Ҡала хаҡимәттәренә хат яҙмайыҡмы? Моғайын ихтибарһыҙ ҡалмаҫ.
Күмәкләп бына ошонда яҙайыҡ та, байрамдан һуң хәбәр ебәререҙ.
Хөрмәтле район һәм ҡала хаҡимиәте башлыҡтары!
Һеҙҙең ихтибарығыҙға түбәндәге мәғлүмәтте еткерәбеҙ. Интернет киңлегендә ирекле энциклопедия — Википедия проекты бик күп телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, даими үҫеш ала. Википедия проекты мәдти ҡыҙыҡһыныу көҫәмәй. Википедияның үҙенсәлеге – Интернет ҡулланыусылары араһынан теләгән бер кешенең булған мәҡәләләргә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, йәки яңы мәҡәләләр яҙыу, ҡайһы бер тәғлимәттәр буйынса фекер алышыуҙарҙа, бәхәстәрҙә ҡатнашыу кеүек мөмкинселектәргә эйә булыуҙа. Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылар 2010 йылдың ғинуар (һыуығай) айында Башҡортостан ҡалалары тигән темаға мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарының эстәлеген яңыртыу буйынса айлыҡ үткәрергә тәҡдим итте. Һеҙ был тәҡдимде хуплап, үҙ хөкөмегеҙ менән мәғәриф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралыры хеҙмәткәрҙәренә күрһәтмә бирһәгеҙ, халыҡҡа еткерһәгеҙ, Һеҙ етәкләгән ҡала тураһында мәҡәләне юғары кимәлдә яҙып булыр ине. Иң мөһиме, ул мәҡәлә ысынбарлыҡты сағылдырыр ине. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигән башҡорт мәҡәле. Моғайын, ҡала тураһында бер генә мәҡәлә түгел, ә бихисап мәҡәлә яҙылыр. Википедияның башҡорт бүлегенең Интернеттағы урыны — http://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_бит , Башҡортостан ҡалалары тигән башланғыс урыны — http://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡортостан_ҡалалары .
Һеҙҙең ихтибарға һәм хуплауға ышынып, Ирекле энциклопедия — Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылар. Яңы йылда яңы уңыштар!
Хөрмәтле киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙең ихтибарығыҙға түбәндәге мәғлүмәтте еткерәбеҙ. Интернет киңлегендә ирекле энциклопедия — Википедия проекты бик күп телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, даими үҫеш ала. Википедия проекты мәдти ҡыҙыҡһыныу көҫәмәй. Википедияның үҙенсәлеге – Интернет ҡулланыусылары араһынан теләгән бер кешенең булған мәҡәләләргә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, йәки яңы мәҡәләләр яҙыу, ҡайһы бер тәғлимәттәр буйынса фекер алышыуҙарҙа, бәхәстәрҙә ҡатнашыу кеүек мөмкинселектәргә эйә булыуҙа. Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылар 2010 йылдың ғинуар (һыуығай) айында Башҡортостан ҡалалары тигән темаға мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарының эстәлеген яңыртыу буйынса айлыҡ үткәрергә тәҡдим итте. Һеҙ был тәҡдимде хуплап, киң мәғлүмәт саралыры аша халыҡҡа еткерһәгеҙ, Башҡортостан ҡалалары тураһындағы мәҡәләләрҙе юғары кимәлдә яҙып булыр ине. Иң мөһиме, ул мәҡәләләр ысынбарлыҡты сағылдырыр ине. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигән башҡорт мәҡәле. Моғайын, һәр ҡала тураһында бер генә мәҡәлә түгел, ә бихисап мәҡәлә яҙылыр. Википедияның башҡорт бүлегенең Интернеттағы урыны — http://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_бит , Башҡортостан ҡалалары тигән башланғыс урыны — http://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡортостан_ҡалалары .
Һеҙҙең ихтибарға һәм ярҙамға ышынып, Ирекле энциклопедия — Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылар. Яңы йылда яңы уңыштар!
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Фекерләшеү:Башҡортостан ҡалалары, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.