Мирьям Вайксельбраун

Мирьям Вайксельбраун (нем. Mirjam Weichselbraun; 1981 йыл) — Австрия телевидениеһында алып барыусы һәм актриса.

Мирьям Вайксельбраун
нем. Mirjam Weichselbraun
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Мирьям Вайксельбраун Австрия
Тыуған көнө 27 сентябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Инсбрук, Австрия
Бер туғандары Melanie Binder[d]
Внебрачный партнёр Jan Hahn[d]
Һөнәр төрө актёр, телетапшырыуҙар алып барыусы, актёр озвучивания, журналист, алып барыусы
Эшмәкәрлек төрө алып барыусы[d]
Эш урыны ЭРФ[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт mirjamweichselbraun.com
Мирьям Вайксельбраун Мирьям Вайксельбраун Викимилектә

Австриянан ситтә 2015 йылғы Евровидение йыр конкурсы алып барыусыһы булараҡ билдәле..

Биографияһы

Мирьям Вайксельбраун 1981 йылдың 27 сентябрендә Инстбрукта тыуған.

Медиаиндустрияла ул 1998 йылда Antenne Tirol Австрия төбәк радиостанцияһында эшләй башлай. BRAVO журналы үткәргә 2000 Girl һайлауҙарынан һуң билдлелек ала. Һуңғараҡ, Һуңынан, Tirol TV төбәк телекомпанияһында һәм ҡыҫҡа ваҡыт Das Magazin, мәҙәни программаһында эшләгәндән һуң, ул 2001 йылда яңыраҡ ойошторолған VIVA Plusтелестанцияһына эшкә күсә һәм унда һигеҙ ай дауамында Cologne Day тапшырыуында ҡатнаша. бынан һуң Мирьям Мюнхенға — MTV Germany, ә аҙаҡтан Берлинға күсеп китә, унда ул MTV Select 2005 йылдың ғинуарына тиклем) һәм Total Request Live программаларының (2007 йылдың апреленә тиклем) йөҙө була.

Бер үк ваҡытта ZDF-ла булған телевизорҙан «Wetten, dass..» телешоуында (2003 йылдан алып) һәм ORF-ла «Expedition Österreich» шоуында (2004 йыл) һәм «Dancing Stars» шоуында эшләй. Һуңғы шоуында ҡатнашыу өсөн Romy (Auszeichnung) премияһына лайыҡ була.

2006 йылда Мирьям Вайксельбраун RTL-да «Dancing on Ice» программаһы алып барыусыһы була, шулай уҡ «Ball Life» (2007), «Kiddy Contest}}» тапшырыуны алып бара (2007 һәм 2008). 2010 йылда Sat.1-да «Die Hit-Giganten» серияһының өс тапшырыуныда ҡатнаша.

Ошо эштәренән тыш ул Ян Дриестың «Tage Letzte, jetzt» аудиодрамаһы өсөн тауышын яҙҙырта. 2007 йылдан алып телевизион һәм нәфис фильмдарҙа төшә башлай, ә шулай уҡ мюзиклдарҙа ҡатнаша. 2012 йылдың сентябренән 2014 йылдың мартына тиклем Sky Deutschland-та Харальд Шмидттың шоупрограммаһында ярҙамсы була. Артабан алып барыусы булып эшләүен һәм кинола төшөүөн дауам итә.

2015 йылда VOX телеканалында «Grill den Henssler» кулинар шоуында саҡырылған ҡунаҡ була.

Мирьям Вайксельбраун бер нисә премияға, шул иҫәптән 2015 йылда Йыл тиролсеһе премияһына, лайыҡ була.

Шәхси тормошо

Мирьям Вайксельбраун 
Мелани Биндер һәм Мирьям Вайксельбраун. ROMY 2009

Мирьямдың Мелани исемле игеҙәге бар, улар төрлө фамилия алған: Мирьям — Вайксельбраун (әсәһенең фамилияһы), Мелани — Биндер (атаһының фамилияһы).

Ике йыллыҡ мөнәсәбәттәрҙән һуң Мирьям музыкант Марке (Nigsch Marcus) менән араларын өҙә. Шулай уҡ уның Sat.1-Frühstücksfernsehen Ян Хан менән бәйләнештәре була, әммә дүрт йылдан һуң улар айырылыша.

2013 йылдан Мирьям Вайксельбраун Бен Америка йырсыһы Лана дель Райҙың менеджеры Бен Моусон (Ben Mawson) менән мөнәсәбәттәрҙә тора, 2013 йылдың 28 сентябрендә уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Хәҙерге ваҡытта улар Лондонда Ислингтонда йәшәйҙәр, икенсе бала көтәләр.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Мирьям Вайксельбраун БиографияһыМирьям Вайксельбраун ИҫкәрмәләрМирьям Вайксельбраун ҺылтанмаларМирьям Вайксельбраун1981 йылАвстрияНемец теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улыТверьТверь өлкәһеФУйынсыҡАнтарктидаБашҡорт дәүләт университетыАпрельБернсдорф (район Цвиккау)Ялан кантоны18 августКарфагенБашҡортостан ҡоштарыИнглиз телеТөркиәЙәйәләрЭкологияНатрий карбонатыРичард I Арыҫлан ЙөрәкНилЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыГәрәев Муса Ғайса улыСалауат (Ислам)Баҙарға сыҡтым1873 йылКислородҠош юлыХанты-Манси автономиялы округы — ЮграАҡмуллаДонъя илдәре һәм территорияларыБашҡорт шәжәрәһеКонституцион монархияТалха ҒиниәтуллинХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыБеляев Павел ИвановичАпрель (Алағарай)Македон телеТәбиғәтСәғитов Ирек Хаммат улыҠадир ДаянИсландияОзонБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыМайкл ДжексонКилешТуйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙыМәҫәлБашҡорт балыҒаләмМонархияКорея РеспубликаһыБиохимия6 ноябрьБөтә Донъя СелтәреБатанов Бәхетғәлей НиколаевичXVI быуатБикбаев Рауил Төхфәт улыГлобаль йылыныуӨфө «Нур» татар дәүләт театрыИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыИслам20 апрельСәлимов Ниязбай Булатбай улыБатицкий Павел Фёдорович🡆 More