Салауат Башҡорт Дәүләт Драма Театры: драма театры

Салауат башҡорт дәүләт драма театры — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһындағы драма театры.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры
Салауат Башҡорт Дәүләт Драма Театры: Тарихы, Директорҙары, Иҫкәрмәләр
Элекке исеме

Ауырғазы колхоз-совхоз театры

Эшләй башлаған

1933

Урынлашҡан

Башҡортостан Республикаhы һәм Салауат

Етәкселәре
Баш режиссёр

Сөләймәнов Зиннур Фәрит улы

Ссылки

театрсалават.рф

Тарихы

Театр тарихы 1933 йылдан башлана: ул Ауырғазы районының Талбазы ауылында колхоз-совхоз театры булараҡ ойошторола. Театрға нигеҙ һалыусы — Елизавета Шляхтина-Сыртланова, башҡорт театр сәнғәтенең иң тәүге профессиональ актёрҙарҙың береһе.

Коллективтың тәүге труппаһы ике актёр ғаиләһе вәкилдәренән торған — Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар, Ғәзизә Насирова һәм Бикташ Кәлимуллин. Улар үҙ ваҡытында колхоз-совхоз театрҙарының бөтә республика фестивалендә лә төп приздарҙы яулап йөрөүселәр. Театр эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла туҡтамай.

Актёрҙар өсөн тәүге йылдарҙа бер ниндәй уңайлыҡтар ҙа булмаған. Улар баракта, һуңынан төрлө яраҡлаштырылған биналарҙа, махсус сәхнәһеҙ эшләргә мәжбүр булған. Театрҙың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һәм, тәү сиратта, уның «йортло» булыуы 1977 йылда тәғәйенләнгән директор Марс Яппаров исеме менән турана-тура бәйле, нәҡ ул Салауат театрын бар йәһәттән дә яңы бейеклектәргә күтәреүсе. Ул — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Салауат ҡалаһының почетлы гражданы».

Салауат театрына данлыҡлы артист Вәзих Сәйфуллин 1965 йылда килә һәм унда 35 йыл буйы эшләй.

Театрҙа 75 йыл элек булдырылған матур йолаларға, яңылыҡтарға, замана драматургияһына ҙур иғтибар бирелә: музыкаль постановкалар күп ҡуйыла, әҫәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа, тормошҡа, кешеләргә яҡыныраҡ булғандары сәхнәләштерелә.

Директорҙары

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Салауат Башҡорт Дәүләт Драма Театры ТарихыСалауат Башҡорт Дәүләт Драма Театры ДиректорҙарыСалауат Башҡорт Дәүләт Драма Театры ИҫкәрмәләрСалауат Башҡорт Дәүләт Драма Театры ҺылтанмаларСалауат Башҡорт Дәүләт Драма ТеатрыБашҡортостан РеспубликаһыСалауат (ҡала)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СөнниҙәрАсыҡ контентСалауат Юлаев музейыДор ШабашевицЙосопов Тимербай Йосоп улыШтрих-кодДинастияАнуше АнсариКарл МарксҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрИстрополитана университетыБашҡорт әҙәбиәтеЮлъяҡшин Радик Мөхәрләм улыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыSkypeХәрби хеҙмәткәрБойцова Мария ФилипповнаЩетинков Евгений СергеевичВьетнамКоморЯбай һөйләмӘҙәби жанрҙарЕнси актМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаҠылымРИА НовостиМөсәтАмерика Ҡушма Штаттары президенттары исемлегеБлогӨфөЛакин Капитон МихайловичЭҙләүҙе оптималлаштырыуОвидийҠобағош сәсәнБизнесБАССР Юғары СоветыҺинд океанында Британия биләмәләреБашҡорт ХөкүмәтеҠәҙим АралбайУҡытыусы1893 йылКлеопатра VIIАфған һуғышыЙылайыр районыВикиөҙөмтәСергей Ковалёв (йүнсел)Ауыл хужалығыЛазенки (парк)АмниоттарВаҡытДжек НиколсонЙәһүдилекҺыусыҡҡан шишмәһе (Ейәнсура районы)Сундарбан (милли парк)Миокард инфарктыҠариҙел (йылға)Еңеү көнө1880 йылМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыТимербай ҡурайсыЙондоҙ дәүмәле🡆 More