Мариехамн

Маарианхамина (фин. Maarianhamina), Мариехамн (швед. Mariehamn) — Аланд утрауҙарының төп ҡалаһы, Финляндия составындағы автономиялы территория.

Архипелаглы диңгеҙҙең төп порттарының береһе.

Мариехамн
швед. Mariehamn
ФлагГерб
МариехамнМариехамн
Нигеҙләү датаһы 1861
Рәсем
Рәсми атамаһы Mariehamn
Кем хөрмәтенә аталған Мария Александровна[d]
Рәсми тел швед теле
Дәүләт Мариехамн Финляндия
Административ үҙәге Аланд утрауҙары
Административ-территориаль берәмек Аланд утрауҙары
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d], DAZD[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Мариехамн[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Åland[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Aland/Mariehamn.map
Закондар сығарыу органы Mariehamn City Council[d]
Халыҡ һаны 11 461 кеше (31 декабрь 2015)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 21 метр, 6 метр һәм 20 метр
Туғандаш ҡала Копавогур, Крагерё, Курессааре[d], Ломоносов (ҡала), Торсхавн[d], Валкеакоски һәм Готланд[d]
Милке Виклеф Голдинг Арена[d]
Сиктәш Йомала[d] һәм Лемланд[d]
Майҙан 11,79 км²,
20,76 км² (1 ғинуар 2023),
11,81 км² (1 ғинуар 2023),
8,95 км² (1 ғинуар 2023)
Почта индексы 22100, 22101 һәм 22140
Рәсми сайт mariehamn.ax
Урынлашыу картаһы
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Mariehamn[d]
Мариехамн Мариехамн Викимилектә

1861 йылда урыҫтар тарафынан нигеҙләнгән һәм императрица Мария Александровна хөрмәтенә уның исеме менән аталған. XIX һәм ХХ быуат башында рус телле сығанаҡтарҙа «швед теле» варианты ҡулланылып, ҡала Мариехамн тип яҙыла; ХХ быуаттың икенсе яртыһында урыҫ яҙылышы нормативы буйынса «фин теле» варианты, Маарианхамина тип яҙыла.

Архипелагта йәшәгән бөтә ҡала халҡының яртыһынан күберәге — 11 186 кеше был ҡалала йәшәй (2011 йыл). Ҡала, бөтә автономия территорияларындағы кеүек үк— тулыһынса швед телле: швед телен халыҡтың яҡынса 91 % был телде үҙенең тыуған теле тип һанай.

Географик урыны

Ҡалала ярымутрауыҙа урынлашҡан һәм бында ике порт бар. Көнбайыш порт (швед. Västerhamn) халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур порт, уның ашаШвеция һәм континенталь Финляндияға паром йөрөй. Көнсығыш порт — нигеҙҙә яхталар гаваны, Балтик диңгеҙенең эре гавандарының береһе.

Ҡалала Аланд утрауҙарының Министрҙар кабинеты һәм Латтинг Парламенты урынлашҡан.

Ҡалала Аланд утрауҙарының ике гәзите баҫыла(Nya һәм Ålandstidningen Åland), урындағы телевидение каналы һәм бер нисә радиостанция эшләй (TV Åland).

Мариехамн 
Императрица Мария Александровна төшөрөлгән марка, Рәсәй почтаһы тарафынан ҡаланың 150 йыллығына арнап сығарылған (2011)

Этимология

Фин һәм швед телдәренә ҡала исеме « Мария гаваны» тип атала һәм Рәсәй императоры Александр II ҡатыны — Мария Александровна (1824—1880) хөрмәтенә арналған.

Тарих

Риүәйәттәр буйынса, Аланд утрауҙары халҡы, яңы порт төҙөргә тырышып, император Александру II-гә ҡатынының исемен ҡалаға биреүен һорап махсус тәҡдим менән сыға. Рәсми тарих, порт, киреһенсә, туранан-тура Александр II күрһәтеүе буйынса нигеҙләнгән тип күрһәтә. Төҙөлөш эштәре менән архитектор Георг Теодор фон Шевитец Георг етәкселеге аҫтында ике ҙур булмаған ауыл эргәһендә 1859 йылда уҡ башлана — (Эвернес (швед. Övernäs) һәм Йомала ауылдары янында), ә 1861 йылда (21 февраль) яңы ултыраҡ ҡала статусы һәм яңы исем - Мариехамн исемен ала. Ваҡыт үтеү менән ҡала майҙаны киңәйә һәм Йомала общинаһы биләмәләре өлөшөн үҙ эсенә ала.

