Кесерткән Турғайы

Кесерткән турғайы (рус. Крапи́вник йәки подкоренник), (лат. Troglodytes troglodytes) — кесерткән турғайҙары ғаиләһенә ҡараған берҙән-бер бәләкәй ҡош.

Америкала, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала осрай. Ҡыҫҡа ҡойроғо күтәрелгән йомшаҡ мамыҡ шарға оҡшаған. Ҡош бик хәрәкәтсән, бейек ергә ултырып, ғәҙәттән тыш көслө тауыш менән, бик һоҡланғыс, тиҙ һыҙғырыуҙарҙан торған үҙенсәлекле, ҡабалан йыр башҡарып, ата заттар үҙҙәренең биләмәһен биләй.

Кесерткән турғайы
Кесерткән Турғайы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Troglodytes troglodytes
(Linnaeus, 1758)

Синонимдар
  • Olbiorchilus hiemalis
Һаҡлау статусы
Кесерткән Турғайыen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 147806
Кесерткән Турғайы
Викитөркөмдә
Систематика
Кесерткән Турғайы
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  178547
NCBI  36278
EOL  10963830

Башҡортостандың, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Фәнни атамаһының тарихы

1555 йылда немец натуралисы Конрад Геснер биш томлыҡ Historiae animalium китабында кесерткән турғайын тасуирлап, уға Passer troglodyte исемен бирә. Зоологик әҙәбиәттә был турғай фәнни биологик системаларға нигеҙ һалыусы Карл Линней тарафынан 1758 йылда уның «Тәбиғәт системаһы» хеҙмәтенең унынсы баҫмаһында тәүге тапҡыр тасуирлана. Линней Конрадтың хеҙмәтенә һылтанма яһай, әммә ҡошҡа Motacilla troglodytes исемен биргән. Фәнни атамаһы, Troglodytes troglodytes, боронғо грек τρωγλοδύτης һүҙенән килеп сыҡҡан. Ул һүҙмә-һүҙ «мәмерйәлә йәшәүсе» тигәнде аңлата. Хәҙерге заманда троглодиттарҙы — мәмерйәлә йәшәгән тарихҡа тиклемге кешеләрҙе шулай тип йөрөтәләр. Был исем ҡошҡа үҙенсәлекле оя яһау ысулы — мәмерйәне хәтерләткән ҡалын стеналы шар формаһындағы ояһына ҡарап бирелгән, күрәһең. Боронғо гректар ҡоштоң үҙен τροχίλος (ҡайһы берҙә τροχῖλος йәки τροχεῖλος) тип атаған.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан байтаҡ бәләкәй. Ҡуйы үлән йәки ҡыуаҡ япраҡтары араһында пырхылдап осоп йөрөй. Һырты ҡара арҡыры һыҙыҡтар менән сыбарланған ерәнһыу ҡуңыр, кәүҙәһенең аҫ яғы көрән арҡыры һыҙыҡлы һарғылт һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.

Бик хәрәкәтсән, етеҙ. Һирәк осрай.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «серрр- серрр». Һайрауы сырылдауҙан һәм сутылдауҙан тора.

Кесерткән турғайы моңо

Тереклек итеүе

Оялауы

Аҫты йәш үҫентеле йәки бейек үләнле урмандарҙа йәшәй. Ерҙә йәки ҡыуаҡтар араһында оялай.

Туҡланыуы

Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана: сиңерткәләр, ҡаты ҡанатлы ҡуңыҙҙар, уларҙың ҡурсаҡтары, асалығойроҡтар, үрмәкселәр, ҡырҡаяҡтар, ҡусҡарҙар, тигеҙаяҡлылар. Көҙ көнө ылымыҡтар, көртмәле, мәрүәр емештәре менән дә туҡлана.

Үрсеүе

Инә ҡош алһыу һәм күкһел таптар менән сыбарланған 5 — 7 бөртөк алһыу аҡ йомортҡа һала, үҙе генә баҫа. Ата ҡош бер нисә инә ҡош менән йәшәй.

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

}}

Һылтанмалар

Tags:

Кесерткән Турғайы Фәнни атамаһының тарихыКесерткән Турғайы ҠылыҡһырламаКесерткән Турғайы ТауышыКесерткән Турғайы Тереклек итеүеКесерткән Турғайы ҮрсеүеКесерткән Турғайы ӘҙәбиәтКесерткән Турғайы ИҫкәрмәләрКесерткән Турғайы ҺылтанмаларКесерткән ТурғайыАмерикаЕвразияЛатин телеРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СловакияСовет Социалистик Республикалар СоюзыЦементАнтон БрукнерЛорелеяҒәлиәкбәрАнархизмМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Башланғыс белемЯдро физикаһыБарбадосҺөйләмВикиКапиталИнформатикаҠәҙим АралбайСояТапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы9 сентябрьМайкл ДжексонКалининград өлкәһеEthereum1921 йыл1969 йыл1994 йыл6 августМәғариф20 сентябрьИранБиофизикаТехнологияЛенин ордены29 июль26 августДжордж ВашингтонБашҡорт өйөПольшаРеформацияСан-ФранцискоЧжэн ХэХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыДамир ДжумһурПоляктарФилиппинЯбай һөйләмКидандарКөҙәй кантоныСәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улыМонастирМәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улы27 мартКөршәк яһауКарцинологияДортмундГеографияИҙел (мифология)Тәңрекүл7 ноябрь2012 йылКраснодар крайыИсемНөктә (тыныш билдәһе)Ғарипов Рәми Йәғәфәр улыЕҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)Витр🡆 More