Аһал Вилайәте

Аһал вилайәте (рус. Ахалский велаят, төркм.

Башта административ үҙәге Ашхабад булған, әммә һуңғараҡ ул айырым административ берәмеккә сығарыла, ә үҙәге итеп Әнеү ҡалаһын билдәләйҙәр.

Аһал вилайәте
төркм. Ahal welaýaty
Нигеҙләү датаһы 14 декабрь 1992
Рәсем
Рәсми атамаһы Ahal welaýaty
Дәүләт Аһал Вилайәте Төркмәнстан
Административ үҙәк Әнеү
Административ-территориаль берәмек Төркмәнстан
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Turkmenistan/Ahal.map
Хөкүмәт башлығы Сердар Гурбангулыевич Бердымухамедов[d]
Халыҡ һаны 939 700 кеше (2005)
Сиктәш Ташуғыҙ вилайәте, Балканский велаят[d], Ашхабад, Лебапский велаят[d], Марый виләйәте[d], Северный Хорасан[d], Хорасан-Резави[d] һәм Герат[d]
Ҡулланылған тел Сығатай теле
Майҙан 97 160 км²
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 13
Номер тамғаһы коды AH
Аһал Вилайәте Аһал вилайәте Викимилектә

Тарихы

Аһал вилайәте 1992 йылдың 14 декабрендә элекке Ашхабад өлкәһе биләмәһендә ойошторола.

Географияһы

Вилайәт майҙаны — 97 160 км². Ул Төркмәнстандың үҙәк өлөшөнөң көньяғында урынлашҡан, Копетдаг тауы итәгендә Иран һәм Афғанстан менән сиктәш.

Аһал вилайәте Аһал-Тәкә оазисында булған 1881 йылғы Гөк-Тепе яуы, шулай уҡ Бәһерден (төркм. Bäherden) мәмерйәһендәге йылы һыулы Коу-Ата күле менән танылған.

Халҡы

Аһал вилайәтендә 2005 йылда — 939 700 кеше йәшәгән ().2000 йылда Аһал вилайәтендә Төркмәнстандың 14% халҡы йәшәгән .

Иҡтисады

Аһал вилайәтенең иҡтисады аграр-индустриаль характерға эйә. Уның үҫешенә төбәктең дәүләт баш ҡалаһы янында булыуы ҙур йоғонто яһай. Дөйөм Төбәк иҡтисад өлөшө тулайым регион продуктының 23%- тан артығын тәшкил итә. 2000 йылда Аһал вилайәтенә Төрөкмәнстандың барлыҡ эш урындарының 11% - ы, ауыл хужалығы продукцияһының 23% - ы, шулай уҡ илдә сәнәғәт етештереүенең дөйөм күләменең 31% - ы тура килә. .

Регион газ сығарыу күләме буйынса илдә лидер булып тора (43,8 %). Уның территорияһында бер нисә эре газ ятҡылыҡтары бар.

Аһал вилайәтенең ауыл хужалығы төбәктең буйынан-буйына көнбайыштан көнсығышҡа йүнәлгән Ҡараҡом каналынан һуғарыла . Икенсе һыу сығанағы - Теджен йылғаһы, ул көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ике ҙур һыуһаҡлағыс аша Теджен ҡалаһынан көньяҡҡа табан уҙа. Рухабат этрабында «Рухубелент» ҙур агросәнәғәт комплексы булдырылған, уның үҙ баҫыуҙары, теплица хужалыҡтары, шулай уҡ йәшелсә һәм еләк-емеш эшкәртеү буйынса производство ҡеүәттәре бар.

Башҡа тармаҡтар ҙа — текстиль, мамыҡ эшкәртеү сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы үҫешә.

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Аһал Вилайәте ТарихыАһал Вилайәте ГеографияһыАһал Вилайәте ХалҡыАһал Вилайәте ИҡтисадыАһал Вилайәте Шулай уҡ ҡараАһал Вилайәте ИҫкәрмәләрАһал Вилайәте ҺылтанмаларАһал ВилайәтеАшхабадРус телеТөркмән телеТөркмәнстанӘнеү

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

КонсерватизмРумынияТранслитерацияИң ҙур дәүләттәр исемлегеАтомХанты-Манси автономиялы округы — ЮграКипр РеспубликаһыӘбүл-Хәсән әл-ӘшғариҠыҫалаИспан телеКарл Фридрих ГауссҺыйырГренландияКөнсығышНови-Сад (община)21 апрель2018 йылда йыһанға осороуҙар исемлеге4 мартаҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМагон Баркид1812 йылСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыВислаКаспаров Гарри КимовичБасов Василий АлександровичУрал батырХалыҡ-ара стандарт серия номерыБеренсе йөк ташыу компанияһыҺөтимәрҙәрИран таулығыСиғандарФараджов Фаяз Гасым улыАджинджал Иван Андреевич28 июньПанасюк Раиса Васильевна25 ноябрьМәкәшЯңы Сафар (Шишмә районы)Иртәнге намаҙЗыяратСитдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙыМәскәү тау академияһыПольшаБеренсе донъя һуғышыСүстәрЧеркаскүл мәҙәниәтеСоммаруга СимонеттаБашҡорт туй йолаларыФинляндияИзраильМеркурийЭякуляцияВикимедиа фондыБер туған МаркстарАҠШ-тың Виргин утрауҙары1972 йылУрта быуаттарЛюдвиг ван Бетховен2022 йылМуҡшы телеАзия олимпия советыАсыҡ контентИран пиццаһыОш (Ҡырғыҙстан ҡалаһы)Әссәләмү ғәләйкүмЭминемАфинаҮлем язаһыЛенин Владимир Ильич22 апрель🡆 More