнгө көнгә тиклем ҡулланылған тәүге төҙөлөш материалдарының береһе — кайнозой эраһының дүртенсе осоронда формалашҡан балсыҡ, ҡом һәм башҡалары .

Ағас, таш һәм кирбес кеүек материалдар менән бер рәттән сәнәғәт революцияһы башланыу менән төҙөлөш материалдарының яңы төрҙәре — бетон, ҡорос, быяла һәм пластмасса барлыҡҡа килә. Хәҙерге ваҡытта тимер-бетон һәм металлопластик әүҙем файҙаланыла..

Төҙөлөш материалдары
Рәсем
Төҙөлөш Материалдары Төҙөлөш материалдары Викимилектә
Төҙөлөш Материалдары
Бетон һәм металл арматураһы иҙән эшләү өсөн ҡулланыла.
Төҙөлөш Материалдары
Башҡорт өйө янында. С. М. Прокудин-Горский фотоһүрәте, 1910 йыл
Төҙөлөш Материалдары
Бостондағы был стена төрлө типтағы кирбес һәм таш нигеҙҙәрҙән тора.

Бүленеше

Сығышы буйынса

Иң мөһим тәбиғи төҙөлөш материалдары булып ағас, таш, ҡом һәм ҡырсынташ, һәм иң мөһим яһалма материалдар булып: цемент, бетон, тимер, алюминий, быяла, кирбес, эзбиз һәм гипс тора.

Тәғәйенләнеше буйынса

  • конструктив материалдар (таш, кирбес, бетон, тимер-бетон, тимер, ағас һ.б.);
  • бәйләүсе материалдар (гипс, цемент, ыҫмала, битум, эзбиз һ.б.);
  • ҡыйыҡ ябыу өсөн материалдар (черепица, тегола, гипс һ.б.);
  • изоляция материалдары (гидроизоляция, йылылыҡ изоляцияһы һәм тауыш йәки акустик изоляция);
  • тышлау өсөн материалдар (иҙән япмалары һәм стеналарҙы тышлау өсөн материалдар);
  • монтаж материалдары (сантехник ҡоролма, канализация ҡоролмаһы, йылытыу ҡоролмаһы, электр ҡоролмаһы һ.б.).

Составы буйынса

  • ябай төҙөлөш материалдары;
  • ҡатмарлы төҙөлөш материалдары (улар ябайҙарҙы берләштереү юлы менән барлыҡҡа килә: мәҫәлән. бетон цемент, ҡырсынташ һәм һыу ҡатнашмаһынан барлыҡҡа килә).

Конструктив үҙенсәлектәре буйынса

  • төп төҙөлөш материалдары;
  • бәйләүсе төҙөлөш материалдары.

Тәбиғи төҙөлөш материалдары

Тәбиғи төҙөлөш материалдары (ағас, таш, ҡом, ҡырсынташ һәм балсыҡ) был материалдарҙы эшкәртеүһеҙ төҙөлөш объекттарына индерергә мөмкин. Улар яһалма төҙөлөш материалдары етештереү өсөн сеймал сифатында ҡулланыла.

Ағас

Ағас — иң боронғо тәбиғи төҙөлөш материалдарының береһе. Кешелек цивилизацияһының иртәрәк осоронда ағасты аласыҡ, теплица, бура һ.б. яһау өсөн ҡулланғандар. Бөгөн ағас башлыса колонналар, балкалар, иҙән һәм стена япмалары, түбә конструкциялары, төҙөлөш өсөн ағас әйберҙәр (ишектәр, тәҙрәләр һ.б.), бетон һалырға ҡалыптар һ.б. етештереү өсөн файҙаланыла.

Төҙөлөштә ағас үҙенсәлектәре

  • сағыштырмаса еңел булыуы менән бер рәттән ярайһы ҡаты;
  • ныҡлыҡ;
  • еңел эшкәртелә;
  • йылылыҡ һәм тауыш үткәреүсәнлеге түбән .

Ағас әле лә йыш ҡына төҙөлөштә ҡулланыла һәм ул башҡа материалдарға ҡарағанда ҙур өҫтөнлөккә эйә.

Етешһеҙлектәре

Ағастың берҙән-бер етешһеҙлеге — янып китеүсәнлеге һәм дымға, бәшмәктәргә һәм бөжәктәргә бирешеүсәнлеге.

Таш

Таш шулай уҡ боронғо төҙөлөш материалдарының береһе булып тора. Таш — иң ныҡлы төҙөлөш материалы.

