Велимир Живоинович

Ве́лимир Ба́та Живои́нович (сер.

Велимир Живоинович
Велимир Живојиновић
Велимир Живоинович
Тыуған көнө

5 июнь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Вафат көнө

22 май 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (82 йәш)

Карьераһы

1955 — 2016

IMDb

ID 0957372

Велимир Живоинович Велимир Живоинович Викимилектә

Кинолағы карьераһы барышында 300-ләгән фильмда һәм телесериалда төшкән, шуларҙың 35 -тән ашыуы — партизандар тураһындағы фильмдар. Ҙур экранға тәүге тапҡыр «Песма са Кумбаре» фильмында (1955) сыға.

Биографияһы

Живоинович Нови-Сад ҡалаһында актёрлыҡ мәктәбен һәм Белград театр, кино һәм музыка академияһын тамамлай. 1955 йылдан бер аҙ ваҡыт театр сәхнәһендә эшләп ала, кинолағы дебюты 1955 йылда «Песма са Кумбаре» фильмында була. Бата Живоинович тигән исем аҫтында билдәлелек ала.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында фашизмға ҡаршы көрәшеүселәргә арналған хәрби «партизан» фильмдарында төшөү уға уңыш алып килә. Ул мөһабәт фактуралы ҡиәфәткә эйә партизан образын тыуҙыра һәм кинола партизандар, ҡаһармандар, Ватанды һаҡлаусылар образдары өсөн үҙе бер табыш була. Ошо ролдәренә ҡарап, уны халыҡ араһында «Югославияның баш партизаны» тип тә йөрөтәләр. Живоиновичтың иң уңышлы ижади осоро 60-сы — 80-се йылдарға тап килә.

«Вальтер защищает Сараево» (1972) фильмындағы роле арҡаһында уны Ҡытайҙа бик яҡшы беләләр, "Expo 2010"да ошо образында сығыш яһай. Немец телендәге бер нисә фильмда төшә, әммә уларҙы әллә ни әһәмиәтле тип һанамай. Шулай уҡ тәүге осор төшкән фильмдарын да түбән баһалай.

Сергей Бондарчукты үҙенә үрнәк итеп ҡуя.

Бата Живоинович 2002 йылда Сербия социалистик партияһынан президентлыҡҡа кандидат була, ләкин Милошевич уға булышлыҡ күрһәтмәй. 1991 йылдан парламент ағзаһы.

Һайланма фильмографияһы

  • 1959 — Поезд вне расписания / Vlak Bez Voznog Reda — Дуйе Брикета
  • 1962 — «Козара» / Козара — Шорга
  • 1965 — «Папоротник и огонь» / Tri — Милош Боянич
  • 1965 — «Верная Рука — друг индейцев» / Лавиринт смрти (Old Surehand 1. Teil) — Джим Поттер
  • 1967 — «Диверсанты» / Диверзанти — Корчагин
  • 1967 — «Скупщики перьев» / Скупљачи перја — Мирта
  • 1968 — «Брат доктора Гомера» / Брат доктора Хомера — Симон Петрович
  • 1969 — «Битва на Неретве» / Битка на Неретви — Столе
  • 1969 — «По следу Тигра» / Мост — майор Тигр
  • 1972 — «Мастер и Маргарита» / Мајстор и Маргарита — Коровьев
  • 1972 — «Вальтер защищает Сараево» / Валтер брани Сарајево — Вальтер
  • 1973 — «Сутьеска» / Сутјеска — Никола
  • 1976 — «Сторож пляжа в зимний сезон» / Чувар плаже у зимском периоду — отец Любиши
  • 1977 — «Пёс, который любил поезда» / Пас који је волео возове — Ковбой
  • 1977 — «Пришло время любить» / Луде године — доктор Неделкович
  • 1979 — «Партизанская эскадрилья» / Партизанска ескадрила — Вук
  • 1983 — «Балканский экспресс» / Balkan ekspres — Стойчич
  • 1984 — «Чудо невиданное» / Чудо невиђено — Отец Макарие
  • 1985 — «Здравствуйте, инспектор!» / Ћао, инспекторе — Боки
  • 1988 — «Коньяк» / Тајна манастирске ракије — Абдуллах
  • 1996 — «Красивые деревни красиво горят» / Лепа села лепо горе — Гвозден
  • 1997 — «Некоторые птицы никогда не долетят» / Птице које не полете — дед
  • 1998 — «Бочка пороха» / Буре барута — водитель
  • 1999 — «Белый костюм» / Бело одело — Господин
  • 2005 — «Ивкова слава» / Ивкова слава — господин Мирко

Һайланма телесериалдары:

  • 19871991 — «Лучшая жизнь» / Бољи живот — Александр Костич Мацола
  • 19931996 — «Счастливые люди» / Срећни људи — Аранджел Голубович

Бүләктәре

  • «Көмөш арена», Пулалағы кинофестиваль, Югославия (1963)
  • «Алтын майҙан», Пула, Югославия (1965, 1967, 1972)
  • «Октябрь бүләге», Белград, Югославия (1972)
  • Мәскәү кинофестивалендә премия, СССР (1979)
  • «Славица» («Павле Вуисич»), Сербия (1993)
  • «Гәлсәр ҡыңғырау», «Стожары» кинофестивале, Киев, Украина (1999)
  • «Кинематографҡа индергән ҙур өлөш өсөн» С. Бондарчук исемендәге премия, «Алтын витязь» кинофестивале, Калуга, Рәсәй (2003)
  • «Александр Лифка», Палич, Сербия (2006)

Иҫкәрмәләр

Tags:

Велимир Живоинович БиографияһыВелимир Живоинович Һайланма фильмографияһыВелимир Живоинович БүләктәреВелимир Живоинович ИҫкәрмәләрВелимир Живоинович1933 йыл2016 йыл22 май5 июньСерб телеСербия

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улыБүреФранцияҒаләм11 ноябрьИмам майҙаны1809 йылҮҫәргән ырыуы шәжәрәһеВаҡытЙоһанн Вольфганг фон ГётеВоронеж өлкәһеГалилео ГалилейРостов АренаЯпон телеҠаҙағстанКилешРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМонгол империяһыҠояшҺүҙбәйләнешМуса ЙәлилБызина Нина ИвановнаАлбания Фәндәр академияһыБөжәктәрБронза быуатыҠылымВикикитапханаХәсән Назар24 февральКорея Халыҡ-Демократик Республикаһы1975 йылБелорус телеОтто фон БисмаркБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыИсландия26 апрельЖурналистика2020 йылМәҫәлЫрыу (биология)20 апрельЫрымбур губернаһыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыҠазанМоро ислам азат итеү фронтыГеорг Вильгельм Фридрих ГегельФерменттарХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыАбай ҠонанбаевЯмал-Ненец автономиялы округыИзраильМикрокредитлау1992 йыл21 февральБөтә Донъя СелтәреТәбиғәтМәжүсилекТалха ҒиниәтуллинДауыт ЮлтыйБарабанЗакир ҺаҙыйКәкүк (мифологияла)Йәйәләр🡆 More