Жан Огюст Доминик Энгр

Жан Огюст Доминик Энгр (франц.

Jean Auguste Dominique Ingres,1780—1867) — француз рәссамы, рәссам һәм график, ун туғыҙынсы быуат Европа академизмының танылған етәксеһе.Һынлы сәнғәт, шулай уҡ музыка буйынса белем ала, 1797-1801 йылдарҙа Жак-Луи Давид студияһында уҡый. 1806—1824 һәм 1835—1841 йылдарҙа Италияла, башлыса Римда һәм Флоренцияла, йәшәй һәм эшләй (1820—1824). Парижда Нәфис сәнғәт мәктәбе,École des Beoux-Arts, (1834—1835) һәм Римдағы Француз академияһы, Académie française, (1835—1840) директоры. Йәш сағында музыка менән профессиональ шөғөлләнә, Тулуза операһы оркестрында уйнай (1793-1796), һуңыраҡ Никколо Паганини, Луиджи Керубини, Шарль Гуно, Гектор Берлиоз һәм Ференц Лист менән аралаша.

Жан Огюст Доминик Энгр
Фотография
Тыуған:

29 август 1780({{padleft:1780|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[…]

Тыуған урыны:

Монтобан[d][…]

Үлгән:

14 ғинуар 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[…] (86 йәш)

Үлгән урыны:

Париж[…]

Ил:

Жан Огюст Доминик Энгр Франция

Имза:

Жан Огюст Доминик Энгр

Жан Огюст Доминик Энгр Работы

Ижады осорҙары

Энгр ижады бер нисә осорға бүленә. Рәссам булараҡ,ул бик иртә формалаша, ә Давид студияһында уҡығанда уҡ уның стилистик һәм теоретик тикшеренеүҙәре уҡытыусыһының тәғлимәттәренә ҡаршы килә: Энгр урта быуат һәм Яңырыу осоро сәнғәте менән ҡыҙыҡһына. Римда Энгрға назарейҙар стиле (Германия һәм Австрия романтиктары) йоғонто яһай һәм ул романтизмға яҡыныраҡ бер нисә композиция һәм сюжет менән тәжрибә эшләп ҡарай. 1820-се йылдарҙа етди ижади һынылыш кисерә, шунан һуң, һәр ваҡыт эҙмә-эҙлекле булмаһа ла, ғәҙәти формаль алымдарҙы һәм сюжеттарҙы ғына ҡуллана башлай.

Энгр үҙенең ижадын «яңылыҡ түгел, ә ысын тәғлимәттәрҙе һаҡлау» тип билдәләй, әммә эстетик яҡтан ул даими рәүештә неоклассицизм сиктәренән сыға, был уның 1834 йылда Париж Салоны менән араны өҙөүендә сағыла. Энгрҙың эстетик идеалы Делакруаның романтик идеалына ҡапма-ҡаршы була, был уның менән ныҡышмалы һәм ҡаты полемикаға килтерә. Энгрҙың әҫәрҙәре, башлыса, мифологик һәм әҙәби темаларға, шулай уҡ эпик рухта аңлатылған антиклыҡ тарихына арналған.

Ул шулай уҡ Европа һынлы сәнғәтендә тарихилыҡ йүнәлешенең иң ҙур вәкиле тип баһалана. Энгр һынлы сәнғәт үҫеше Рафаэль заманында иң юғары нөктәһенә етә, һуңынан дөрөҫ булмаған йүнәлештә бара, шуға күрә уның (Энгрҙың) миссияһы- һынлы сәнғәтте Яңырыу дәүерендә өлгәшелгән кимәлдән дауам итеү, тип иҫәпләй. Энгр сәнғәте стиле буйынса бер бөтөн, әммә типологик йәһәттән күп төрлө, шуға күрә замандаштары һәм вариҫтары тарафынан төрлөсә баһалана. XX быуаттың икенсе яртыһында Энгр эштәре классицизм, романтизм һәм хатта реализм йүнәлешендәге тематик күргәҙмәләрҙә күрһәтелә.

