Коллаборационизм (от франц. collaboration хеҙмәттәшлек) һуғыш ваҡытында гражданы булған үҙ иленә ҡаршы дошман менән хеҙмәттәшлек итеү, оккупацияланған дәүләт граждандарының, һуғыш йәки ҡораллы конфликт барышында гражданлыҡ иленә зыян килтереүгә йүнәлтелгән үҙ ирке менән дошман менән хеҙмәттәшлеге.
Күп илдәрҙең ҡануниәтендә хәрби енәйәткәтиңләштерелә.
Коллаборационизм | |
Коллаборационизм Викимилектә |
«Коллаборационист» (франц. collaborateur) термины 1802 йылдан алып осрай, наполеон һуғыштары осоронда Англия менән сауҙа иткән һәм монархистарға ҡасырға ярҙам иткән контрабандистарға ҡарата ҡулланылған. Термин лат. collaboratus, үткән заман хәл ҡылымы (причастие) collaborare «работать с», com — «с» + labore «работать» тигән һүҙбәйләнештәрҙән.. «Дошман менән хыянатсыл хеҙмәттәшлек» мәғәнәһе 1940 йылға барып тоташа һәм башта Францияла 1940—1944 йылдарҙа нацистик Германия менән хеҙмәттәшлек иткән Виши хөкүмәтенә ҡарата ҡулланылған . Тәүге тапҡыр термин хәҙерге мәғәнәһендә Францияның ҡолауынан бер нисә ай үткәндән һуң, 1940 йылдың 24 октябрендә, маршал Филипп Петен һәм Адольф Гитлер Монтуар-сюр-Луарҙа осрашыуында ҡулланыла. Петен Германия һуғышта еңгән тип иҫәпләй һәм француздарға Германия менән «хеҙмәттәшлек» («collaboration») итергә ризалығын белдерә.
Коллаборационизм, сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни йәки хәрби хеҙмәттәшлекте лә индереп, төрлө формалар ала. Башҡарылған ғәмәлдәр ниндәйҙер кимәлдә хыянатсыл булыуы мөмкин. Икенсе донъя һуғышы контексында термин ғәҙәттә дошман менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүҙе аңлата.
Стэнли Хоффманн (Stanley Hoffmann) хеҙмәттәшлекте уйламайынса (ирекһеҙҙән кәрәклеген таныу) һәм үҙ ирке менән (килеп сыҡҡан хәлдән файҙа алырға маташыу) тип бүлгән. Уның һүҙҙәренсә, коллаборация сервиль (ҡолдарса) һәм идеологик булырға мөмкин. Сервиль коллаборация — шәхси иҫән ҡалыу йәки уңайлы шарттар булдырыу ихтыяжына нигеҙләнгән дошманға хеҙмәт итеү, ә идеологик коллаборация — дошман менән хеҙмәттәшлек итеү идеяһын яҡлау . Киреһенсә, Бертрам Гордон идеологик булмаған һәм идеологик хеҙмәттәшлекте билдәләү өсөн «коллаборатор» («collaborator») һәм «коллаборационист» («collaborationist») терминдарын ҡулланған. Джеймс Мейс Уорд раҫлауынса, коллаборационизм йыш ҡына дәүләтенә хыянат итеүгә тиңләштерелһә лә, Филиппинда тотҡонға эләккән (интернированный) граждандар (башлыса американдар) менән үҙҙәрен баҫып алған япондар араһында бер-береһенә файҙа алыу һәм иҫән ҡалыу өсөн мөмкинлектәрҙе арттырыу маҡсатында «легитимлы хеҙмәттәшлек» булдырылған..
Икенсе донъя һуғышынан һуң тарихсылар йыш ҡына коллаборационист терминын Икенсе донъя һуғышы осоронда Германияның Францияны хәрби оккупациялауы контексында ҡуллана. Германия алдында капитуляция яһаған һәм һөргөнгә ҡасҡан башҡа еңелеүсе хөкүмәттәрҙән айырмалы рәүештә, француз хөкүмәте тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя, Францияла ҡала, иҡтисади һәм сәйәси яҡтан Германия рейхы менән хеҙмәттәшлек итә һәм власты маршал Филипп Петен етәкселегендәге яңы хәлдән нацист француз дәүләте ҡулына тапшырыу маҡсатында файҙалана.
