Сталин Исемлектәре

Сталин атып үлтереү исемлектәре — Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан төрлө язалау (башлыса атып үлтереү) сараларына тәғәйенләнгән кешеләрҙең судҡа тиклемге исемлектәре, уларҙы Сталин үҙе һәм уның яҡын даирәһе алдан раҫлай.

Сталин исемлектәре
Дәүләт Сталин Исемлектәре СССР
Ваҡиға ваҡыты 1936, 1937 һәм 1938
Сталин Исемлектәре
Сталин, Ворошилов, Каганович, Жданов һәм Молотовтың ҡул тамғалары 1937 йылдың апрелендәге «атып үлтереү исемлегенең» беренсе битендә.

Дөйөм мәғлүмәттәр

Тәүге тапҡыр 2002 йылдың 5 мартына (И. В. Сталиндың вафатына 49 йыл) Рәсәй Федерацияһы Президенты Архивы һәм «Мемориал» йәмғиәте тарафынан күмәк кешене таныштырыу өсөн компакт-диск рәүешендә әҙерләнә. 2003 йылдың 5 мартына (50-йыллығы) исемлектәрҙең интернет-варианты нәшер ителә.

.Икенсе сығарылыш 2013 йылдың 5 мартына башҡарыла (60-йыллығы). Уны Халыҡ-ара Мемориал Рәсәй дәүләт социаль-сәйәси тарихы архивы, Рәсәй федерацияһы Президенты Архивы, «Яблоко» Рәсәй берләштерелгән демократик партияһы менән берлектә әҙерләй.

2021 йылдың 5 мартында Халыҡ-ара Мемориал үҙенең сайтында белешмәнең яңы версияһын урынлаштыра.

Бөтәһе 388 исемлек урынлаштырыла, улар 1936, 1937, 1938, 1940, 1942, 1950 йылдарға ҡарай һәм үҙ эсенә яҡынса 45 мең кешене индерә.

Йөкмәткеһе

Йәкмәткеһе нигеҙендә 1936—1938 йылдарҙа Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары ҡараған репрессияға дусар ителгән кешеләрҙең исемлектәре ята, улар Рәсәй Федерацияһы Президенты Архивында һаҡлана, исемлектәрҙең һаны — 383. Исемлектәргә 44,5 мең кеше ингән. Исемлектәр 11 томға берләштерелгән һәм 1937 йылдың 27 февраленән алып 1938 йылдың 29 сентябренә тиклем хронология буйынса урынлаштырылған. Тик 1936 йылғы датаһыҙ ике исемлек хронологияға тап килтерелмәгән, уларҙы яңылыш 1937 йылдың аҙағындағы исемлектәргә беркетеп ҡуйғандар. Бынан тыш, тағы ла 1940 йылдың ғинуары һәм сентябре, 1942 йылдың ғинуары, 1950 йылдың марты һәм апрелендәге 5 исемлек бар, исемлектәрҙә 1125 исем теркәлгән..

2013 йылда әҙерләнгән CD дискыһы версияһына 33 фигурант буйынса биографик белешмәләр өҫтәлгән, ә шулай уҡ биографик белешмәләре урынлашырған дискыла дөйөм һандың яртыһында тәүге тапҡыр вафат булыу даталары дөрөҫләнгән.

Күрһәтелгән исемлектәр башлыса төп нөсхә экземпляры булып торалар, улар баҫып яҙыу машинкаһында яҙылған, ҡағыҙҙарҙа ҡултамғалар, резолюциялар һәм төҙәтмәләр бар. Сталиндың һәм Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаларының автографтары менән исемлек биттәре, шулай уҡ мөһим төҙәтмәләр булған биттәрҙең күпселеге текст рәүәшәндә генә түгел, ә һанлаштырылған рәүештә бирелә. Шулай уҡ архив делопроизвдствоһының оҙатыу документтары ла күрһәтелгән.

Бынан тыш, инеш өлөшө исемлектәрҙең барлыҡҡа килеүе тарихы, уларҙы НКВД һәм Үҙәк Комитеты Политбюроһына әҙерләү тәртибе тураһында мәғлүмәттәр бирә.

Исемлектәр технологияһы

Сталин Исемлектәре 
Үҙәк башҡарма комитеты һәм СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1934 йылдың 1 декабрендәге «Союздаш республикаларының енәйәт-процесуаль кодекстарына үҙгәрештәр индереү» исемле Ҡарары.