Биографияһы

Доминик Энгр 1780 йылдың 29 авгусында Францияның көньяҡ-көнбайышындағы Монтобанда тыуған. Жан-Мари-Иосиф Энгр (1755—1814) һәм Анна Муленың (1758—1817) беренсе улы була. Атаһы сығышы менән Тулузанан булған, әммә патриархаль Монтобанда төпләнгән, унда һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура эштәре менән шөғөлләнгән универсал һәм шулай уҡ скрипкасы булараҡ та билдәле булған. Һуңыраҡ өлкән Энгр Тулуза академияһы ағзаһы итеп һайлана . Доминик һүрәт төшөрөү һәләте иртә асыла,ул атаһының әҫәрҙәрен һәм уның йорт коллекцияһындағы сәнғәт әҫәрҙәренең күсермәһен эшләй башлай, шуға күрә атаһы улының үҙ юлынан барыуын теләгәндер . Доминик тәүге музыка һәм һүрәт төшөрөү дәрестәрен өйҙә ала, һуңынан Монтобандағы мәктәпкә (Фр. École des Freres de l'Éducation Crétienne) уҡырға инә, унда бик бәләкәй сағынан үҙен рәссам һәм скрипкасы итеп таныта .

1791 йылда атаһы улына фундаменталь белем кәрәк, тип уны Тулуза һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура академияһына уҡырға ебәрә (Фр. Académie Royale de Peinture, Scupleture et Architecture), уҡыу йорто революция ваҡытында «король уҡыу йорто» статусын юғалта. Энгр Тулузала 1797 йылға тиклем уҡый, уның остаздары шул ваҡыттағы билдәле рәссамдар: Гийом-Жозеф Рок, скульптор Жан-Пьер Виган һәм пейзажсы Жан Бриан була. Рок үҙ ваҡытында Римға Франция академияһы иҫәбенә (пенсион, шуға пенсионер сәйәхәте) сәйәхәт ҡыла, уның барышында Жак-Луи Давид менән таныша. Энгр һынлы сәнғәтте яҡшылап өйрәнә һәм уҡыу йылдарында бер нисә наградаға лайыҡ була, шулай уҡ сәнғәт тарихынан да төплө белемгә эйә була.

1797 йылда Тулузала үткән йәш рәссамдар конкурсында Энгр тормоштан һүрәт төшөргән өсөн беренсе премияға лайыҡ булаһәм Гийом Рок уға уңышлы рәссам булыу өсөн ысынбарлыҡты күҙәтә белергә һәм уны кәүҙәләндерелек портретсы булырға кәрәк тип өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта Рок Рафаэль сәнғәтенә табына һәм Энгрҙа ла уға ҡарата ғүмерлек ихтирам уята. Доминик, башлыса табыш алыу өсөн, портрет менән шөғөлләнә башлай, үҙенең эштәренә «Энгрҙың улы» тигән билдә ҡуя. Шулай уҡ билдәле скрипкасы Лежан етәкселегендә музыканы өйрәнеүҙе лә ҡалдырмай. 1793 йылдан 1796 йылға тиклем Тулуза Капитолийы (опера театры) оркестрында икенсе скрипкасы булараҡ сығыш яһай.

Парижда

Францияла сәнғәт белеменең төп үҙәге булып ул саҡта Юғары һынлы сәнғәт мәктәбе тора, унда Жан Огюст 1797 йылдың авгусында уҡырға инә. Давидтың оҫтаханаһын һайлауы уның революцион Парижда таралған данына бәйле була

Давид үҙенең студияһында күп һанлы уҡыусылаарын классик сәнғәт идеалдары менән таныштырып ҡына ҡалмай, шулай уҡ тормоштан яҙыу һәм һүрәт төшөрөү, уны интерпретациялау ысулдарын өйрәтә. Давидтың оҫтаханаһынан тыш, йәш Энгр элекке модель Шарль Сюис нигеҙ һалған академияға (Académie Suis) ҙур булмаған хаҡҡа һүрәт төшөрөргә йөрөй. Был уның төрлө холоҡло моделдәр менән тура бәйләнештә үҫешенә булышлыҡ итәДавид күп һанлы уҡыусылары араһында Энгрҙың оҫталығын һәм һәләтен күреп, юғары баһалай. 1799 йылда Давид уҡыусыһын мадам Рекамье портретын яҙыуға йәлеп итә. Тик рәссам менән ханымдың араһы боҙолоп китеп, эш туҡтап ҡала, Энгр тик һул яҡтағы каделябрҙы ғына яҙып өлгөрә.