Европала Икенсе донъя һуғышы, һәм бигерәк тә Вишистик Франция, контексында, тарихсылар «коллаборация» («collaboration») и «коллаборационизм» («collaborationism») терминдары араһында айырма яһай. Стэнли Хоффманн 1974 йылда һәм башҡа тарихсылар collaborationnistes терминын коммунизмға ҡаршы йәки башҡа идеологик сәбәптәр арҡаһында нацистик Германия менән хеҙмәттәшлекте нығытырға теләгәндәрҙе, фашист һәм нацистарға күңеле ятҡандарҙы билдәләү өсөн ҡулланған. «Коллаборационизм» термины Германияның еңеүен үҙенеке итеп ҡабул иткән, тәү сиратта Вишист Францияһы фашистарына, «коллаборация» ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында немецтар менән хеҙмәттәшлек иткән француздарға ҡарай.
Был күренеш боронғо замандарҙан уҡ булған. Тарихсы Герхард Хиршфельд (инг.)баш. был күренеш бөтә һуғыш тарихы һәм оккупациялардауамында булған тип билдәләй. Был төшөнсә XIX быуат башында наполеон һуғыштары барышында килеп сыҡҡан. Киң ҡулланылышҡа Икенсе донъя һуғышы. Башта француз граждандарының виши режимы осоронда нацистик Германия властары менән хеҙмәттәшлеге шулай тип атала. Һуңыраҡ был төшөнсә Үҙәк илдәре оккупациялаған башҡа дәүләттәргә, шул иҫәптән Бельгияға, Нидерландҡа, Норвегияға, Ҡытайға һ. б. күсерелә, шулай уҡ немец йәки япон ҡораллы көстәре контроле аҫтында булған йәки һуңғылары составына индерелгән оккупацияланған дәүләттәр граждандарынан торған хәрби формированиеларға ҡулланыла башлай: «Вестланд» голланд-фламанд полкы вестланд һәм СС «Нордланд» 11-се ирекле моторлаштырылған дат-норвег полкы, «Викинг» 5-се СС немец танк дивизияһы составында, Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы һуғышта япон армияһы яғында ҡатнашҡан Һиндостан милли армияһы, Индонезияның «Ватанды һаҡлаусыларҙың ирекле армияһы» һ. б.).
СССР-ҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был күренешкә ҡарата «оккупанттар менән хеҙмәттәшлек» йәки «оккупанттарға ярҙам» терминдары ҡулланыла, был тыуған илгә хыянат.сифатында квалификациялана. Коллаборационистар иҫәбенә совет халҡының төрлө төркөмдәре инә, шул иҫәптән совет режимының идеологик дошмандары, совет республикаларынан милләтселәр, дезертирҙар, хәрби әсирҙәрҙең бер өлөшө, шулай уҡ немецтар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе оккупация йәки әсирлек шарттарында йәшәүҙең берҙән-бер сараһы тип һанаған тыныс халыҡ вәкилдәре инә. Ҡайһы бер сит ил һәм рәсәй тарихсылары баһалауынса, һуғыш йылдарында оккупанттар менән хеҙмәттәшлек иткән совет граждандарының һаны 1,5 миллион самаһы кеше тәшкил итә. Рәсәй тикшеренеүселәренең күпселеге 200 меңдән 800 меңгә тиклем кеше тип баһалай.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң коллаборанттарҙың күбеһе төрлө репрессияларға дусар ителә. Улар араһында иң билдәлеләре: Францияла Пьер Лаваль, Норвегияла Видкун Квислинг, СССР-ҙа Андрей Власов һ. б. язалана
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Коллаборационизм, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.