Ингури

Ингури, Ингур(абх.

Егры, груз. ენგური — Энгури, мегр. ინგირი Ингири) — Көнбайыш Грузиялағы йылға, түбәнге ағымында Абхазия һәм Грузия биләмәләре контроллегендәге сик һанала. Оҙонлоғо — 213 км, бассейн майҙаны — 4060 км². Уның һыу сығымы — 39,5 м³/с.|30|12|2016}}

Ингури
груз. ენგური
Ингури
Характеристика
Оҙонлоғо 213 км
Бассейн 4060 км²
Һыу сығымы 39,5 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар HGЯO
Тамағы Ҡара диңгеҙ
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар HGЯO
Урынлашыуы
Илдәр Грузия Грузия, Абхазия Абхазия
Ингури (Грузия)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Ингури Викимилектә

Оло Кавказ һыртының Төп йәки Һыу айырғыс боҙлоғондағы (Куамкуана, Нуам-Куам)) бер нисә инештән башлана, йылғаның төп инеше Шхара тауының көньяҡ битләүендәге шул уҡ исемде йөрөткән боҙлоғонан, икенсеһе — Ушбаның ҡарлы битләүенән баш ала. Үрге ағымы Сванетс соҡоро буйлып аға, түбәндәрәк — үҙәне әкренләп киңәйә баыусы тар һәм тәрән тарлауыҡтар аша үтә, Джвари ҡалаһы янында Колхида уйһыулығына барып сыға. Ҡара диңгеҙгә ҡоя.

Ямғыр һәм боҙлоҡ иҫәбенә тулылана. Йылға тамағы эргәһендәге уртаса йыллыҡ һыу сығымы 170 м³/сек тәшкил итә. Ташҡын мәле март-сентябрь айҙарына тура килә. Һал ағыҙыла. Дымландырыу өсөн һыу самалап ҡулланыла. Ингури буйында 1970 йылдарҙа төҙөлгән Ингур ГЭС-ы, шулай уҡ төҙөлөш туҡтатылған Худон ГЭС-ы уранлашҡан.

Әлеге ваҡытта йылғаның түбәнге ағымы Абхазия һәм Грузия биләмәләре контроллегендәге сик булып хеҙмәт итә. Грузин-абхаз конфликтының иң ҡырҡыу мәлендә Ингури аша һалынған автомобиль күпере һәм тимер юл күперенең бер тороғо емерелә. Күперҙәрҙең беренсеһе 1994 йылдың 26-29 июндә Рәсәйҙең тыныслыҡ яҡлы ғәскәрҙәре көсө менән элекке хәленә ҡайтарыла. Тимер юл күперенең емерелгән тороғо буйлап аҙаҡ йәйәүлеләр өсөн ағас түшәм һалына; 2008 йылда күперҙәге шартлауҙан һуң, ул ҡулланыу өсөн яраҡһыҙ булып ҡала. Һөҙөмтәлә әлеге ваҡытта Грузияның тимер юл транспорты бәйләнеше бары тик Әрмәнстан менән Әзербайжан менән генә һаҡланып ҡалған, Грузиянан Рәсәйгә тимер юл буйлап сығыу мөмкинлеге Әзербайжан аша ғына атҡарыла.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

АбхазияГрузин телеГрузияЙылға бассейны

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ВашингтонПарагвайНастасоваИкенсе донъя һуғышыФизикаСулавеси диңгеҙеЯрлылыҡБашҡортсаӘбүғәлисинаКолленьоТоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улыПеруЛуи де ФюнесСофия НассаускаяХәлил (Әбйәлил районы)ПахлаваУрта быуаттарАнгкор-ВатУрыҫ революцияһыIcecastШон КоннериАмерика Ҡушма ШтаттарыМәҙһәбНарыхҠушма һөйләмПарфенонФонемаБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзыСеченов Иван МихайловичСтатистикаВирустарБашҡорт халыҡ медицинаһыКузеев Рәил Ғүмәр улыҒәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусыларыЛюдвиг ван БетховенБарак ОбамаҒәзизов Искәндәр Хәниф улыМостай КәримКацусика ХокусайӘһәмәниҙәр дәүләтеДжакартаМолукка утрауҙарыКопенгагенМетрТәрәүихХубилайСальвадор ДалиКүвейтТарихҺанлы ысулдарОло ҠыҙылбайИо (юлдаш)Кесе Зонд утрауҙарыҒәйшәЙәйге ваҡытИсламТуғай яраныМайкл Джексон1391 йылТригонометрик функциялар🡆 More