Был дәүерҙә Энгр Луврҙа революция башланғас, аристократтарҙан тартып алынған, йәки һуғыш ваҡытында Нидерландттарҙан Парижға алып ҡайтылған картиналарҙы өйрәнә. Уҡытыусы менән уҡыусы араһында ла тап ошо осорҙа аңлашылмаусанлыҡтар башлана, Энгрға Давидтың ижадына хас революция йоғонтоһо оҡшамай— ул да йәмғиәт кеүек революция ваҡиғаларынан арый.

Жан Огюст Доминик Энгр 
Автопортрет. 1804, Музей Конде

1800 йылда Энгр XVII быуаттан башлап сәнғәт өлкәһендә бирелә торған «Рим премияһы»н ала алмай. 1801 йылдың ғинуарында «Ир-ат кәүҙәһе» тигән билдән юғары һүрәте өсөн премияға лайыҡ була. Был полотнонан күренеүенсә, 21 йәшлек Энгр рәссам- академист булараҡ үҫешә, силуэт, яҡтыртыу эффекттары һәм формалар менән берҙәй еңел эшләй. 1801 йылда «Ахилл янында Агамемнон илселәре» картинаһы «Рим премияһы»на лайыҡ була, был картина Энгрға Римдағы Француз академияһына дүрт йылға уҡырға китергә мөмкинлек бирә, тик дәүләттең финанс хәле насар булыу сәбәпле, Энгр биш йылдан һуң ғына Римға китә. Һуңғы ике картинаһы инглиз рәссамы Джон Флаксман йоғонтоһонда яҙыла, был рәссам Энгрҙы маҡтай, Давид Энгр менән араһын өҙә.

Римға китеү өсөн аҡса көткән йылдарҙа Энгр портреттар яҙып, аҡса эшләй. Үҙе портретты иң түбән жанр тип атаһа ла, рәссам уларҙа үҙ дәүерен бик яҡшы кәүҙәләндерә алған.

1804—1805 йылдарҙа Энгр үҙенең иң билдәле портреттарын ижад итә. 24 йәшлек рәссамдың «Автопортреты» бик үҙенсәлекле була (1850 йылда Энгр уны тулыһынса яңынан яҙа). Был портретта иң күҙгә брелеп торғаны- рәссамдың күҙҙәре, сөнки уның фекеренсә, кеше башында иң мөһиме— «күҙҙәрҙе һөйләргә мәжбүр итеү». Был портреттағы сәс һәм плащты һүрәтләүҙә романтизм йоғонтоһо һиҙелә.

Артабан Энгр портреттарҙа моделдең көсөргәнешле эске тормошон һүрәтләй, йыш ҡына был уның рәссам дуҫтары }. Академизм ҡанундарынан тайпылыу 1806 йылдағы Салонда тәнҡитселәрҙең һөжүменә сәбәпсе була.

