Ултыраҡ

Ултыраҡ (рус. Ультраково) — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Бикбау ауыл советына ҡараған.

Этимологияһы

Атамаһы — Ултыраҡ Бикйәновтың (1736—?) исеменән.

Географик урынлашыуы

Һаҡмар йылғаһына Асҡараза шишмәһе ҡойған урында, район үҙәге Аҡъяр ауылынан көнбайышҡа табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған.

Тарихы

Үҫәргән ырыуы башҡорттары, Бикбау ауылы кешеләре тарафынан үҙ ерҙәрендә — Һаҡмар йылғаһы буйлап 2-3 саҡрым үрҙәрәк яңы ауылға нигеҙ һала. Ауыл был төйәккә тәүге күсеп ултырыусы Улытраҡ Бикйәновтың (1736—?) исеме буйынса аталған. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына.

Ултыраҡ ауылы кешеләре Нурмөхәмәт (Нур), Ибраһим (Ботороз), Ҡолбирҙе, Ураҙбай һәм Утарбай ауылдарына нигеҙ һалған.

1795 йылда ауылда 5 ихата, ә 1834 йылда 40 йортта 259 кеше иҫәпкә алынған. 1866 йылда 20 йортта 101 кеше (54 ир-егет һәм 47 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән.

1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 17 йортта 185 кеше йәшәгән. Шул иҫәптән Ултыраҡ Бикйәнов (1736—?) һәм уның улдары Ураҙбай (1762—?), Ураҡ (1767—?), Юлдаш, Ирйегет (1771—?) Ултраҡовтар; Ултыраҡтың ағаһы Итбай Бикйәнов (1727—?) һәм уның улдары Ғәббәс (1777—?; улдары Йомағол һәм Йомабай менән), сотник Фәйзулла (1783—?; улдары Сәхипғази һәм Әҙелғази менән); шулай уҡ Мырҙиндар, Соңғоровтар, Мәмбәтовтар, Иҫәнбаевтар, Әҙелбаевтар, Ҡуңысбаевтар ғаиләләре иҫәпкә алынған.

1900 йылда ауылда мәсет булыуы теркәлгән. 1920 йылда ауылда 19 йортта 102 кеше йәшәгән.

1950-се йылдарға ҡарай юҡҡа сыҡҡан.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
1816 1834 1859 1866 1900 1920 1939
185 259 102 101 61 102 48

Билдәле шәхестәре

  • Иштәкбаева Сәлиә Мөхәмәтйәр ҡыҙы (1942) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990).
  • Мөхәмәтҡунафия Азаматов (?—1813) — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Утарбай Солтангәрәев (1785—?) — урядник. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Рахимов Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998. — №9. — С. 18-42.

Һылтанмалар

Tags:

Ултыраҡ ЭтимологияһыУлтыраҡ Географик урынлашыуыУлтыраҡ ТарихыУлтыраҡ ХалҡыУлтыраҡ Билдәле шәхестәреУлтыраҡ ИҫкәрмәләрУлтыраҡ ӘҙәбиәтУлтыраҡ ҺылтанмаларУлтыраҡБашҡортостан РеспубликаһыРус телеХәйбулла районы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ҡолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыҠотдосТүбәнге ТимкәБароккоХәбиров Фәрит Барый улыХристианлыҡ21 июль7 ноябрь1940 йылАнгкор-Ват1950 йылВладимир (ҡала)ОдинБолгар телеИсмәғилев Тимур АлександровичМедуза горгонаМәҡәлЯпон телеВатан һуғышы орденыКурдистан Төбәк ХөкүмәтеБелорус милли кейемеНөктә (тыныш билдәһе)ӨлкөндөБраузерЙомаҡАрхаизмдарИндира ГандиФедерализмБойҙайКөҙәй кантоныБаҡсаҠалтасы районыФарсы телеТаулы-Карабах РеспубликаһыКаратеМөхәммәттең йәһүдтәргә ҡарашыРумынияФонема30 март1919 йылӨхүд һуғышыXiaomi1981 йылЗволлеОлойылға ауылы мәктәбеЮнона1948 йылВинсент Ван ГогӘшә (ҡала)АстанаСәғитов Зәки Хаммат улыВоля Павел АлексеевичПлацебо28 августАрғаяш кантоныКавказСан-ФранцискоӘлмәт (ҡала)Океан15 майРеформацияГонконгНигерия18 август🡆 More