Парафин

Парафин — балауыҙ ға оҡшаҡан ҡатнашма, (нем.

Paraffin), нефть продукты, башлыса мол. м. 300—400 булған нормаль төҙөлөшлө туйынған C18—C35 углеводородтар ҡатышмаһы. С18Н38 (октадекан) дан С35Н72 (пентатриоконтанғаса).

Парафин
Парафиндан етештерелгән майшәмдәр. Парафин һәр төрөлө майшәм етештергәндә лә ҡулланыла.

Үҙенсәлеге

Тығыҙлығы 0,880-0,915 г/см³ (15 °C).Уның составында шулай уҡ изопарафин, нафтен‑ароматик, нафтен углеводородтары бар. Төҫһөҙ кристалл (иреү температураһы 45—65 °C, тығыҙлығы 880—915 кг/м³) йәки шыйыҡлыҡ (ҡайнау температураһы 180—360 °C); һыуҙа, этил спиртында иремәй, күп кенә органик иреткестәрҙә, минераль майҙарҙа ирей; тоҡаныуы 160 °C түбән булмаған, үҙенән‑үҙе тоҡаныуы 300 °C түбән булмаған яныусан матдә. Химик реагенттарҙың күбеһенә инерт; азот кислотаһы, һауалағы кислород (140 °C) һ. б. менән майлы кислоталарға тиклем окислана; хлор менән хлоропарафиндар барлыҡҡа килтереп реакцияға инә. Майлы нефть дистиляттарын артабанғы таҙартыу (көкөрт кислоталы, контактлы, перколяцион йәки башҡа таҙартыу) менән парафинһыҙлаштырыу (мәҫәлән, кетон һәм толуол ҡатышмаһы менән) һәм майһыҙландырыу (шыйыҡ углеводородтарҙан арындырыу) юлдары аша алына.

Бүленеше

Таҙартыу кимәленә ҡарап юғары таҙалыҡтағы техник, таҙартылған, таҙартылмаған, медицина һ. б. парафиндарға бүленә, улар еҫһеҙ, составында бензопирен булырға тейеш.

Ҡулланылышы

Аҡһым‑витамин концентраттары алыу, туҡыманы биҙәкләү өсөн, синтетик май кислоталары, шырпы, ҡәләм, май шәмдәре, синтетик йыуыу саралары етештереүҙә, αα‑олефиндар алыу өсөн сеймал, электроизоляция материалы, пластик майҙар компоненты, майлағыс майҙарға присадка булараҡ; юғары таҙалыҡтағы парафиндар — таралар, төрөү материалдары, Резина‑техник изделиелар эшләүҙә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә сәйнәй торған резинкалар компоненты сифатында, медицина парафины парафин менән дауалауҙа файҙаланыла.

Ҡарағыҙ

Парафин 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «парафин» мәҡәләһе бар

Tags:

Парафин ҮҙенсәлегеПарафин БүленешеПарафин ҠулланылышыПарафин ҠарағыҙПарафинБалауыҙ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Баш битМальта архипелагыБашҡорт алфавитыСәғәт бүлкәтеКоммерцияға ҡарамаған ойошмаРифәғилекФинляндия21 июльСтәрлетамаҡ өйәҙеОрангутандарКатолик сиркәүеШоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улыМолдоваОдраИшбирҙин Хәлил Әнүәр улыАкарологияБолгарУрал1 ғинуарБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһыБаязитов Риф Ишдәүләт улыБадминтонСуданРеспубликаФутболМолдавия кенәзлегенә нигеҙ һалыуБөйөк Кир IIБабсаҡ бейПоляк телеКириллицаҠотдосова Шәфиҡа Йософ ҡыҙы29 февральБеларусьЖуңғар ханлығыСумыЭрнест РезерфордXIX быуатЙәстү намаҙыАҙауФараджов Фаяз Гасым улыБөйөк француз инҡилабыАшҡаҙар (Йылайыр районы)ҺыуМагон БаркидБоливияҠанУльяновск өлкәһе1840 йылКоклеАдольф Гитлер1812 йылРумынияСәнғәтҺүҙ төркөмдәреДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыФигуралы шыуыуЙәншишмә (гәзит)ӘгержеТаулы Ҡарабах (регион)Тура мөйөшлө координаталар системаһыӘзербайжандарИке үлсәмле арауыҡТель-АвивӘбүл-Хәсән әл-ӘшғариМари теле1829 йылАлыҫ Төньяҡ🡆 More