Төрки Халыҡтар Мифологияһы

Төрки халыҡтар мифологияһы — төрлө төрки телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтар араһында йәшәп килгән мифик ҡараштар.

Төрки халыҡтар мифологияһының бер өлөшө — боронғо төрки мифология.

Төрки халыҡтар мифологияһы
Әҫәрҙең теле Төрки телдәр
Төрки Халыҡтар Мифологияһы Төрки халыҡтар мифологияһы Викимилектә

Төрки халыҡтар мифологияһы, башлыса, төрки халыҡтарҙың йәшәгән урынына ҡарап, бер нисә төркөмгә бүленә.

Боронғо төрки мифология

Боронғо төрки халыҡтар мифологияһы буйынса төп сығанаҡтар — рун яҙмалары, Ҡытай, ғәрәп, Византия, Персия һәм Әрмәнстан сығанаҡтарынан алынған мәғлүмәттәр.

Төрки Халыҡтар Мифологияһы 
«Тәңре» исеме Орхон яҙмаһында

Әлегә боронғо төрки халыҡтар пантеоны буйынса барыһы ла асыҡланып бөтмәгән, Жан-Поль Ру, мәҫәлән, тик батшаларға ҡағылған ышаныуҙар һәм культтар өйрәнелгән, ә ябай халыҡ араһында йәшәп килгән хөрәфәттәр һәм табыныуҙар өйрәнелмәгән ти, Л. П. Потапов төп илаһтарға табыныу төрки халыҡтарҙың бөтә ҡатламында ла булған тип иҫбатлай. Л. П. Потапов тарихсы И. В. Стеблева төҙөгән дини — мифологик системаға шикләнеп ҡарай. Coat of Arms of Chishmy rayon (Bashkortostan).svg

Төрки Халыҡтар Мифологияһы 
Башҡортостандың Шишмә районы гербында Һомай инә
Төрки Халыҡтар Мифологияһы 
Хакас ҡатыны Һомайҙы «ашатыу» йолаһын башҡара

С. Г. Кляшторный алты мифологик сюжеты айрып ҡарай, улар,үҙ сиратында, өс миф тыуҙырған циклға бүленә:

  • Космогония һәм космология
    1. Донъяны булдырыу һәм донъяның төҙөлөшө тураһында миф —ҡайһы бер руник яҙма ҡомартҡыларҙа осрай:

    Өҫкө яҡта зәңгәр күк йөҙө булдырыла (йәки барлыҡҡа килә) (һәм) түбәндә ҡара (һүҙмә-һүҙ: дауыл) ер, улар араһында әҙәм балалары (йәки кешеләр) булдырыла (йәки барлыҡҡа килә). Әҙәм балалары өҫтөнә минең ата-бабаларым Бумын-ҡаған менән Истеми- ҡаған ултырған. Ултырғас (батша булғас), улар ҡәбиләләр берлеге һәм төрки халыҡтар ҡанундарын булдыра.

    2. Ғаләмдәге һәләкәт тураһындағы миф — " Күрәҙәлек китабы"нда яҙылған кешеләр араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар тирә- яҡ донъяла булған тетрәнеүҙәр, көслө үҙгәрештәр менән бәйле. Дәүләттең һәләкәте, мәҫәлән, төрлө ваҡиғаларға— халыҡ араһында сыуалышҡа һәм һәләкәтәкә (ер « ярылыуына», ә күк йөҙө, һауа «баҫыуына») килтереүе бар. Бында болалар ғаләмдәге һәләкәткә тиңләнә.
  • Пантеон һәм социум (Илаһтар һәм йәмғиәт)
    1. Илаһтар һәм илаһи көстәр тураһындағы мифтар
    2. Илаһи көстәрҙең дәүләтте булдырыуы һәм ҡағандарҙың күктә тыуыуы тураһында миф" — төрки дәүләт барлыҡҡа килгәндән һуң булдырылған һуңғы дәүер мифы. Күп руник ҡомартҡыларҙа ҡағандарҙың һәм төрки илдең күктә булдырылыуы тураһында әйтелә.
  • Этногония һәм генеалогия
    1. Төрки ҡәүемдең килеп сығышы тураһында миф
    2. Ҡанбабалар тураһында мифтар — төрки мәҙәниәт шәхестәре, батырҙары