Жан Огюст Доминик Энгр 
Мадемуазель Ривьер. 1805, Лувр

Энгрҙың портрет сәнғәтенең икенсе, донъяуи яғы Ривьер ғаиләһенең — атаһының, ҡатынының һәм ҡыҙының портреттары кәүҙәләндерә. Моделдәрҙең матурлығын Энгр зауыҡлы кейем, тирә яҡтағы нәфис әйберҙәр, персонаждың матур, тыныс торошо аша күрһәтә. Каролина Ривьер һәм уның әсәһенең портреттарында Энгр пропорция боҙола, рәссам персонаж тәненең ҡайһы бер өлөштәрен ҙурыраҡ итеп күрһәтә. 1806 йылда «Салон»да тәнҡитселәр Каролина Ривьер портретының «готика» стилен ҡаты тәнҡитләп, рәссамды йәш ҡыҙ һынын «аңлы рәүештә теүәл һәм ҡоро һүрәтләгән» өсөн шелтәләйҙәр. 1803 йылдың июлендә Энгрға мөһим дәүләт заказы ҡушыла — ул саҡтағы бернсе консул Наполеон Бонапарт үҙенең рәсми портретын Льеж ҡалаһына бүләк итергә ҡарар итә. Бер йылдан портрет әҙер була, тик Наполеон үҙен император итеп иғлан итә. Тәнҡитселәр был портретҡа төрлөсә баһа бирә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр был портретта Энгр Византиялағы власть аллегорияһын, ҡайһылары Гент алтарындағы Аллаһ-атай образын (ул саҡта Наполеонды илаһ кеүек күргәндәр) күрә.

1806 йылдың яҙында уға Римгә дүрт йылға уҡырға барыу өсөн аҡса бүленә. Шул уҡ ваҡытта Энгр 24 йәшлек рәссам Анна-Мари-Джули Форестье менән таныша һәм уны йәрәшә. Ҡыҙҙың атаһы менән ағаһы Энгр Италиянан бай, билдәле рәссам булып ҡайтыр тип өмөт итә. Тик Энгр бер нисә йылдан башҡа ҡыҙға өйләнә.

Италияла уҡыу (1806—1811). Ирекле рәссам (1811—1824)

Римдағы йылдар (1806—1819)

Римға Энгр 1806 йылдың 11 октябрендә килә. Француз академияһының («Académie française») резиденцияһы булған Медичи виллаһында төпләнә, әммә, башта уға күңелһеҙ була һәм ул Парижға ҡайтырға ашҡынып тора. Тик 1807 йылдан ғына ул Италияның үҙенсәлеген аңлай һәм әүҙем эшләй башлай, иң тәүҙә рәссам үҙенә оҡшаған ҡала күренештәрен һүрәткә төшөрөү менән шөғөлләнә . Энгрҙы Академияның ул саҡтағы директоры Жозеф Суве йылы ҡабул итә, ул Париж пенсионерҙарына (уҡырға килгәндәргә) етәкселек түгел, ә тулы ижади азатлыҡ кәрәк тип уйлай. Энгр, Париждағы кеүек үк, башҡа рәссамдар менән аралашырға ашҡынып тормай, хаттарында Тома Ноде менән Мариус Гране ғына тиерлек телгә алына.Ул, башлыса, тик Римдағы француз колонияһы вәкилдәре менән генә аралаша һәм заказсылары ла улар араһынан була.

Римда тәүге йылда ҙур булмаған өс пейзаж яҙа (тондо). Ҡайһы бер белгестәр Энгр француз романтик пейзажы жанрын Коронан алдараҡ булдырған тип иҫәпләй. Энгрҙың Рафаэлгә ҡарата хөрмәте Римда «культҡа» әүерелә. Энгр өсөн был осорҙа антик әҫәрҙәр, бигерәк тә грек вазаларындағы һүрәттәр, төп илһам сығанағына әйләнә. Был ул саҡта ныҡ ябай («примитив») тип аталған, Рафаэлгә тиклемге булған Италия һынлы сәнғәтен һәм урта быуат китап миниатюраларын өйрәнеүгә килтерә. Ошо ваҡыттан алып ул Көнсығыш сәнғәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Энгр һынлы сәнғәт формаһы структураһында төп ролдде контур, һыҙыҡ уйнай тигән фекергә килә.

Һүрәт төшөрөү контур һыҙыуҙы ғына аңлатмай; һүрәт һыҙыҡтарҙан ғына тормай. Һүрәт шулай уҡ экспрессия (тәржемәсе аңлатмаһы: хистәр, йәки мәғәнә), эске форма, план, моделләштереү булып тора… Һүрәттә картинаның дүрттән өс өлөшөнән ашыуы бар

.