Кеше үҙ биләмәләрен төҙөү өсөн тарихҡа тиклемге осорҙа ла уны ҡулланған. Бөгөн бер нисә мең йыллыҡ таштан һалынған биналар (пирамидалар) бар . Таш тәбиғәттә күпләп осрай. Таш сығара торған карьерҙар бар.

Таштың иң билдәле төрҙәре: гранит, эзбизташ, ҡомташ, мәрмәр.

Ташты ваҡлау

  • эшкәртелгән таш;
  • эшкәртелмәгән таш.

Эшкәртелмәгән таш төҙөлөштә нигеҙ, терәк стеналар, түшәмәләр, юл япмалары һ. б әҙерләгәндә ҡулланыла.

Эшкәртелгән таш ваҡланған, онталған, шымартылған, ялтыратылған, ырылған, ваҡ таш һәм ҡом булыуы мөмкин.

Полимер төҙөлөш материалдары

Полимер материалдар тәбиғи йәки синтетик юғары молекуляр органик берләшмәләр булып тора.

Ныҡлыҡ үҙенсәлектәре буйынса полимерҙарҙы түбәндәге төрҙәргә бүләләр:

  • пластиктар (ҡаты)
  • эластики (һығылмалы).

Полимер материалдарҙа матдәләрҙең өс төркөмө бар:

  • бәйләүсе
  • пластификаторҙар
  • тултырыусылар.

Тотороҡлолоғо

2017 йылда биналар һәм ҡоролмалар донъяла етештерелгән энергияның 36 процентын ҡулланған һәм энергетикаға бәйле глобаль ташландыҡтарҙың 39 проценты өсөн яуаплы булған. Төҙөлөштөң үҙ өлөшө иһә ни бары 6 проценттан 11 процентҡа тиклем тәшкил иткән. Төҙөлөш материалдарын етештергәндә, башлыса электр энергияһын файҙаланыу иҫәбенә энергия ҡулланыу төҙөлөш тармағында ҡатнашыуҙа өҫтөнлөклө урын тота.

Тағы ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Мощанский Н. А. Строительные материалы сегодняшнего и завтрашнего дня. — Москва: Знание, 1956. — 24 с.
  • Журавлёв И. П., Лапшин П. А. Каменщик / Э. Юсупянц. — 2-е. — Ростов н/Д.: Феникс (издательство), 2000. — 416 с. — (Начальное профессиональное образование). — ISBN 5-222-03437-2.
  • ГОСТ 530—2012. Кирпич и камень керамические. Общие технические условия.
  • ГОСТ 379—2015. Кирпич, камни, блоки и плиты перегородочные силикатные. Общие технические условия.

Тышҡы һылтанмалар



Төҙөлөш Материалдары  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Tags:

Төҙөлөш Материалдары БүленешеТөҙөлөш Материалдары Тәбиғи төҙөлөш материалдарыТөҙөлөш Материалдары Полимер төҙөлөш материалдарыТөҙөлөш Материалдары ТотороҡлолоғоТөҙөлөш Материалдары Тағы ҡарағыҙТөҙөлөш Материалдары ИҫкәрмәләрТөҙөлөш Материалдары ҺылтанмаларТөҙөлөш Материалдары ӘҙәбиәтТөҙөлөш Материалдары Тышҡы һылтанмаларТөҙөлөш Материалдары

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Екатерина IIГәрәев Муса Ғайса улыХалыҡ-ара валюта фондыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыМиланДонъя финанс баҙарыЙәйәләрСәсәнБашҡорт телендә аффиксация24 апрельЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты20 апрельХрущёв Никита СергеевичТатарстан РеспубликаһыҒиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улыБронза быуатыАсыу тәлгәштәреСалауат (Ислам)ГәзитҠояш7 апрельЭлектроникаМәскәүАһалтәкә атыБәйләүес112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыБеренсе донъя һуғышыБөрйән районыМәскәү өлкәһеМәжүсилекҠурған (ҡала)Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыЙоһанн Вольфганг фон ГётеМәҙрәсәГригориан стилеВикимилекҺыу7 февральЯнцзыИсламИсмәғилев Заһир Ғариф улыШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыИтЭрзә телеКәкүк (мифологияла)Ислам тарихыҠушма һөйләмӘбделҡадир ИнанИзраиль2017 йылАбай ҠонанбаевЙолаДиалектУльтрафиолет нурланышТверьЯлан кантоныКилешФTendenceБүреләр (рок төркөмө)Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыҠара гөбөргәйелМалайзия🡆 More