Бауска (латвBauska , 1920 йылға тиклем рус.
Бауск, нем.Marienland йәки Bauske) — Латвиялағы ҡала, Бауска крайының административ үҙәге. Халҡы 9348 кеше (2016 йылға). Майҙаны 6,1 км² тәшкил итә.
Бауска | |
латыш. Bauska | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1609 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Bauska һәм Бауск |
Дәүләт | Латвия |
Административ үҙәге | Бауский край[d] һәм Бауский уезд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Бауский край[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Лиелупе[d], Неманек[d] һәм Муса[d] |
Халыҡ һаны | 9797 кеше (1 ғинуар 2023) |
Туғандаш ҡала | Коломна, Рыпин[d], Хедемора[d], Радвилишкис[d] һәм Хашури |
Майҙан | 10,36 км² (1 ғинуар 2023), 9,93 км² (1 ғинуар 2023) |
Почта индексы | LV-3901 |
Рәсми сайт | bauska.lv |
Урындағы телефон коды | 639 |
Бауска Викимилектә |
Риганан көньяҡҡа табан 66 км алыҫлыҡта, Лиелупены барлыҡҡа килтергән Муса һәм Мемеле йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Иң яҡын тимер юлы станцияһы — Иецава (26 км).
Ҡала тарихында үҙ эҙен Ливония һуғышы (1558—1583), Утыҙ йыллыҡ һуғыш (1618—1648), Төньяҡ һуғышы (1700—1721), 1711 йылдағы чума эпидемияһы, 1812 йылдағығы Наполеон яуы ҡалдыра.
Баускаға Тевтон рыцарҙары тарафынан 1443 йылда нигеҙ һалына, 1511 йылда ҡала була. Тулы ҡала хоҡуғын 1609 йылда ала. Бауска һарайы 1456 йылда Ливониялағы немец ордены ландмейстеры Иоанн фон Менгеден тарафынан төҙөлә (Шулай уҡ Буш, Бушенборг Баушкенбург тип аталған). 1625 йылда замокты шведтар, Төньяҡ һуғышында 1705 йылда урыҫтар баҫып ала. 1705 йылдың замоктың нығытмалары емерелә, һәм шунан алып унда береһе лә йәшәмәй. Замоктың емереклектәре һаҡланып ҡалған, ә һуңғы йылдарҙа ул тергеҙелгән.
1855 йылда Баускала 6532 кеше иҫәпләнгән. Шул уҡ ваҡытта ҡалала православие сиркәүе, лютеран сиркәү, ике синагога булған. Шулай уҡ 1 күн, 2 кирбес һәм 1 һыра ҡайнатыу заводы булған. Йыл һайын үтә торған йәрминкәләр 12 октябрҙән 17 октябргә тиклем үткән.
Совет һәм совет осоронан һуңғы ваҡытта (2009 йылдың 1 июленә тиклем) ҡала Бауска районының административ үҙәге була.
Баусканан алыҫ түгел урында герцог Бирондың Рундаль һарайы урынлашҡан, улархитектор Растрелли тарафынан (1736—1740) төҙөлгән.
Бауск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Бауска, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.