Энгр өсөн төҫтәр беренсе урында тормай. Уның картиналарында колорит айырым таптар комбинацияһынан тора, йыш ҡына улар тондары менән бер-береһенә алыҫ була (тон- хроматик векторҙың йүнәлеше), композиция айыҡ аҡыл менән уйланып эшләнә .

Жан Огюст Доминик Энгр 
Эдип и Сфинкс. 1808, Лувр
Жан Огюст Доминик Энгр 
Вальпинсона һыу инә. 1808, Лувр
Жан Огюст Доминик Энгр 
Юпитер менән Фетида

.

Римда Энгр портрет жанрында эшләүен дауам итә, м-м М. Гране һәм м-м Девосе (икеһе лә 1807 йылдан) образдарын ижад итә. Рәссам шулай уҡ күп график портреттар эшләгән. Бөтә Академия уҡыусылары кеүек үк Энгр өсөн ҡатын-ҡыҙҙың яланғас тәне— матурлыҡтың иң юғары кәүҙәләнеше булып ҡала.

Римда пенсион иҫәбенә йәшәү ваҡыты 1811 йылда тамамлана, был осорҙо ул «Юпитер һәм Фетида» тигән ҙур полотно менән тамамлай. Рим тәнҡитселәре һәм Римда йәшәгән Көнбайыш Европа рәссамдары был картина тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтә. Тик Францияла Салонда (1812) күргән академистар уны ҡаты тәнҡит утына тота. Һуңыраҡ был әҫәрҙе француз романтиктары яҡлап сыға.

Ғәҙел булмаған тәнҡит арҡаһында Энгр Академиянан китергә була, ул Медичи виллаһын ташлап китә һәм ирекле рәссам тормошон башлай. Энгр ижади эксперименттарын туҡтатмай, шулай ҙа уға аҡса лә эшләргә кәрәк була. Портреттар менән шөғөлләнеп, 1809 йылдан яйлап үҙенең заказсылар даирәһен булдыра, улар рәссамға даими табыш килтерә. Бер нисә йыл уның төп сығанағы булып график портреттар тора, уларҙы Энгр Римдағы бай сәйәхәтселәр заказы буйынса яҙа. Был жанр фотография барлыҡҡа килеү менән бөтөнләй юҡҡа сыға. Энгр XVI быуат ҡәләм менән эшләнгән француз портреты традицияларына нигеҙләнгән махсус техника уйлап таба һәм һүрәтте ул бер сеанс эсендә төшөрә ала. Ул яҡшы осланған графит ҡәләм менән эшләй, фигураны бер өҙлөкһөҙ, моделләштереүһеҙ тиерлек һүрәтләй. Костюм һәм аксессуарҙарға иғтибарҙы төрлөсә бүлгәндер, әммә кешенең йөҙөн һәр ваҡыт ентекләп яҙа.

Бодлер раҫлауынса, нәҡ һүрәттәрҙә Энгр идеал һәм тәбиғәт талаптарын берләштерә алған. Энгр, үҙенең ижади ысулына аңлатма биреп, былай тип белдерә: «Фигура төҙөгәндә уны өлөшләп төҙөмәгеҙ, бар нәмәне бер үк ваҡытта урынлаштырып, яраштырығыҙ һәм, дөрөҫөн әйткәндә, ансамбль төҙөгөҙ».

Римда Энгр тиҙ арала, бигерәк тә Римға Наполеондың туғандары менән килгән француз аристократтары араһында, популяр рәссам булып китә. 1809 йылда уҡ уға тәүге заказды Иоахим Мюрат бирә. Портреттарҙан тыш, 1812 йылда интерьерҙы биҙәү буйынса бер нисә заказ ала, шул иҫәптән Наполеондың Римдағы резиденцияһы өсөн оҙонлоғо 5 метрлыҡ «Акронды еңгән Ромул» композицияһын эшләй.

