Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (КАССР, фин. Karjalan autonominen sosialistinen neuvostotasavalta, KASNT) — РСФСР составындағы автономиялы республика, 5 декабрь, 1936 йылдан алып - 31 март, 1940 йылға тиклем һәм 16 июль, 1956 йылдан алып - 13 ноябрь, 1991 йылға тиклем йәшәгән республика .
Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы | |
фин. Karjalan autonominen sosialistinen neuvostotasavalta | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 25 июль 1923 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Karjalan autonominen sosialistinen neuvostotasavalta |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Карельская АССР, Карэльская АССР, Карельська АРСР, Kareliya MSSR, Карэльская АССР һәм КАССР |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | СССР |
Административ үҙәк | Петрозаводск |
Административ-территориаль берәмек | РСФСР |
Идара итеү формаһы | совет республикаһы[d] |
Халыҡ һаны | 790 100 кеше (1989) |
Алмаштырылған | Карел-Фин ССР-ы һәм Карелия |
Алыштырған | Карел-Фин ССР-ы, Автономная Карельская ССР[d] һәм Карелия хеҙмәт коммунаһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 13 ноябрь 1991 |
Майҙан | 172 400 км² |
Баш ҡалаһы — Петрозаводск.
1936 йылдың ноябрендә Советтарҙың XI ғәҙәттән тыш съезы СССР-ҙың яңы Конституцияһын тикшерергә саҡырыла. Съезд 1936 йылдың 16 ноябрендә эш башлай һәм 1937 йылдың июненә тиклем эшен дауам итә. 1936 йылда СССР Конституцияһы ҡабул ителеү менән— 1936 йылдың 5 декабрендә Автономиялы Карел Совет Социалистик Республикаһы Карел Автономиялы ССР-ы (КАССР) тип үҙгәртелә.
16-17 июнь 1937 йылда XI съезд Советтарҙың Бөтә Карел Ғәҙәттән тыш съезы Всекарельский Карел АССР-ының Конституцияһын раҫлай, конституцияның айырым һәр бер статьяһы тауышҡа ҡуйыла һәм өс телдә — урыҫ, карел һәм фин телендә уҡыла. Карел АССР-ының гербы һәм флагы рус, карел һәм фин телендә башҡарыла.
Карел АССР-ы конституцияһы Карел АССР-ы Юғары Советын юғары закондар сығарыу органы итеп ҡабул итә.
1938 йылдың апрелендә Кандалакша ҡала статусын ала, ә 1938 йылдың майында Карел АССР-ы составынан Кандалакша районы бүленеп сыға һәм Мурманск өлкәһенә ҡушыла
Совет-фин ҡышҡы һуғышынан һуң Финляндия территорияһының бер өлөшө, атап әйткәндә, Выборгский губернаһы территорияһы һәм община һәм Салла менән Куусамо общиналары территориялары Карел АССР-ына ҡушыла һәм 31 март, 1940 йылда ҡала Карел-Фин ССР-ына ҡушыла — йәғни, СССР составындағы союздаш республикаға әйләнә. Артабан да был республика илдә барған үҙгәрештәр арҡаһында төрлө исемдәр аҫтында йөрөй, ул халыҡ хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Ленин ордены ( 1956 йыл) һәм илдәге төрлө юбилейҙар айҡанлы Октябрь революцияһы ордены (1970 йыл), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1972 йыл) менән бүләкләнә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.