Пстыго Иван Иванович (10 апрель 1918 йыл — 23 февраль 2009 йыл) — штурм авиацияһы осоусыһы, Советтар Союзы Геройы, ете Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң Хәрби-һауа көстәре командующийы, 16-сы һауа армияһы командующийы, СССР Ҡораллы Көстәре авиацияһының Осоштар хәүфһеҙлеге үҙәк инспекцияһы начальнигы, авиация маршалы (29 апрель 1975).
Иван Иванович Пстыго | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Файл:Файл:Пстыго Иван Иванович.jpg Авиация маршалы И. И. Пстыго | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы) Сухополь ауылы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Үлгән ваҡыты | 23 февраль 2009 (90 йәш) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Вафат урыны | Мәскәү ҡалаһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ғәскәр төрө | Рәсәй Федерацияһының Хәрби-һауа көстәре | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби звание | СССР-ҙың Хәрби-Һауа көстәре, авиация маршалы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Часть | 211-се бомбардировка авиаполкы, 504-се штурм авиаполкы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Командалыҡ итеү | 893-сө штурм авиаполкы, | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
Иностранные награды: |
Иван Иванович Пстыго 1918 йылдың 10 апрелендә Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы) Сухополь ауылында тыуған. Белорус.
Крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡый, һуңынан Өфөнөң 3-сө урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә.
1936 йылдан хәрби хеҙмәттә.
1940 йылда Энгельс хәрби авиация лётчиктары училищеһын тамамлай һәм Хәрби-һауа көстәренең Одесса хәрби округына 211-се бомбардировка авиация полкына йүнәлтелә.
Бөйөк Ватан һуғышын лейтенант Пстыго Днестр йылғаһы буйындағы ялан аэродромында звено командиры вазифаһында ҡаршылай. 1941 йылдың 22 июнендә ул 211-се авиаполктың Су-2 бомбардировщиктары төркөмө составында үҙенең беренсе хәрби осошон яһай. Су-2-лә ул барлығы 21 хәрби осош яһай. Шуларҙың береһендә күрше Су-2-не Александр Покрышкиндың дошман самолеты менән бутап атып төшөрөүенә шаһит була.
Киев һәм Харьков дошман ҡулына ҡалғандан һуң, авиаполкта 11 генә самолет ҡалғас, башҡа осоусылар менән лейтенант Пстыгоны ла Балашов авиация училищеһына уҡырға ебәрәләр. Уларға яңы Ил-2 самолет-штурмовикты үҙләштерергә тура килә. Артабанғы йылдарҙа лётчик-штурмовик Иван Пстыго көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград фронттарында һуғыша, унда штурмовиктарҙың урам һуғыштарының етәксеһе була, Брянск, 1-се һәм 2-се Балтика буйы фронттарында, 3-сө Белорус һәм 1-се Украин фронттарында эскадрилья командиры, штурм авиацияһы дивизияһының һәм авиация корпусының һауа-уҡсылар хеҙмәте начальнигы була, Еңеү көнөн подполковник, 893-сө Ҡыҙыл Байраҡлы Витебск штурм авиацияһы полка командиры вазифаһында ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Пстыго барлығы 164 хәрби осош яһай, һауа һуғышында шәхсән ике дошман истребителен бәреп төшөрә.
Һуғыштан һуң Липецк ҡалаһына Хәрби-һауа көстәренең Юғары офицерҙар курсына ебәрелә. Уны уңышлы таммалағандан һуң Алыҫ Көнсығыш хәрби округында хеҙмәт итә, 53-сө ҡатнаш авиация корпусы командиры була. Артабан СССР Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһында уҡый, уны 1957 йылда тамамлағас, Хәрби-һауа көстәренең Ленинград хәрби округы командующийы итеп тәғәйенләнә 1985 йылдан — Хәрби-һауа көстәренең Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө командующийының беренсе урынбаҫары, бер йылдан командующий була. Уның ҡарамағында 64000 кеше, 1700 самолет иҫәпләнә. Йылына етегәсә сик боҙоусы самолеттар бәреп төшөрөлә. 1967 йылдан генерал-полковник И. И. Пстыго — СССР Хәрби-һауа көстәре баш командующийының хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары.
1975 йылда уға юғары хәрби дәрәжә — аваиация маршалы исеме бирелә.
1977 йылда Пстыгоға СССР Ҡораллы Көстәренең осоу хәүефһеҙлеге Үҙөк инспекцияһын булдырырға ҡушыла. Шул ваҡытта ул «осоу хәүефһеҙлеге формулаһын» индерә, һәм был формула әлегәсә ғәмәлдә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1978 йылдың 7 апрелендәге Указы менән авиация маршалы Пстыго Иван Ивановичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 11300). 1983 йылда ул СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙары төркөмөнә индерелә. Пстыго 59 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. 52 төр самолетты үҙләштерә, осоу стажы — 42 йыл. Һауала 7500 сәғәт була. Бик күп ҡанатлы машиналарға тормошҡа путевка бирә.
1995 йылда, Еңеүҙең 50 йыллығына РФ Оборона министрлығы башҡа хәрби начальниктар менән бер рәттән Пстыгоға ла яңы өлгөләге маршал формаһы тапшыра. «Сәмреғошло төймәләрҙе мин шунда уҡ ҡырҡып алып, Советтар Союзы гербы төшөрөлгәндәрен тегеп ҡуйҙым, — тип һөйәләй И. И. Пстыго 1995 йылдың 30 июнендә «Правда» гәзитенә биргән интервьюла. — Шевронды ла ҡырҡып алдым: американдар алдында маймылланып булмаҫ инде! Ә ике башлы сәмреғошло фуражканы баҡсала ырғытып киттем: әйҙә, унда ҡарға үҙенә оя ҡорһон. Формаһы буйынса ла, аксессуарҙары буйынса минең инаныуҙарыма тап килмәй, ә миңә инаныуҙарымды үҙгәртергә һуң».
2003 йылдың 25 июлендә 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк музейында «Курск һуғышы: алты тиҫтә йыл аша ҡараш» тип аталған түңәрәк ҡор үткәрелә, Пстыго унда «Курс дуғаһы күгендә» доклады менән сығыш яһай. Шул уҡ көндө ул «Курск алышына 60 йыл» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнә.
Мәскәүҙә йәшәй. Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһында консультант булып эшләй. 2008 йылда РФ Оборона министрлығының генераль инспекторҙары хеҙмәте ойошторолғас, һуңғы көндәренә тиклем генераль инспектор булып эшләй.
Иван Пстыго 2009 йылдың 23 февралендә 91-се йәшендә вафат була. 26 февралдә Троекуров зыяратында ерләнә.
1941—1991 йылдарҙа ВКП(б) (һуңынан КПСС) ағзаһы.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Пстыго Иван Иванович, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.