Энгр уны темперала башҡара, был Кватроченто фрескалары стилен өлгө итеп алыу, образды фриз кеүек төҙөү мөмкинлеген бирә.[50] Был осорҙоң тағы бер билдәле картинаһы — ул саҡтағы үтә популяр Макферсон мистификациялары (Шотландия кельттары фольклоры буйынса) темаһына «Оссиан хыялы» (был мистификациялар Наполеонға бик оҡшай).

1813 йылда Энгр император һарайында хемәт иткән бер чиновниктың ике туған һеңлеһе Мадлен Шапелгә өйләнә. 1814 йылда Энгр бер юлы ике юғалтыу кисерә: балаһы тыуған көнөндә үк үлә (уларҙың балалары башҡаса булмай), ә бер нисә айҙан Францияла атаһы Жан-Джозеф Энгр вафат була.

Наполеондың һеңлеһе Каролина Мюрат өсөн ул Неаполдә "Ҙур Одалиска"ны яҙа. Бында ул Каролина Мюрат портретын да төшөрә. Одалисканы тамамлауға Неаполь королеваһы тәхетенән ҡолатыла, ә картина рәссамдың студияһында ҡала. Шул уҡ йылды рәссам «Рафаэль менән Форнарина» картинаһын тамамлай, бынан һуң ул тарихи темаға бик күп картиналар яҙа («Ариосто һәм Карл V исеһе», «Паоло һәм Франческа», «Руджеро Анджеликаны ҡотҡара», «Леонардо да Винчи үлеме», «Папа Пий VII Сикст капеллаһында» һ.б.) Был картиналарҙы ул күбеһенсә француз артистократтары өсөн, мәҫәлән Римдәге Франция илсеһе де Блак өсөн, яҙа. Һүрәттә төшөрөлгән персонаждар матур булып күренһен өсөн ул Яңырыу дәүере рәссамдарына оҡшатып яҙырға тырыша, хатта кеше кәүҙәһенең анатомия үҙенсәлектәрен лә боҙоуҙан тартынмай (мәҫәлән, Одалискаға бер нисә ҡабырға өҫтәй), тарихи дөрөҫлөктө лә ул һәр саҡ кәрәк тип тапмай.

Романтиктар менән дуҫ булмаһа ла, Энгр күпмелер кимәлдә уларҙың йоғонтоһон тоя, ҡайһы бер картиналар сюжетын ул романтик шағирҙар әҫәрҙәренән ала. Дантеның Паоло һәм Франческа да Римини сюжетына мөрәжәғәт итеү ҙә Энгр өсөн тәбиғи булған.

1815 йылда Наполеон икенсе тапҡыр тәхетенән ҡолатылғас, француз аристократтары күпләп Францияға ҡайтып китә башлай. Ошо даирәлә генә заказсылары булған Энгр ауыр хәлдә ҡала, 1818 йылда ғына рәссам картиналарын Салонда күргәҙмәә ҡуя. Ошо осорҙа уның әсәһе вафат була, Францияла король Людовик XVIII власҡа килә. Королдең һарайын реставрациялау башлана һәм Энгрҙың тарихи картиналарын күпләп ошо һарайҙы биҙәү өсөн ала башлайҙар.

Был осорҙа Энгрға күбеһенсә, бик теләмәһә лә, Римға килгән инглиз туристарын һүрәткә төшөрөп, аҡса эшләргә тура килә . 1819 йылда Доминик менән Мадлен Лоренцо Бартолини янына Флоренцияға баралар һәм, уның саҡырыуы буйынса, 1820 йылда был ҡалала төпләнәләр. Римда үткән йылдарын Энгр «13 ҡоллоҡ йылы» тип атай.

Жан Огюст Доминик Энгр 
Мерри-Жозеф Блондель Медичи виллаһы алдында. 1809
Жан Огюст Доминик Энгр 
Лоренцо Бартолини. 1820, Лувр

Флоренция (1820—1824)

Флоренция властарының Энгрға биргән таныҡлығы 1820 йылдың 19 июлендә яҙылған, әммә билдәле булыуынса, ҡалаға Доминик менән Мадлен иртәрәк күсеп килгән. Энгрҙар Бартолини йортонда төпләнә, ул саҡта Бартолини Флоренция сәнғәт академияһының скульптура бүлеге мөдире була. Рәссам ҡатыны менән бында дүрт йыл йәшәй, һәм улар араһында бик яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаша. Энгр дуҫының төрлө леталдәр тулы портретын яҙа. Флоренцияла йәшәгән осорҙа Энгр тик бер генә портретты заказ буйынса яҙа- был граф Гурьев портреты, ҡалғандары- уның дуҫтарының портреттары.