Иҫтәлекле урындары

Аланд утрауҙарында борондан алып карап йөрөтөү тарихы була. Бындағы Көнбайыш портында Елкәнле-музей Pommern якорҙә тора. Көнсығыш гавань — Скандинавияла яхталар өсөн иң эре порттаҙың береһе, унда шулай уҡ Nieveen Jan пароходы (шулай уҡ F.P. von Knorring исемле) тора, ул хәҙер ресторан итеп йыһазландырылған.

Мариехамн ҡалаһында фин архитекторы Ларс Сонк проекты буйынса Аланд утрауҙарында төҙөлгән архитектура ҡомартҡылары булған ҡоролмалар бар: Изге Георгий сиркәүе (1927), Аланд диңгеҙ колледждың төп бинаһы (1927), ҡала муниципалитеты бинаһы (1939). Ғәмәлдә Аланд музейы.

2011 йылдың 2 ноябрендә императрица Мария Александровна хөрмәтенә аталған һәйкәл асыла.

Йәйге осорҙа ҡалаға бик күп туристар килә, һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн бында бер нисә ҡунаҡхана, кемпинг булдырылған. Ғәмәлдә Рәсәй Федерацияһы консуллығы, Швеция генераль консуллығы, шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙең консуллыҡ учреждениелары.

Халыҡ

Ҡала халҡының үҫеш динамикаһы:

Йыл
Халыҡ
1987
9966
1990
263 10
1997
10 408
2000
488 10
2002
632 10
2004
10 712
2010
146 11

Туғанлашҡан ҡалалары

Ил Ҡала Йыл Иҫкәрмә
Мариехамн  Швеция Мариехамн  Висбю
Мариехамн  Исландия Мариехамн  Копавогур
Мариехамн  Норвегия Мариехамн  Крагер
Мариехамн  Дания Мариехамн  Слагельс
Мариехамн  Фарер утрауҙары Мариехамн  Торсхавн Принадл. Мариехамн  Дания
Мариехамн  Эстония Мариехамн  Курессаар
Мариехамн  Финляндия Мариехамн  Валкеакоски
Мариехамн  Россия Мариехамн  Ломоносов

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

  • Gröna Udden. Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
  • Mariehamn | SwedenAbroad. Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
  • Һылтанмалар

    Tags:

    Мариехамн Географик урыныМариехамн ЭтимологияМариехамн ТарихМариехамн Иҫтәлекле урындарыМариехамн ХалыҡМариехамн Туғанлашҡан ҡалаларыМариехамн ГалереяһыМариехамн ИҫкәрмәләрМариехамн ҺылтанмаларМариехамнАланд утрауҙарыФин телеФинляндияШвед теле

    🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

    Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусылары исемлегеМостай КәримҠарткиҫәк мәктәбеАрубаАвтомобильБенедикт СпинозаХудякова Антонина ФёдоровнаУрыҫ телеСолтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙыАҡҡоштарШарль де ГолльБирнәФән1974 йылБашҡорт ВикипедияһыРус телеМассаның атом берәмегеСүриәҺүҙбәйләнешБерғаҙанНәбиХәбиров Радий Фәрит улыХәрби эшСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Кливленд22 апрельСуфый сиңерткәЭякуляцияКилешДжордано БруноAlyona AlyonaВикиБашҡортостан балыҡтарыБранденбургКонго Республикаһы1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыКөндәлекВКонтактеСәсән1989 йыл1917 йылФеминизмИбраһим сүрәһеБайкалБөйөк француз инҡилабыВаҡытДоминикаМысырЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыЙәкшәмбеЕнсиәтЙылЗекерИнфляцияИраҡТолпар (мифология)Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыБәйләүесБосфорАй, Уралым, Уралым (йыр)ДағстанХристианлыҡАнна Герман🡆 More