Бөйөк Себер Боҙ Походы

Бөйөк Себер Боҙ походы — Аҡтар хәрәкәтендә ҡабул ителгән 1920 йылдың ҡышында адмирал Колчактың Көнсығыш фронты армиялары көнбайышҡа сигенеү атамаһы.

Себер ҡышының үтә ауыр шарттарындағы операция барышында оҙонлоғо буйынса тиңһеҙ булған, Барнаулдан һәм Новониколаевскиҙан Читаға тиклем, яҡынса 2000 километрлыҡ атлы-йәйәүле араны үтеү.

Бөйөк Себер Боҙ походы
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Дата

14 ноябрь 1919март 1920

Урыны

Себер, Байкал аръяғы

Нәтижә

Аҡ армияһы ғәскәрҙәренең ҙур юғалтыуҙар менән Читаға табан артҡа сигенеүе. Ҡыҙыл армияһының генерал Каппелдең частарын ҡамау буйынса уңышһыҙлығы

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй флагы Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Ҡыҙыл армияһы

Командирҙар

Рәсәй Федерацияһы Каппель Владимир
Рәсәй Федерацияһы Войцеховский Сергей

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Каменев Сергей
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Фрунзе Михаил

 
Көнсығыш фронт
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Иркутск (1917) • Иностранная интервенция • Чехословацкий корпус (Барнаул • Нижнеудинск • Прибайкалье) •Иркутск (1918) • Казань (1) • Казань (2) • Сембер Сызрань и Самара • Ижевск и Воткинск • Пермь (1) •
Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (Ырымбур Уральск) • Чапанная война •
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
(Боғорослан Бәләбәй Сарапул-Воткинск Өфө)Пермь (2) Златоуст Екатеринбург СиләбеЛбищенскТобол • Петропавловск • Уральск и Гурьев •
Бөйөк Себер Боҙ походы
(Омск • Новониколаевск • Красноярск) •
Иркутск (1919) •
Партизанское движение (Алтай • Омское восстание • Минусинск • Центр.Сибирь • Забайкалье) • Голодный поход • Ҡарағош яуы Восстание Сапожкова • Западно-Сибирское восстание

Поход менән 1919 йылдың 26 ғинуарында тәғәйенләнгән Көнсығыш фронты Генераль штабының баш командующийы генерал-лейтенант Каппель Владимир Оскарович етәкселек итә. Уның 1920 йылдың 26 ғинуарҙағы вафатынан һуң ғәскәрҙәр өҫтөнән командованиены генерал Сергей Николаевич Войцеховский ҡабул итә.

Походтың тарихы

Аҡ армияның сигенеүе 1919 йылдың ноябрь — декабрь айҙарында Омск һәм Новониколаевск операцияларындағы ауыр еңелеүҙәрҙән һуң башлана. Генерал Каппель етәкселегендәге армия яраланғандарҙы ташыу өсөн булған эшелондарҙы ҡулланып, Транссебер тимер юлы буйынан сигенә. Уларҙың эҙенән көнбайыштын Г. Х. Эйхе командованиеһы аҫтындағы 5-се Ҡыҙыл армияһы һөжүмләй. Хәлде тыл ҡалаларындағы күп һанлы болалар һәм айырым-айырым партизан отрядтарының атакалары ҡатмарлаштыра, унан да нығыраҡ зәһәр себер һыуыҡтары йәнгә тейә. Аҡ частарҙың үҙҙәре бер нисә еңелеүҙәрҙән һуң төшөнкөлөккә бирелә, үҙәкләштергән тәьмин итеү тотҡарлана, өҫтәлмә тулыландырыу туҡтатыла, тәртип катастрофик хәлдә була. Көнсығыш фронтының 2-се Аҡ армияһы штабы начальнигы генерал-майор С. А. Щепихин үҙенең шул осорҙағы часына «ҡоралланған өйөр генә» тигән характеристика бирә.