Жан Огюст Доминик Энгр 
Людовик XIII-нең анты1820 — 1824, Монтобан, собор Нотр-Дам

1820 йылдың 29 авгусында, Флоренцияға күскәндән һуң, Энгр үҙенең тормошон тулыһынса үҙгәрткән һәм етди ижади боролошҡа килтергән заказ ала. Франция эске эштәр министрлығы уға рәссамдың тыуған ҡалаһы Монтобан соборындағы алтарь өсөн «Христос әсәһе Мариянан Франция короллеген һаҡлауҙы һораған Людовик XIII-нең анты» темаһына картинаға заказ бирә. Был эш дүрт йылға һуҙыла, рәссам был эштән һуң яңынан неоклассицизм юлына ныҡлап баҫа һәм романтик эксперименттарын бөтөнләй онота. Был әҫәрҙә Рафаэлдең «Сикст мадоннаһы» һәм «Мадонна ди Фолиньо» кеүек әҫәрҙәренә оҡшаған мәлдәрҙең күп булыуы сәнғәт белгестәрен, тәнҡитселәрҙе уға төрлөсә баһа бирергә мәжбүр итә. Рафаэлдең йоғонтоһо бында Энгрҙың үҙенсәлекле ижадын юҡҡа сығара яҙған..

Икенсе Париж осоро. Академия (1824—1834)

Делакруа менән бәхәс

Жан Огюст Доминик Энгр 
Портрет Карла X в коронационном одеянии. 1829, Байонна, Музей Бонна

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Энгр

Tags:

Жан Огюст Доминик Энгр Ижады осорҙарыЖан Огюст Доминик Энгр БиографияһыЖан Огюст Доминик Энгр ПариждаЖан Огюст Доминик Энгр Италияла уҡыу (1806—1811). Ирекле рәссам (1811—1824)Жан Огюст Доминик Энгр Икенсе Париж осоро. Академия (1824—1834)Жан Огюст Доминик Энгр ИҫкәрмәләрЖан Огюст Доминик Энгр ӘҙәбиәтЖан Огюст Доминик Энгр ҺылтанмаларЖан Огюст Доминик ЭнгрГектор БерлиозИталияНикколо ПаганиниПарижРимТулузаФеренц ЛистФлоренцияФранция

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ИнтернетЕкатерина IIҺынамыштар1873 йылСаз (музыка ҡоралы)Башҡорт ир-ат исемдәреҒәлимов Флүр Миншәриф улыМюзикл22 апрельСайтГазпром Нефтехим СалауатАфғанстанАтаман станцияһыҺиндостанМөнәсәбәт һүҙҙәрМагнитогорскПольша1972 йылҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыӘзербайжанДәүләтТөркиәСураш ҠалмырҙинМәжит ҒафуриИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыХалыҡ-ара стандарт серия номерыЭпентезаБүреСтәрлебаш районы21 июльНазар НәжмиБактерияларШиғриәтАлмаш (һүҙ төркөмө)Нинтендо уйын картаһыСибайЙылғаҠыҙыл Байраҡ орденыMicrosoftТарихТәбиғәтАғиҙел (йылға)БелешмәФильмРостов Арена2 мартӘбүғәлисинаСеңләүШүлгәнташНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыБашҡорт халыҡ йырҙарыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүНеодимБатицкий Павел ФёдоровичҠорама тегеүБашҡорт алфавитыДоткомБаш битЖирафГәрәев Муса Ғайса улыАсы (шифахана)Нельсон МанделаИсландияРун яҙмаһыРодники (Бәләбәй районы)YouTube🡆 More