Вәлиева Резеда Тәфҡәлүн ҡыҙы (1930 йылдың 1 майы, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1932 йылдың 3 февралендә Башҡортостандың Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылында тыуған) — Татарстандың балалар яҙыусыһы, шағир, йыр текстары авторы, тәржемәсе.
{{{Исеме}}} | |
Жанр: | шиғыр, поэма, сценарий |
---|---|
Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылынан (элекке АБССР-ҙың Үрге Ҡыйғы районы).
1934—1957 йылдарҙа Ҡыйғы һәм Салауат райондарында мәктәп директоры булған ике Ленин орденлы Вәлиев Тәфҡәлүн Хаммат улының ҡыҙы.
Атаһы Тәфҡәлүн Вәлиев директор булып эшләгән Лаҡлы мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡый башлай, 1947 йылда Малаяҙ районы Иҫке Ҡаратаулы урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Владимир Ильич Ленин исемендәге Ҡаҙан дәүләт университеты филология факультетының татар бүлегенә уҡырға инә.
1952—1985 йылдарҙа — университетты тамамлағандан һуң, ул Ҡаҙанда Татар китап нәшриәтенең йәштәр һәм балалар редакцияһы редакторы.
1960 йылда — тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.
1962—1983 йылдар — ун биштән артыҡ китабы баҫыла.
1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы
2013 йылдың 17 апрелендә Ҡаҙан ҡалаһының 33-сө мәктәбендә Резеда Вәлиева менән ижади осрашыу булып үтте. Уҡыусылар шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләне, һүрәттәр конкурсында ҡатнашты, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарҙы. Концерттан һуң шағирә автографын таратты һәм хәрмәтле ҡунаҡтар китабына яҙма ҡалдырҙы, шулай уҡ мәктәп китапханаһына әҫәрҙәрен бүләк итте.
Атаһы Вәлиев Тәфҡәлүн Хаммат улы 1937 йылда Лаҡлы крәҫтиән йәштәре, бер аҙҙан тулы булмаған урта (йәки: ете йыллыҡ) мәктәбен етәкләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оҫта етәксе, йәмәғәт хеҙмәткәре булып таныла. Был йылдарҙа Салауат районы мәктәптәре араһында Лаҡлы урта мәктәбе алдынғы коллектив булараҡ билдәлелек ала. Директорҙың тынғыһыҙ хеҙмәте арҡаһында ул һәр саҡ маҡтаулы урынға лайыҡ була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Иҫке Ҡаратаулы мәктәбен етәкләй.
Апаһы Рәүзиә Тәфҡәлүн ҡыҙы үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышына китә, зенитсы булып хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң Ҡаҙан ҡалаһында йәшәне. Татар Асср-ы Хөкүмәт аппаратында эшләне.
Резеда Вәлиеваның балалар һәм өлкәндәр өсөн 30-ҙан артыҡ шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары баҫылды.
Уның шиғырҙары тематика яғынан күп төрлө, лирик кәйефе буйынса берҙәм, балаларҙы тыуған тәбиғәткә һәм халҡына һөйөү рухында, ҡыйыу, зирәк һәм эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Уларға йомшаҡ лиризм һәм тәрән ихласлыҡ хас.
Балалар өсөн йыйынтыҡтары:
лирик шиғырҙар
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үҫкән ауыл балаларының тормошон сағылдырған поэтик йыйынтығы ябай кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең кешелеклелеге һәм яғымлылығы тураһында: «Яҡты яр» (Светлый берег)" (1985)
Композитор Әнүәр Бакиров уның шиғырҙарына йырҙар яҙған:
Татар теленә нәфис тәржемәләре:
Ноталы йыйынтыҡтар текстарының редакторы, шул иҫәптән:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Вәлиева Резеда Тәфҡәлүн ҡыҙы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.