Йәнбәков Рәмил Әхмәт Улы

Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы, Рәмил Йәнбәк (10 август 1952 йыл — 11 ғинуар 2017 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы.

СССР Журналистар союзы (1979), Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим (2015) исемендәге премиялар лауреаты.

Рәмил Йәнбәк
Йәнбәков Рәмил Әхмәт Улы
Исеме:

Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков

Тыуған көнө:

10 август 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Йомағужа районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Дауыт-Ҡайып ауылы

Вафат булған көнө:

11 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир һәм журналист

Ижад йылдары:

1974-2017

Жанр:

шиғриәт, журналистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002)

Биографияһы

Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков 1952 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ы Йомағужа районының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Дауыт-Ҡайып ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуған.

1969 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ ауылдарындағы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында башлай.

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1974 йылдың көҙөндә, бишенсе курста уҡып йөрөгәндә, Рәмил Йәнбәковты «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. Университетты тамамлағас та шул хеҙмәтен дауам итә. 1977 йылда баҫманың бүлек мөдире, 1980 йылда яуаплы сәркәтибе, ә 1986 йылда мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

1992 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтенә (аҙаҡтан «Китап» нәшриәте) эшкә күсә: редакция мөдире, баш мөхәррир була. 1994 йылдың авгусында нашриәт директоры итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында «Ватандаш», артабан «Тамаша» журналының, 1998 йылдан «Ағиҙел» журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Артабан рус телендә нәшер ителгән «Сельские узоры» журналында эшләй.

Журналистика өлкәһендә уңышлы хеҙмәт иткәне өсөн уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Әҙип 2017 йылдың 11 ғинуарында Өфөлә вафат була.

Әҙәби ижады

Рәмил Йәнбәктең шиғриәт юлына ныҡлап аяҡ баҫыуы уның 1-се интернат-мәктәптә уҡыған осорона тура килә: нәҡ мәктәп йылдарында ул ҡәләмен һынап ҡарай. Ә инде Башҡорт дәүләт университетында ул шиғриәткә ныҡлап ылыға. Филология факультетының башҡорт—рус бүлегендә эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби—ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, бер нисә йыл рәттән уның старостаһы була. Студент йылдарында республика гәзиттәренә, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһына хәбәрҙәр яҙып тора, ҡайһы бер баҫмаларҙа уның шиғырҙары донъя күрә.

Әҙип 1974 йылдан алып сирек быуаттан ашыу журналистика өлкәһендә эшләһә лә, шиғриәттән айырылмай. Уның «Оҙайлы яҙ» тигән тәүге шиғыр йыйынтығы 1990 йылда донъя күрә. Артабан бер-бер артлы туғыҙ китабы баҫылып сыға. «Бөркөт саңҡыуы» исемлеһе 2002 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ була.

Рәмил Йәнбәктең үҙенсәлекте шиғырҙарына композиторҙар Абрар Ғабдрахманов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ғайсин һәм Ришат Сәғитов тиҫтәнән артыҡ йыр ижад иткән. Уларҙың күптәре популяр йырсылар репертуарында ныҡлы урын алған.

Үҙенең әҫәрҙәрендә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадындағы матур традицияларҙы дауам иткәне өсөн Рәмил Йәнбәккә 2006 йылда үҙе тыуған Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы һәм башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән һиҙелерлек өлөшө өсөн 2015 йылда Бәләбәй районы хакимиәте булдырған Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия бирелә.

Әҫәрҙәре

Китаптары

  • Оҙайлы яҙ: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — 50 бит.
  • Билдәһеҙ һағыш: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 80 бит.
  • Тик һиңә табынам: Шиғырҙар, лирика. — Өфө: Китап, 1994. — 128 бит.
  • Төшөмдәге сәскәләр: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1996. — 118 бит.
  • Йыраҡ хыял: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2001. — 30 бит.
  • Бөркөт саңҡыуы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002. — 240 бит.
  • Аҡ ялан: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007.
  • Родная моя деревня (Дают-Каюп). — 2007. — 72 с. (рус.)

Ваҡытлы матбуғатта баҫылғандар

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар


Tags:

Йәнбәков Рәмил Әхмәт Улы БиографияһыЙәнбәков Рәмил Әхмәт Улы Әҙәби ижадыЙәнбәков Рәмил Әхмәт Улы ӘҫәрҙәреЙәнбәков Рәмил Әхмәт Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреЙәнбәков Рәмил Әхмәт Улы ИҫкәрмәләрЙәнбәков Рәмил Әхмәт Улы СығанаҡтарЙәнбәков Рәмил Әхмәт Улы ҺылтанмаларЙәнбәков Рәмил Әхмәт Улы10 август11 ғинуар1952 йыл2017 йылБашҡортБашҡортостан Яҙыусылар союзыСССР

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Марко ПолоҠариҙел (йылға)НикотинӘҙәби жанрҙарВикикитапханаҠотошов Рамаҙан Нурғәли улыЙәнДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыӨхүдМостай КәримСыйырсыҡТаралған йондоҙҙар тупланмаһыДинастияИнтернетИсмәғилев Заһир Ғариф улыБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыБеринг диңгеҙеҺессен27 апрельМетаболизмМәсетлеЧегодаевБашҡорт алфавитыКурдтарБашҡорттарХәрби хеҙмәткәрЖан МареБашҡорт халыҡ йырҙарыБәндәбикә кәшәнәһеАкротири һәм ДекелияЯрам-Халета-ЯхаАзимов АйзекМиндешБашҡортостан Республикаһы ХөкүмәтеБерлин2020 йылРәсәйҙең дәүләт символдарыПавел Романов1985 йылАмерика Ҡушма ШтаттарыБайдин Николай АнатольевичТицианАфған һуғышыМиокард инфаркты15 ноябрьАуыл хужалығыҒБлогАдольф ГитлерСибәғәтов Флүр Шәрифулла улыИраҡ тарихыАнтонов Алексей ИннокентьевичҺыу🡆 More