Боронғо төрки илаһтар

С. Г. Кляшторный Орхон руна ҡомартҡыларында тик өс илаһ ҡына телгә алына ти — Тәңре, Һомай һәм Ук-һыу. Тарихсы И. В. Стеблева боронғо төрки илаһтарҙы "дәрәжә"г ҡарап бүлергә тәҡдим итә — иң юғары — Тәңре, шунан Умай (Һомай),өсөнсө — Йер-Суг (Ер-һыу), һәм, ата-бабаларға табыныу. С. Г. Кляшторный фекеренсә,бында тик Тәңренең урыны ғына дөрөҫ билдәләнгән.

Бөгөнгө тикшеренеүселәр фекеренсә,тәү төркиҙәр трихотомик ҡарашта булған, улар донъяны (макрокосм) Түбәнге,Урта һәм Юғары донъяға бүлгән. Енисей текстарында шулай уҡ «Эрклиг-хан» иҫкә алына: « Беҙ дүртәү инек, беҙҙе Эрклиг (ер аҫты донъяһы хакимы) айырҙы, о бәлә!».

Генеалогик мифтар

Төрки халыҡтарҙың сығышы тураһында ике төрлө миф бар. Тәүгеһе буйынса, бөтә төркиҙәрҙең ата-бабалары һәләк булғандан һуң тик бер туғыҙ йәшлек малай ғына иҫән ҡала, дошмандар уның аяҡ-ҡулдарын киҫеп,һаҙлыҡҡа ташлай. Бында уны инә бүре таба һәм имеҙә,ләкин малай барыбер һәләк була. Бынан һуң инә бүре Алтайға ҡаса, ул кеше рәүешендә ун бала таба (береһенең исеме Ашина), улар үрсей, шунан Асянь-ше етәкселегендә мәмерйәнән сыға һәм жужандарға бойһоноп йәшәй. Икенсе миф буйынса, бөтә төркиҙәр инә бүренән тыуған,һуңыраҡ һәләк булған Со нәҫеленән. Уларҙың дүрт ейәне ҡала (инә бүре ейәндәре), уларҙың береһе Асянь-ше. Был урында ике миф та тап килә.

Бәләкәй һәм Урта Азия, Ҡаҙағстан, Кавказ, Ҡырым һәм Көнбайыш Себер төрки халыҡтары мифологияһы

Төрки мифология был ерҙәрҙә тик хөрәфәттәр булараҡ ҡына һаҡланған, уны ислам ҡыҫырыҡлап сығарған, шулай уҡ бында Иран мәҙәниәте көслө тәьҫир яһай — дейеү, бәрей, аждаһа һәм башҡалар. Тик албаҫты ғына боронғо төрки һыҙаттарын һаҡлап ҡалған.

Ата-бабаларға табыныу, бүрене ҙурлау,һаҡлаусы- яҡлаусы «ҡот»ҡа ышаныу боронғо ышаныуҙарҙан ҡалған.

Волга (Иҙел) һәм Урал буйы төрки халыҡтарының мифологияһы

Төрки Халыҡтар Мифологияһы 
Сыуаштарҙа Тормош ағасын хөрмәтләү

Иҙел (Волга) һәм Урал буйҙарында өс төрки теле халыҡ йәшәй— башҡорттар, татарҙар һәм сыуаштар. Боронғо мәжүси ышаныуҙар сыуаштарҙа нығыраҡ һаҡланған, XIX быуат аҙағына ла сыуаштар христиан динен ҡабул итеп бөтмәгән. Тикшеренеүселәр сыуаштар араһында һаҡланып ҡалған боронғо хөрәфәттәрҙең ҡайһыһы төрки мифологияға бәйле икәнен асыҡлап бөтмәгән.

В. Н. Басилов фекеренсә, бында боронғо төрки һәм Иран мифологияһы эҙе бик әҙ, ҡайһы бер мифиологик заттарҙың атамалары башҡа халыҡтарҙа күберәк таралған, төрлө ерҙә шүрәле, бисура һәм башҡа исемдәр осрай. Уның фекеренсә, был фин-уғыр халыҡтарының боронғо йолаларына бәйле.