Ошо шарттарҙа Колчак ғәскәрҙәрендә сикһеҙ ышаныс һәм абруй ҡаҙанған В. О. Каппельдe фронт командующийы итеп тәғәйенләүе Колчак армияһының фәжиғәнән ҡотолоуға беренсе ынтылышы була. Уның ҡарамағында 2-се армияның частары ғына ҡала, сөнки 1-се һәм 3-сө армиялар менән бәйләнештәр өҙөлгән була. Тимер юлы өҫтөнән контроль чехословак корпусы ҡулында була, шуға күрә генерал Каппелдең частары тимер юлы мөмкинлектәре менән файҙалана алмай һәм аҡ ғәскәрҙәр саналарға тейәлеп китә. Шулай итеп, ситтән ҡарағанда, армиялар бик ҙур сана ылауҙары булып күренә.

Каппельдeң беренсе аҙымы бөтә икеләнгәндәргә большевиктарға бирелеү йәки өйҙәренә таралыу рөхсәте тураһында приказы була. Ошо уҡ приказда ул уның менән ҡалғандарҙың бөтәһен дә ауыр һынауҙар көтөсәге тураһында иҫкәртә. Ошоноң менән ул сафта яугирҙарҙың иң ышаныслы контингентын ҡалдыра. Армияның һаны ныҡ кәмей, әммә уның һуғышҡа һәләтлеге — арта. Красноярскиҙы штурмлау — беренсе һынау була. Аҡ гвардиясылар Красноярскиға яҡынлашҡан ваҡытта большевиктар етәкселегендә эшселәрҙең ихтилалы башлана, уға гарнизон начальнигы генерал Бронислав Зиневич етәкселегендәге гарнизон ҡушыла. Генерал Зиневич большевиктар менән солох төҙөргә ҡарар иткәс, Каппелде телефондан ризалашырға өгөтләй башлай. Генерал Каппель солохҡа риза булмай һәм аҙаҡтан Зиневичтың гарнизонын ҡаланан бәреп сығарырға бойора. Бер нисә уңышһыҙ бәрелештәрҙән һуң (1920 йылдың 5 — 6 ғинуары) Красноярскиҙы төньяҡтан урап үтеп һәм Дрокино ауылы эргәһендә Ҡыҙыл армия частары менән ауыр алышта бирешмәйенсә, Енисейҙы аша сығып, көнсығышҡа табан китәләр. Яҡынса шул уҡ һанлы кеше Красноярск гарнизонына бирелә. Аҡ гвардия частарының был ғәмәлдәре быға тиклем үтелгән походтан арығанлығы һәм артабанғы юлдың билдәһеҙлеге менән бәйле була.

7 ғинуарҙа 2-се һәм 3-сө аҡ армияларының ҡалдыҡтары ҡушылалар, дөйөм сафта 30 000 кеше иҫәптә була. Красноярскиҙән һуң сигенеүҙе бер нисә колонна менән алып барырға ҡарар ителә, сөнки бындай ҙур ғәскәрҙе тәьмин итеүе ауырлыҡтар тыуҙыра. Константин Сахаров командованиеһы аҫтында бер колонна Себер тракты һәм тимер юлы буйлап хәрәкәт итә, ә Каппелдең колоннаһы Красноярcкиҙән аҫтараҡ, Енисей буйлап төньяҡҡа табан, һуңынан Кан йылғаһынан Канскиға тиклем йүнәлә. Канскиҙа улар тимер юлына барып сығырға һәм Сахаров колоннаһы менән осрашырға тейеш була. Юлдың оҙонлоғо 105 км була. Һикәлтәле тайга йылғаһы буйлап 90 км һуҙымлығында бер ниндәй ҙә торлаҡ, бер нисә һунар өйҙәренән башҡа, осрамай.