1934 йылдың 1 декабрендәге Үҙәк Башҡарма комитеты һәм СССР-ҙың халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарарына ярашлы ябайлаштырылған «исемлек» тәртибе барлыҡҡа килә, ҡарар С. М. Кировты үлтергәндән һуң ҡабул ителә. Ҡарар буйынса террористик ойошмалар һәм террористик акттар тураһындағы эштәр тиҙләтелгән тәртиптә (ун көнгә тиклем) алып барыла, суд тыңлауы ғәйепләнеүсеһеҙ, шаһитһыҙ үткәрелә, кассацион ялыуҙар, ярлыҡау буйынса үтенестәр ҡаралмай, үлеа хөкөмө шул уҡ көндә башҡарыла. «Ябайлаштырылған тәртиптә» эштәрҙе ҡарау ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының рөхсәте буйынса үткәрелә, уны махсус ҡарар менән нығыталар.

Башта 1934 йылдың 1 декабрендәге ҡарар эпизодик рәүештә ҡулланыла һәм башлыса айырым киң билдәлелек алған эштәр менән бәйле була. «Ябайлаштырылған тәртип» күләмен киңәйтеү 1936 йылдың көҙөндә СССР эске эштәр наркомы Н. Ежов тарафынан башлана. 4 октябрҙә Үҙәк Комитеты Политбюроһы (И. Сталин Сочиҙа ял иткән саҡта) Ежов һәм А. Вышинскийҙың 585 кешене исемлек менән хөкөм итеү буйынса мөрәжәғәтен тикшерә һәм һораулама аша ҡарар ҡабул итә. Ғәҙәттәге практиканан айырмалы рәүештә бындай һораулама аша ҡарар ҡабул итеүе тәүге тапҡыр үткәрелә. Бынан тыш, тәүге тапҡыр һүҙ суд ҡарауының «ябайлаштырған тәртибе» тураһында түгел, ә туранан-тура «суд язалау саралары» тураһында бара, йәғни, хөкөм итеү тураһында.

1937 йылдың февралендә Үҙәк Комитеты Политбюроһында кешеләр исемлектәрен (башлыса атып үлтереү хөкөмдәре) һораулама аша раҫлау һуңынан СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан әҙерләү регуляр нигеҙҙә башлана. Алдан язалау саралары билдәләнгә исемлектәрҙе Сталин үҙе шәхсән һәм уның партия буйынса иң яҡын фекерҙәштәре раҫлайҙар. Үҙәк Комитеты Политбюроһы был хаҡта формаль ҡарарҙар ҡабул итмәй, уларҙың ролен исемлектәрҙең үҙендәге «за» резолюциялары һәм ҡултамғалары үтәй. Тәүге бындай документ 1937 йылдың 27 февралендә булдырыла. . Унда 479 кеше күрһәтелә һәм хөкөм язаһы итеп атып үлтереү билдәләнә. Шуныһы ҡыҙыҡ, был исемлектәге бер нисә кеше билдәһеҙ сәбәптәр буйынса артабанғы исемлектәргә индерелә. Шулай итеп, Схема эшләй башлай: НКВД (Н. Ежов, ә 1938 йылдың 22 авгусынан Л. Берия) исемлектәрҙе булдыра һәм тәҡдим ит, Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары уларҙы раҫлай, СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы (В. В. Ульрих, һуңыраҡ А. Чепцов) уларҙы хөкөм итә. Мәғлүмәттәр буйынса бындай технология 1938 йылдың сентябренә тиклем өҫтөнлөклө була (һылтанма)

Әммә һуңғараҡ та был технологияны ҡулланыу осраҡтары була , тик уның күләме һәм тәртибе үҙгәрә. НКВД-ның һәм Прокуратураның берлектәге ғаризаһы буйынса 1934 йылдың 1 декабрендәге Ҡарарға ярашлы Үҙәк Комитеты Политбюроһы рәсми ҡарар сығара, ә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бындай ҡарарҙы Дәүләт оборона комитеты ҡабул итә.

Л. Берияның эше ошондай ысул менән әҙерләнгән һуңғы эш булып тора (1953 йыл).

Үҙәк Башҡарма комитетының һәм СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советының 1934 йылдың 1 декабрендәге Ҡарары 1956 йылдың 19 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән юҡҡа сығарыла.

