Ҡамсат Сәскә

Ҡамсат сәскә — дельфиниум (Delphinium), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ҡамсат сәскә
Consolida regalis
Цветок [[Аяксов ҡамсат сәскәһе|]] (Consolida ajacis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Consolida (DC.) Gray, 1821

Ҡамсат Сәскә
Викитөркөмдә
Систематика
Ҡамсат Сәскә
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  t:2898
IPNI  33108-1

Таралышы

Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә һәм Африканың тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамыр һабаҡлы үлән. Бейек ҡамсат сәскә ҡатнаш һәм һыубаҫар урманда үҫә, бөтә респ. таралған; альп ҡамсат сәскәһе — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөнөң урман һәм яланғас бүлкәттәрендә, селтәр ҡамсат сәскә, шына ҡамсат сәскә — болонло дала, урман дала, һирәгерәк дала һәм урман зоналарында ҡыуаҡлыҡта, зәңгәр уймаҡ сәскә — Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура һәм Йылайыр райондары болонло далаларында үҫә. Ҡамсат сәскә — декоратив, буяу, ағыулы үҫемлек. Селтәр ҡамсат сәскә һәм бейек ҡамсат сәскә — дарыу үҫемлектәре. Ҡамсат сәскә баҡса формалары киң үҫтерелә. Зәңгәр уймаҡ сәскә — эндемик, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ботаник яҙма

Һабағы төҙ, ябай, тигеҙ япраҡланған, бейеклеге 50—200 см. Япрағы бармаҡ һымаҡ теленмә, һаплы, сиратлы. Сәскәһе дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, төҫө зәңгәрҙән алып шәмәхәгә тиклем. Сәскәлеге суҡ йәки һепертке һымаҡ. Июнь—августа сәскә ата. Емеше күп япраҡлы, августа—сентябрҙә өлгөрә.

Иҫкәрмәләр

Ҡамсат сәскә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт

  • Агапова Н. Д. Семейство лютиковые (Ranunculaceae) // Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1980. — С. 210—216.
  • Wang Wencai (王文采), Michael J. Warnock. 12.Consolida // Флора Китая = Flora of China. — 2001. — Т. 6. — С. 274. (инг.)
  • Ветвичка В., Тоушева Д. Растения полей и лесов. — Издательсьво «Артия», Прага, 1987. — С. 82.

Tags:

Ҡамсат Сәскә ТаралышыҠамсат Сәскә Ботаник яҙмаҠамсат Сәскә ИҫкәрмәләрҠамсат Сәскә ӘҙәбиәтҠамсат Сәскә

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Дубай (ҡала)Тиррен диңгеҙеСабираҡай (йыр)ИстанбулРәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙыВоля Павел АлексеевичЯҡшығолов Сафуан Суфиян улыАхунИҫке славян телеПольшаАлмаш (һүҙ төркөмө)БохараАлжирБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыҠәҙим АралбайУрал батырҺинд телеКузеев Рөстәм Ғүмәр улыБуэнос-АйресҒәлиәкбәр мәктәбеЛиванБашҡорт ир-ат исемдәреСербияПугачёв Емельян ИвановичБазидиомицеттарСәнғәтАхун (Учалы районы)Клермон-ФерранWinny Puhh (рок-төркөм)1918 йылСикә һөйәгеДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыИлиада6 августШри-ЛанкаУЕФАТеннисНанкинШүлгәнташ ҡурсаулығыШәхсей-вәхсейГермания империяһыНамаҙМадридШиғыйҙарВатан һуғышы ордены1969 йылҠылыҡ1994 йылГригориан календарыЛенин орденыЭнциклопедияЕте ырыу бағанаһы (Бөрйән районы)АҠШ долларыКонфуцийКапитализмКурдистан Төбәк ХөкүмәтеМюнхен1919 йылБрунейМосолман календарыИнглиз телеБейеүҒабдулла Туҡай🡆 More