Кан йылғаһының тамағы янында дөйөм колоннанан 11-се Ырымбур казак полкы һәм 3-сө Барнаул уҡсылар полкы (командиры — полковник А. И. Камбалин) айырымланалар. Улар генерал А. П. Перхуров командованиеһы аҫтында артабан төньяҡҡа Енисей буйлап, уның Ангара менән ҡушылған урынына тиклем, баралар. Үҙаллы, ҡыш өҫтөндә 3000 километр тайганан зәһәр һыуыҡта, Енисейҙан Ангара буйлап Илим йылғаһы тамағына тиклем, артабан Илимск ҡасабаһына, аҙаҡтан Усть — Кут ҡасабаһына тиклем легендар күсенеүҙе башҡаралар. Лена йылғаһы эргәһендә Подымахинское ауылында 1920 йылдың 11 мартында генерал А. П. Перхуровты уның отряды менән бергә ҡыҙыл партизандары пленға алалар. Отряд был ваҡытта дезертирлыҡтан, ауырыуҙарҙан, туңыуҙан һәм аслыҡтан бик ныҡ бирешкән була. Артабан Усть-Кутҡа тиклем юлды отрядтың ҡалдыҡтары Лена буйлап Верхоленскиға тиклем генерал Сукиндың командованиеһы аҫтында үтәләр. Сукиндың отряды сафтарында 4 меңдән дә кәм булмаған кеше иҫәптә торған һәм улар яҡшы ҡоралланған булған. Февраль айында Качуг районы Бирюлька ауылында уларға ҡаршы Нестор Каландарашвилиның ҡыҙыл отряды һуғыша. Алыш көнө буйы тиерлек бара. Сукиндың отряды ҡаты ҡаршылыҡ осратып, сигенә. Һуңынан улар эвенк оҙатыусыларын табып, Бирюльканы урап үтәләр һәм Лена йылғаһы буйлап өҫкә ,Чанчур йылғаһына тиклем, Чанчурҙан Байкал һырты аша Онгуренға алып барған юлға сығалар. Унда инде, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тапмай, аҡтар Байкал аръяғына һәм артабан Усть- Баргузинға тиклем китәләр. 1920 йылдың 14 мартында колонна Читаға килеп етә. Улар был ваҡытта ауырыу, аяҡ-ҡулы туңған, йонсоған кеше булып күренәләр.

Был этапта аҡ ғәскәрҙәргә эҙәрлекләүҙән ҡотолорға форсат табыла, сөнки ҡыҙылдарҙың ғәскәрҙәре Красноярскиҙа тәьмин итеү һәм тулыландырыу өсөн туҡталып ҡалалар. Каппелдең ғәскәрҙәрен юҡ итеү А. Д. Кравченко һәм П. Е. Щетинкиндың партизан отрядтарына бойорола. Кан йылғаһынан үтеү аҡтар өсөн походтың иң ауыр участкаларҙың береһе була. Тарихсы Руслан Гагкуев походтың ошо эпизодын ошолай тасуирлай:

Бөйөк Себер Боҙ Походы  Движение по реке Кан было не только тяжёлым, но и крайне опасным. Река, покрытая толстым слоем снега, под которым струилась вода незамерзающих горячих источников, тридцатипятиградусный мороз… Более тяжёлые условия, пожалуй, придумать сложно. Люди, двигаясь в темноте по реке, фактически, наощупь, постоянно проваливались в полыньи, которые не были видны под снегом. Многих из них покидали силы и они оставались лежать на этом крёстном пути… Бөйөк Себер Боҙ Походы 
Бөйөк Себер Боҙ Походы 
«Бөйөк Себер походы өсөн» ордены