Исемлектәр структураһы

Сталин Исемлектәре 
СССР НКВД ҡарамағындағы 46 ҡулға алынғандың исемлегенең беренсе бите, 1942 йылдың 29 ғинуары. И. Сталиндың резолюцияһы: «Исемлектәге бөтәһен дә атып үлтерергә. И. Ст.»

Ғәҙәттә, исемлектәрҙең беренсе битендә «СССР Юғары судының хәрби коллегияһы судына тәғәйенләнгә кешеләр исемлеге» тип яҙыла (ҡайһы берҙә ябай ғына — «Исемелек» йәки «Кешеләр исемлеге») тип яҙыла. Икенсе биттә исемлеккә ингән кешеләрҙең һаны тураһында белешмә бирелә. Ошо уҡ ваҡытта уларҙы территориаль бүленештәре һәм язалау категориялары буйынса бүләләр. 1-се категория атып үлтереүҙе аңлата (яҡынса 30 мең кеше), 2-се — 10 йылға хөкөм итеү (5 мең тирәһе кеше), 3-сө — 5-8 йылға хөкөм итеү (102 кеше). 1937 йылдың июленән һуң (Оло террорҙың башы) 3-сө категория исемлектәрҙә осрамай.

Артабан төбәк исемлектәре китә, һәр береһе яңы биттән һәм шулай уҡ категорияларға бүленә. 1937 йылдың яҙғы һәм йәй башы исемлектәрендә ҡайһы бер асыҡлауҙар ҡуйыла: «троцкист», «уңдар», «децистар», «брандлеровсылар», «меньшевиктар», «эсерҙар». Иң һуңғы исемлектәр «енәйәт» төрҙәре буйынса бүленмәйҙәр. Сит ил гражданжары ғәҙәттә төбәк исемлегенең эсендә үҙ аллы төркөмгә айырымлана. Күпселек осраҡта уларҙың һәр береһе өсөн айырым биттә белешмә бирелә, унда уның гражданлығы, тыуған урыны һәм йылы, СССР-ҙа ҡайҙа йәшәүе, һөнәре тураһында мәғлүмәттәр бирелә, шулай уҡ ғәйепләнеү статьяһы, ғәйебен таныу-танымауы күрһәтелә. 1937 йылдың 27 февралендәге һәм 19 мартындағы ике тәүге исемлеккә НКВД етәкселәре ҡултамға ҡуймаған. Һуңынан һәр исемлек һәм төбәктәр буйынса исемлектәргә һәм категорияларға наркоматтың яуаплы етәкселәре ҡул ҡуялар. Исемләп әйткәндә, В. М. Курский, С. Г. Гендин, Я. С. Агранов, М. И. Литвин, Л. Н. Бельский, В. Цесарский, И. И. Шапиро, М. П. Фриновскийҙарҙың ҡултамғалары бар. Украина буйынса ике исемлеккә СССР-ҙың эске эштәр наркомы урынбаҫары Л. Н. Бельский, Киев хәрби округының хәрби прокуроры Калошин һәм УССР прокуроры вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Л. И. Яченин ҡул ҡуйғандар.

Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары тарафынан исемлектәрҙе раҫлау

Ҡултамғалар һәм исемлектәрҙе раҫлау датаһы беренсе биттәрҙә ҡуйыла. Башта, ҡағиҙә булараҡ, Сталин ҡултамғаһын ҡуя. Айырым осраҡтарҙа, Сталин ҡултамғаһы урынында Молотовтың ҡултамғаһы ора, һәм бик һирәк — Ждановтыҡы. В. М. Молотов — 372 исемлеккә ҡул ҡуйған. Сталиндың ҡултамғаһы һәм «за» резолюцияһы 357 исемлектә һаҡланған. Л. М. Каганович — 188, К. Е. Ворошилов — 185, А. А. Жданов — 176, А. И. Микоян — 8, ә һуңыраҡ атып үлтерелгән В. С. Косиор — 5 исемлеккә ҡул ҡуйған. Ошо биттәр бөтәһе лә CD дискыһында скан рәүешендә күрһәтелгән. Ҡалған юғары ил етәкселәренең ҡултамғалары табылмаған.

1938 йылдың сентябренә тиклем Үҙәк Комитеты Политбюроһы ултырыштарының протоколдарында исемлектәр ҡаралыуы күҙәтелмәй. Ҡултамғалар ҡуйылғандан һуң исемлектәҙе НКВД-ға ҡайтаралар, шуға күрә улар делопроизводствоға теркәлмәй.

