Назаров Вячеслав Сергеевич (3 июнь 1952 йыл — 2 ғинуар 1996 йыл) — джаз тромбонисы, пианист һәм вокалист.
Назаров Вячеслав Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 июнь 1952 |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 ғинуар 1996 (43 йәш) |
Вафат булған урыны | Денвер[d], Колорадо, Америка Ҡушма Штаттары |
Үлем төрө | смерть от несчастного случая[d] |
Үлем сәбәбе | авария[d] |
Һөнәр төрө | джазмен, пианист |
Музыка ҡоралы | тромбон[d] |
Жанр | Джаз |
Вячеслав Сергеевич Наза́ров1952 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған, музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәбен (Суворов училищеһының уҡыу-уҡытыу структураһына оҡшаған) һәм Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.
Ун алты йәшенән Советтар Союзының төрлө музыкаль коллективтарында профессиональ кимәлдә сығыш яһай башлай. Герман Лукьяновтың «Каданс» ансамблендә уйнай, 1977—1983 йылдарҙа Олег Лундстремдың оркестрында төп солист була, 1983—1989 йылдарҙа — «Аллегро» ансамблендә, 1989—1990 йылдарҙа «Мелодия» ансамблендә эшләй.
Был оркестрҙар менән бөтә илде гиҙеп сыға һәм сит ил фестивалдәрендә һәм конкурстарында сығыш яһай. 1990 йылда Вячеслав Преображенский менән бергә квинтет ойоштора һәм ике диск яҙа. Джаз тәнҡитселәренең һорау алыуы буйынса Вячеслав Назаров 8 йыл дауамында Советтар Союзының иң яҡшы тромбонисы булып һанала.
1990 йылда АҠШ-ҡа күсеп китә. Нью-Йоркта һәм Денверҙа үҙен төрлө составтар менән һынап ҡарай, шул иҫәптән америка джаз йондоҙҙары Лю Табакин Лю Бен Голсон, Валерий Пономарев, Карл Фонтана, Фредди Коул һ. б. менән сығыш яһай.
1995 йылда «Аллегроның» яңыртылған составында Нью-Йорктың Эйвери Фишер Холлында JVC фестивалендә ҡатнаша.
1996 йылдың 2 ғинуарында Коннектикут штатынан Яңы йыл һәм Раштыуа концерттарынан өйөнә ҡайтышлай Денверға килеп ингән ерҙә, Колорадо штаты, автомобиль аварияһына осрап, һәләк була.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Назаров Вячеслав Сергеевич, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.