10 ғинуарға үтә ауыр һәм ҙур юғалтыуҙарҙан торған Кан йылғаһы буйлап үтеү тамамлана — ғәскәрҙәр Барга ауылына килеп сығалар. Ошо күсенеү ваҡытында генерал Каппель йылыуға (полынья) төшөп китә һәм аяҡтарын туңдыра. Аяҡтарын ампутациялау һәм һыуыҡ тейеүҙән үпкәләре шешеү генералдың хәлен бик насарайта, әммә ул һаман да ғәскәрҙәр менән етәкселек итеүен дауам итә, вәкәләттәренең ҡайһы берҙәрен генә генерал Войцеховскийға ышанып тапшыра. Канскиҙағы ихтилал һәм гарнизондың большевиктар яғына күсеүе тураһында ишеткәс, Каппель 12-14 ғинуарҙа ҡаланы көньяҡтан урап үтә. Артабан ғәскәрҙәр Себер тракты буйлап хәрәкәт итә, көслө ҡар яуыу һәм ҡаты һыуыҡтар шарттарында был еңел бирелмәй. 19 ғинуарҙа ғәскәрҙәр Замзор станцияһын баҫып алалар һәм Иркуткиҙағы ихитилал тураһында белеп ҡалалар. Һыуыҡҡа хәҙер ауыр алыштар өҫтәлә. 22 ғинуарҙа аҡ частар ҡыҙыл ихтилалсыларҙы һәм партизандарҙы Нижнеудинскиҙан ҡыуып сығаралар, иртәгәһе көндә Каппель унда үҙенең иң һуңғы кәңәшмәһен үткәрә, ә 26 ғинуарҙа армия хәрәкәт иткән юлда Утай тимер юлы разъезында вафат була. Алдағы көн ғәскәрҙәр менән етәкселекте генерал Войцеховскийға тапшырып өлгөрә. Каппелдең кәүҙәһен походты дауам иткән ғәскәрҙәр үҙҙәре менән алып китә.

21 ғинуарҙа Иркутскиҙа Рәсәйҙең Юғары Хакимы адмирал Колчакты чехословактар большевиктарға тотторалар. 23 ғинуарҙа Нижнеудинскиҙа үлем түшәгендә ятҡан генерал Каппель янында үткән армия штабы советында Иркутскиҙы штурмлап алырға, Колчакты азат итергә һәм Байкал аръяғында большевиктар менән көрәшеү өсөн яңы фронт ойоштороу буйынса ҡарар сығарыла. 24 ғинуарҙа Иркутскиға аҡтар ғәскәрҙәренең һөжүме башлана.

Иркутскиҙа власты яулаған ҡыҙылармеецтар аҡтарҙы туҡтатырға маташалар, уларға ҡаршы Иркутскиҙан Зима станцияһын баҫып алған ҡыҙыл отрядтар ебәрелә.. 29 ғинуарҙа Войцеховскийҙың 2-се армия частары Зиманы кире тартып ала.

Аҡ армияның Иркутскиға табан хәрәкәте оҙаҡҡа һуҙылып китә. Каппелевсыларҙың Иркутскиҙы шулай ҙа алыу Һәм Колчакты ҡотҡарыу мөмкинлегенән ҡурҡып, Ленин приказы менән Колчакты атып үлтереүҙе раҫлай 1920 йылдың 7 февралендә Колчакты судһыҙ-ниһеҙ атып үлтерәләр.

Колчакты атып үлтереүҙәре тураһында ишеткәндән һуң генерал Войцеховский Иркутскиҙы штурмлауҙы үткәрмәҫкә була. Каппелевсылар ике колонна менән Иркутскиҙы урап үтәләр һәм Большое Голоустное ауылына йүнәләләр. Байкалды аша сығыу һәм Байкал аръяғы тимер юлының Мысовая станцияға етеү планлаштырыла. Унда каппелевсыларҙы атаман Семеновтың ғәскәрҙәре һәм санитар поездары көтә.