Хөкөм ҡарарҙарын үтәү һәм теркәү

НКВД-ға ҡайтарылған исемлектәрҙе СССР Юғары судының Хәрби коллегияһына ебәрәләр. Унда эштәрҙе 1934 йылдың 1 декабрендәге Ҡарарға ярашлы ҡарайҙар. Суд формаль рәүештә үтә. Эште тыңлау 5 — 10 минут ваҡытты ала. Ошо ваҡыт эсендә ғәйепләнеүсегә уның хоҡуҡтарын, ғәйепләнеү асылын аңлаталар, хөкөм ителеүсенең башҡарылған енәйәттәренә ҡарашын, уның күрһәтмәләрен һәм һуңғы һүҙен генә тыңлап өлгөрәләр, тип һанала. Хөкөм алдан билдәләнгән категория буйынса сығарыла. Тайпылыш осраҡтары булмай тиерлек. Хөкөм ҡарарын язалау алдынан иғлан ителә.

НКВД-ның элекке хеҙмәткәрҙәре өсөн «махсус тәртип» булдырыла. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың исемлектәре Сталинға айырым «Исемлек» йәки «Кешеләр исемлеге» исеме аҫтында папкала бирелә, Юғары судының Хәрби коллегияһы судына тәғәйенләнеше күрһәтелмәй. НКВД хеҙмәткәрҙәре фамилиялары дөйөм исемлектә булған осраҡтарҙа, фамилия тапҡырына «НКВД-ның элекке хеҙмәткәре» тип яҙыла. Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары раҫлағандан һуң исемлектәр башҡа бер ерҙә лә ҡаралмай — кешеләрҙе атып үлтерәләр, йәғни, Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаларының ҡултамғалары ысынында хөкөм итеү булып сыға. НКВД аппараты эштәре буйынса CD документтарында «махсус тәртиптә» 254 чекист хөкөм ителә. Беренсе «махсус» исемлек 1937 йылдың 16 июнендә раҫлана, һуңғыһы — 1938 йылдың 10 июнендә.

Хеҙмәт жаргоны

НКВД жаргонында исемлектәр буйынса атып үлтереүҙәр «альбом» йәки «альбом тәртибендәге» атып үлтереүҙәр тип атала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Tags:

Сталин Исемлектәре Дөйөм мәғлүмәттәрСталин Исемлектәре ЙөкмәткеһеСталин Исемлектәре Исемлектәр технологияһыСталин Исемлектәре Исемлектәр структураһыСталин Исемлектәре Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары тарафынан исемлектәрҙе раҫлауСталин Исемлектәре Хөкөм ҡарарҙарын үтәү һәм теркәүСталин Исемлектәре Хеҙмәт жаргоныСталин Исемлектәре Шулай уҡ ҡарағыҙСталин Исемлектәре ИҫкәрмәләрСталин Исемлектәре

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ОвидийӘбделҡадир ИнанХәрби антХамматов Яңыбай Хаммат улыЭнциклопедия2005 йылКарман һыҙатыҒаиләБеренсе донъя һуғышыЕвгений Моросников1934 йылҒүмәров Исхаҡ Идрис улыШығайОзеров Николай Николаевич (комментатор)Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙыВикимедиа фондыАфған һуғышыЙоһанн КрюгерЮлъяҡшин Радик Мөхәрләм улыЯрам-Халета-ЯхаБашҡортостан Республикаһының Юғары Суды112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыЯпонияЙәнМилләттәр Берләшмәһе1804 йылКугубаев Яков АнатольевичСолтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙыСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыКинотеатрAkStarҠылымЯнцзыТиҙләнешУльтрафиолет нурланышВаттАуыл хужалығыКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыМәскәүСыйырсыҡЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыАвстралияЙосопов Тимербай Йосоп улыЛантаноидтарҠарға бутҡаһыГазпром Нефтехим СалауатБойцова Мария ФилипповнаҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыАныҡлаусыЩетинков Евгений СергеевичМария-АнтуанеттаA (латин хәрефе)Мәжит ҒафуриНефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)Хәрби хеҙмәткәрҠобағош сәсәнҺарытау өлкәһеИҫәнғолов Шамил Наил улыЙылТимер юл транспортыҺүҙ төркөмдәреНазар НәжмиДор ШабашевицАуырғазы районыЙәләл-АбадБашҡорт теленең лексикаһыБоланутИҫәкәй (Бишбүләк районы)ВенгрияТауыҡ2004 йылАльвин Митташ🡆 More