Саян һәм Алтай төрки халыҡтары мифологияһы

Алтайҙар, хакас, тува һәм шор халыҡтары араһында күп кенә мифологик сюжеттар һаҡланып ҡалған. Ер, йылғалар, Күкте ҙурлау, Күккә ҡорбан килтереү, Ер-һыуҙы һәм Һомайҙы хөрмәтләү һаҡланған. Алтайҙарҙа бер аҙ үҙгәртелгән боронғо төркиҙәрҙең сығышы тураһында миф һаҡланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәиәт

  • С. Г. Кляшторный. История центральной Азии. Спб, Изд-во: СПбГУ 2003
  • Л. П. Потапов. Алтайский шаманизм. Л., 1991
  • Л. П. Потапов. К вопросу о древнетюркской основе и датировке алтайского шаманства. // Этнография народов Алтая и Западной Сибири. — Новосибирск, 1978
  • Мифы народов мира. Энциклопедия в 2-х томах. Под.ред. С. А. Токарева М.:1980
  • СЛОВАРЬ ТУРЕЦКОЙ МИФОЛОГИИ — многоязычный
  • И. В. Стеблева. К реконструкции древнетюркской религиозно-мифологической системы//Тюркологический сборник. М, 1971
  • Э. Л. Львова , И. В. Октябрьская , А. М. Сагалаев , Н. С. Усманова. Традиционное мировоззрение тюрков Южной Сибири: Человек. Общество. Новосибирск, 1989
  • Дениз Каракурт, Турецкой Мифологии Словарь (Türk Söylence Sözlüğü), Турция, 2011 (OTRS: CC BY-SA 3.0)
  • Бисенбаев А. К. Мифы древних тюрков. Алматы, Мектеп, 2018

Һылтанмалар

Tags:

Төрки Халыҡтар Мифологияһы Боронғо төрки мифологияТөрки Халыҡтар Мифологияһы Бәләкәй һәм Урта Азия, Ҡаҙағстан, Кавказ, Ҡырым һәм Көнбайыш Себер төрки халыҡтары мифологияһы[14]Төрки Халыҡтар Мифологияһы Волга (Иҙел) һәм Урал буйы төрки халыҡтарының мифологияһыТөрки Халыҡтар Мифологияһы Саян һәм Алтай төрки халыҡтары мифологияһыТөрки Халыҡтар Мифологияһы Шулай уҡ ҡарағыҙТөрки Халыҡтар Мифологияһы ИҫкәрмәләрТөрки Халыҡтар Мифологияһы ӘҙәиәтТөрки Халыҡтар Мифологияһы ҺылтанмаларТөрки Халыҡтар МифологияһыТөрки телдәр

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Щетинков Евгений СергеевичЕңеү көнөБеренсе донъя һуғышы2005 йылИстрополитана университетыТинес (ҡасаба)Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрТиҙләнешКүсемле әйберВенгрияКәбиров Артур Зиннур улыМилләтселекХисамов Ғәлим Афзал улыАҙнай (Бишбүләк районы)Мостай КәримЙыландарХамматов Яңыбай Хаммат улыБашҡортостан Республикаһы ХөкүмәтеШтрих-кодАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыXVIII быуатТуңғатар1880 йылШәкүров Рәшит Закир улыHTMLАмерика Ҡушма ШтаттарыЕңеш суҡыһыСоветтар Союзы ГеройыБабаев Юрий НиколаевичБаязит БикбайОвидийМәсетле районыҠылымИнтернетБлаватский Владимир ДмитриевичЕнси акт2004 йылЕвграфов Алексей РомановичОлимпХәрби антЮл япрағыҠырғыҙстанҮрге АвстрияАфған һуғышыНикотинСәпсекБашҡорт әҙәбиәтеБизнесОзеров Николай Николаевич (комментатор)112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыСыбар ҡаҙЛазенки (парк)АҡмуллаИсмәғилев Заһир Ғариф улыРИА НовостиБайдин Николай АнатольевичКарл ЛиннейЙосопов Тимербай Йосоп улыКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыРәсәйҙең дәүләт символдарыИҫәнғолов Шамил Наил улыӘл-Харам мәсетеИкенсе донъя һуғышыЧегодаевБотсванаДжазВикикитапхана🡆 More