1920 йылдың февраль урталарында каппелевсылар Байкалды аша сыға. Был сығыу ҙа, Кан йылғаһы буйлап сығыу һымаҡ, Бөйөк Себер походының иң ҡатмарлы өлөштәренең береһе була. Барыһы Байкалды 30-35 мең кеше үтә. Мысовая станцияһында яралы һәм ауырыу каппелевсыларҙы, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙы эшелондарға урынлаштыралар, ә сәләмәт булғандар үҙенең походын (яҡынса 600 км) Читаға тиклем дауам итәләр. Читаға улар 1920 йылдың март башында барып етә

Поход тамамланғандан һуң генерал Войцеховский «Бөйөк Себер походы өсөн» Хәрби Орденының айырма Билдәһен раҫлай (награданың атамаһы уны Урыҫ Император армияһы Изге Георгий Ордены менән бер рәткә ҡуя)). Билдә менән Бөйөк Себер Боҙ походын үткән бөтә офицерҙар һәм һалдаттар наградлана.

Башҡорттар Бөйөк Себер Боҙ походында

Граждандар һуғышының тарихын өйрәнеү өсөн шул осорҙағы сәйәси көстәрҙең эшмәкәрлеген өйрәнеү кәрәк. 1922 йылда V Бөтә Башҡорт партконференцияһы үҙенең «Милли көрәш һәм Вәлидов тураһында» исемле өндәмәһендә Әхмәтзәки Вәлидигә контрреволюционер мөһөрөн таға. 1926 йылда партияның Башҡорт обкомы ҡабул иткән тезистарға ярашлы («Башҡорт хәрәкәтенең характеристикаһы») 1917 йылдың февраленән октябрь айына тиклем башҡорт хәрәкәте ыңғай баһа ала, ә Октябрь революцияһынан һуң — буржуаз-милли, контрреволюцион тип таныла. Шуға күрә, ул периодтағы хеҙмәттәрҙә (С. Атнағолов, Ш. Типеев) башҡорттарҙың аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыуы кире яҡтан баһалана, ә уның лидерҙары башҡорт халҡының бер өлөшөн дошман лагерына әйҙәгән контрреволюционерҙар, итеп күрһәтелә.

Шул уҡ ваҡытта 50-се, 60-80-се йылдарҙа донъя күргән Б. Х. Юлдашбаевтың хеҙмәттәрендә объектив рәүештә Башҡорт хөкүмәтенең, Башҡорт хәрби шураһының эшмәкәрлеге ыңғай баһалана, урындағы большевиктарҙың милли мәсьәләләрҙә ебәрелгән хаталары күрһәтелә. Илдә үҙгәртеү осоро башланыу менән әүҙем ижтимағи хәрәкәт барлыҡҡа килә, хәтирәләрҙе баҫтырып сығаралар.

Башҡорт милли хәрәкәте бик ҡатмарлы юл үткән. 1918 йылдың май аҙағында, Чехословак корпусы Силәбене алғандан һуң, Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшмәкәрлеген бында дауам итә. Июнь айында Башҡорт хәрби шураһы булдырыла һәм ул Башҡорт ғәскәрен ойоштороу эштәрен башлай. 1918 йылдың көҙөндә 3-сө Башҡорт пехота полкы (командиры Ғ. Таған) полковник Каппель частары менән ҡыҙылдарға ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1919 йылдың башында З. Вәлиди башҡорт ғәскәрҙәрен бер ергә туплай башлай. 18 февралдә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына күсә, ә Ғ. Тағандың полкы күсеп өлгөрмәй, Колчак полкты таратырға ҡуша. Полк бойороҡҡа буйһонмай, ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡарай. Полктың мөлкәте тартып алына. Колчак армияһының төрлө частарында 2000 тирәһе башҡорт иҫәпләнгән. Б. Б. Филимоновтың «Адмирал Колчактың Аҡ армияһы» исемле монографияһында Байкал аръяғына барып еткән Аҡ армия составында (4-се Өфө уҡсылар, 8-се Кама уҡсылар полктарында һәм Айырым Кама атлы дивизионында) башҡорт яугирҙарының күп булыуын билдәләй. Башҡорт яугирҙары түҙемлелеге, ҡаһарманлығы яғынан да, тәртип яғынан да айырылып торған.

