Тимер Юл Транспорты

Тимер юл транспорты — йөктәрҙе һәм пассажирҙарҙы тәгәрмәсле транспорт саралары менән рельс юлдары буйынса йөрөтөүсе ер өҫтө транспорты төрө.

Тимер юл транспорты
Рәсем
Код МСОК 4 491
Тимер Юл Транспорты Тимер юл транспорты Викимилектә
Тимер Юл Транспорты
Быуындар осрашыуы. 1976

Ҡулланылышы

Күп кенә илдәрҙә транспорттың барлыҡ төрҙәре араһында тимер юл транспорты төп урынды алып тора, был уның универсаллеге менән аңлатыла: иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарына хеҙмәт күрһәтеү һәм халыҡтың барлыҡ климат зоналарында ла тиерлек пассажирҙар йөрөтөүгә булған ихтыяжын тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.

Тимер юл транспортының төп өҫтөнлөктәре: күпләп йөк ташыу һәләте; оҙон араларға ҙур күләмле йөк ташыу һөҙөмтәлелеге; сағыштырмаса ҙур тиҙлек; ышаныс һәм именлек; ташыуҙарҙың үҙҡиммәте түбән; башҡа төр транспортҡа ҡарағанда тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо аҙыраҡ.

Һәр илдә тимер юл транспорты өлөшө иҡтисади-географик, демографик һәм башҡа факторҙарҙы иҫәпкә алып барлыҡҡа килә.

Тарихы

Кеше йөктө үҙе тартҡан боронғо тимер юлдар б. э. VI быуатына ҡарай; уның уйлап табыусыһы булып ете аҡыл эйәһенең береһе Периандр һанала. Тимер юлдар Бөйөк Британияла XVIII һәм XIX быуаттарҙа мөһим энергия сығанағы булған пар машинаһын уйлап табыуҙан һуң сәскә ата.

Тимер Юл Транспорты 
Бөтә донъя тимер юл селтәре

1880-се йылдарҙа беренсе электр поездары, шулай уҡ трамвай һәм тоннель барлыҡҡа килә. 1940-сы йылдарҙан башлап, күпселек илдәрҙә электрлашҡан паровоздарҙы дизель- электр менән алыштыра башлайҙар, был процесс 2000-се йылда тамамлана тиерлек. 1960-сы йылдарҙа Японияла һәм башҡа бер нисә илдә электрлаштырылған юғары тиҙлекле тимер юлдар барлыҡҡа килде.

Тимер Юл Транспорты 
Дизель локомотивы (һул яҡта) һәм электр локомотивы (уңда).

Тимер юл транспортының үҫеше, кәмеүе һәм тергеҙелеүе тарихын ҡулланылған энергия менән билдәләнгән бер нисә осорға бүлеп була.

Тимерҙән яһалған беренсе юл, ағас рельстар өҫтөнә суйын түшәм рәүешендә, 1768 йылда һалынған. Был яңылыҡ төрлө колея үлсәүҙәренә мөмкинлек бирә. 1790-сы йылдарҙа Бөйөк Британияла тулы тимер рельстар барлыҡҡа килә башлай. 1788 йылда Петрозаводск ҡалаһында Рәсәйҙең беренсе тимер юлы булған «Суйын тәгәрмәсле юл үткәргес» төҙөлә.

Тимер Юл Транспорты 
Ҡытаутамаҡ ҡалаһы янындағы Себер аръяғы тимер юлында башҡорт стрелка күсереүсеһе, С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1910

Рәсәй Федерацияһында уның бик ҙур биләмәһе һәм тәбиғи үҙенсәлектәре, эшкәртеү предприятиеларында сеймал базаһы алыҫ булған тимер юл транспорты транспорт системаһының нигеҙен тәшкил итә. Барлыҡ транспорт төрҙәренең (торба үткәргестәренән башҡа) йөк әйләнешенең 80 % -тан артығын, алыҫ һәм ҡала яны поездарында дөйөм файҙаланыуҙағы транспорттың пассажирҙар әйләнешенең 40 % тан артығырағын тимер юл бирә.

Рәсәй тимер юлдары — иң ҙур, яҡшы үҫеш алған, динамик һәм һөҙөмтәле эшләп килеүсе система. Илдең тимер юл селтәре 85 мең км-ҙан артыҡ оҙонлоҡҡа эйә

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Тимер Юл Транспорты ҠулланылышыТимер Юл Транспорты ТарихыТимер Юл Транспорты ӘҙәбиәтТимер Юл Транспорты ИҫкәрмәләрТимер Юл Транспорты ҺылтанмаларТимер Юл Транспорты

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Корей теле2018 йылда йыһанға осороуҙар исемлегеФевраль (Шаҡай)1877 йылБлаговещен (ҡала, Амур өлкәһе)Македон телеТыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл (Өфө)Нью-ЙоркТәре яуҙарыWorldCat (библиографик мәғлүмәт базаһы)Мираҫ хоҡуғыҠуштауБашҡорт алфавитыГәрәев Муса Ғайса улыҮлем язаһыРигаСимон БоливарИң эре йондоҙҙар исемлегеИң ҙур дәүләттәр исемлегеБелоруссияСәлим IГрадирняҠарткиҫәк мәктәбеБөгә (Мата ҡушылдығы)АрТөп халыҡтарБингьолБабсаҡ бейАнтикаЯрослав Гашек1872 йылБакуБоливияСинтаксисБеким СейрановичУраҙа байрамыСербияХалыҡ-ара фонетик алфавитАсҡыс (йоҙаҡ асҡысы)Латин алфавитыМәккә сүрәһеБелоруссияның ауыл хужалығыБейеүӘрзинжан (провинция)ФинляндияҠыҫалаМөхәббәтЕвразия берлегеСербтарБүләков Динис Мөҙәрис улыМәғрифәтселек дәүереБашҡорт милли кейемеЛена (Көйөргәҙе районы)Халыҡ иҫәбен алыуСанарХанты-Манси автономиялы округы — ЮграУҡытыусыЭлектротехникаБадминтонКарел ҡайыныӨфө губернаһыОло БашҡортостанБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһыКалийСкульптураМәрйенСократҡа тиклемге фәйләсуфтарӨҫтәмә ҡиммәткә һалымLinux🡆 More