Ғәлимйән Тағандың «Башҡорттар Байкал аръяғында» исемле рус телендә яҙылған хеҙмәте күп һорауҙар тыуҙыра, әммә ул башҡорттарҙың аҡтар армияһы менән Бөйөк Себер Боҙ походында кисергәндәренә бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4-5 мең км үткән юл михнәттәре тураһында бик һаран яҙылған.

Башҡорт халҡының киләсәге буйынса Вәлиди менән ҡырҡа риза булмаған М. Ҡорбанғәлиев Чита ҡалаһында башҡорт яугирҙарын бер формированиеға туплау өсөн күп көс һала.

1920 йылдың 14 июнендә Читала башҡорт делегаттарының кәңәшмәһе уҙғарыла. Кәңәшмәгә тиклем Ҡорбанғәлиев һәм Таған атаман Семенов менән һөйләшеп, башҡорттарҙы уның ғәскәрендә бер урында туплауға ризалыҡ алалар. Ултырышта ҡатнашыусы башҡорттар Рәсәй Көнсығыш сиктәрендәге Хәрби-Милли идаралығын булдырыуға өлгәшәләр. Уның рәйесе итеп М. Ҡорбанғәлиев һайлана. Ултырыштың протоколынан күренеүенсә, башҡорттар край власын барлыҡ көстәре менән яҡлаясаҡтары һәм Алыҫ Көнсығыш армияһының һәм Рәсәй Көнсығыш Сиктәрендәге башҡорттарҙы казак ғәскәрҙәре рәтенә индереү, уларға Ырымбур казак ғәскәренә бирелгән хоҡуҡтар һәм бурыстар биреү тураһында үтенәләр. Бер тауыштан мосолман туғанлығының үҙәк Идаралығының рәйесе итеп Алыҫ Көнсығыш армияһы муллаһы Сәлимгәрәев, уның иптәше — поручик Тағанов, сәркәтибе — штаб-ротмистр Шәфиғуллин, ҡаҙнасы — гарнизон муллаһы Солтанов һәм совет ағзалары итеп — Шәмғулов мулла, Зәкир Ишмөхәммәтов, Сабирхузин мулла, Өфө дивизияһы муллаһы Ғиләзитдинов һәм подполковник Асланов һайлана. Ошо уҡ ултырышта Бөтә ҡораллы көстәре баш командующийы атаман Семеновты Мосолман туғанлығының почетлы рәйесе һәм Алыҫ Көнсығыш армияһының командующийы генерал-лейтенант Лохвицкийҙы почетлы ағза итеп һайлайҙар. Башҡорт ғәскәренең почетлы казактары (Ил ағаһы) итеп 11 оло дәрәжәле офицер тәҡдим ителә. Әммә атаман Семеновтың ризалығы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алмай.

Башҡорттарҙы частарҙан бирмәйҙәр. Ҡорбанғәлиев ебәргән вәкилдәрҙе урыҫ офицерҙары мыҫҡыллай, хатта туҡмай. Башҡа төрлө вәхшилектәр ҙә күҙәтелә. Башҡорттарҙың берләшеүенә ҙур ҡаршылыҡ тыуа. Шул уҡ ваҡытта идаралыҡтың штабы начальнигы вазифаһына генералдар үҙ кешеләрен тәҡдим итәләр. Әммә Хәрби — Милли идаралыҡтың рәйесе ваҡытлыса вазифа башҡарыусыһы итеп Тағановты тәғәйенләй. Ошо уҡ ваҡытта армияла хәлдәр ҡатмарлаша. 1920 йылда Себер һәм Алыҫ Көнсығыш совет власы контроле аҫтында була, атаман Семеновтың ғәскәрҙәренең төп көстәре ҡышҡа табан тар-мар ителә. Аҡтар хәрәкәте тулыһынса еңелеүгә дусар була.

1920 йылдың 14 ноябрендә, ойошторолоуынан 5 ай үтеүгә, Хәрби-Милли идаралығы рәйесе Ҡорбанғәлиев идаралыҡтың ғәмәлдәрен туҡтатып тороу тураһында бойороҡ сығара (21 һанлы приказ, 1920 йылдың 14 ноябре, Манчжурия). Аҡ армияһының еңелеүенән һуң башҡорт хәрәкәте Алыҫ Көнсығышта юҡҡа сыға, башҡорттар төрлө яҡҡа тарҡала.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • В. О. Вырыпаев, Р. Г. Гагкуев, Н. Л. Калиткина. Каппель и каппелевцы. — М.: «Посев», 2007. — 778 с. — (Белые воины). — 1500 экз. — ISBN 978-5-85824-174-4.
  • С. Волков. Великий Сибирский Ледяной поход. — М.: «Центрополиграф», 2004. — (Россия забытая и неизвестная. Белое движение). — 2000 экз. — ISBN 5-9524-1089-8.
  • А. И. Камбалин. 3-й Барнаульский Сибирский стрелковый полк в Сибирском Ледяном походе. в «Журнальном зале»
  • Н. Ю. Бринюк. Крах армии А. В. Колчака и её «Ледяной поход» под руководством генерала В. О. Каппеля // Военно-исторический журнал. — 2013. — № 1. — С. 48—54.
  • Волегов И. Воспоминания о Ледяном походе / Recollection of the Ice march: 1918-1922. — [Австралия] : изд. А. Волеговой. — Данденонг, Виктория: Тип. Г. А. Павлова, 1988. — 273 с. — ISBN 0-7316-3683-X.
  • Валиди Тоган А.-З., Инан А., Таган Г. Служение. Сборник трудов башкирских ученых-эмигрантов — лидеров национально-освободительного движения 1917—1920 годов./Сост. и пер. А. М. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2007, стр. 26-29, 49-51.

Һылтанмалар

Tags:

Бөйөк Себер Боҙ Походы Походтың тарихыБөйөк Себер Боҙ Походы Башҡорттар Бөйөк Себер Боҙ походындаБөйөк Себер Боҙ Походы ИҫкәрмәләрБөйөк Себер Боҙ Походы ӘҙәбиәтБөйөк Себер Боҙ Походы ҺылтанмаларБөйөк Себер Боҙ Походы1920 йылАҡтар хәрәкәтеБарнаулКолчак Александр ВасильевичНовосибирскСеберУрыҫ армияһының Көнсығыш фронтыЧита

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ғарипов Рәми Йәғәфәр улыТөркиәБорғандаҡӨфөШвецияИкенсе донъя һуғышыБлог2012 йылЙондоҙҙарЭякуляцияБуҙйегет ҡиссаһыБашҡорттарРональд Рейган1972 йылАрхейҙарҠалҡаман-Тишек мәмерйәһеАбдразаҡов Асҡар Әмир улыЭмоцияThe Times of IndiaӘл-БируниБашҡорт шәжәрәһеТормошЙылғаРостов АренаБаш битТөрөк телеАҡмуллаЙогаДионис театрыИзраильӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыМоллюскыларДания баш ҡала төбәгеСиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улыҠарабаш турғайИсем (һүҙ төркөмө)Алмаш (һүҙ төркөмө)Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙыФинанстарҒөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙыКәкүк (мифологияла)Нуриев Рудольф Хәмит улыРодники (Бәләбәй районы)Салауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙыЭпентезаШүлгәнташXII быуатПриматтарСергей Ковалёв (йүнсел)Ҡарға бутҡаһыИльясов Спартак Мөжәүир улыМөнәсәбәт һүҙҙәрБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыПунтлендБашҡорт теле13 октябрьМәжит ҒафуриЭктел Василий ПетровичКөньяҡ Ҡытай диңгеҙе🡆 More