Серебряков Иван Давыдович

Серебряков Иван Давыдович (1881 йыл — 1914 йыл) — эшсе, Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Серебряков Иван Давыдович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Серебряков Иван Давыдович Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1881
Тыуған урыны Йүрүҙән, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1914
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] һәм большевиктар[d]

Биографияһы

Иван Давыдович Серебряков 1881 йылда Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Йүрүҙән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ике класлы завод мәктәбен тамамлай. Йүрүҙән заводының механика бүлексәһендә эшсе була. Хәрби хеҙмәтен Варшавала Литва полкының лейб-гвардияһында үтә. Демобилизациянан һуң, Өфө губернаһына ҡайтып, шул уҡ заводта конторщик булып эшләй. «Драма сәнғәтен һөйөүселәр» эшселәр түңәрәген ойоштора. РСДРП сафында тора, большевик.

1907 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Социал-демократик фракция составына инә. Думаның хәрби-ялан судын бөтөрөү буйынса һәм аграр комиссияларҙа тора. Эшһеҙҙәргә ярҙам итеү мәсьәләһе буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша.

1907 йылдың июнендә Дума ҡыуып таратылғандан һуң социал-демократтарҙы эҙәрлекләү башланғас йәшерен рәүештә Бельгияға эмиграциялана. Льежда университетҡа йөрөй, сөнки С. В. Аникиндың хәстәрлеге һөҙөмтәһендә бай рус нәшриәтсеһенән стипендия ала. Уның Йүрүҙәндәге туғандары бельгия маркаһы менән хаттар алып тора, әммә Беренсе донъя һуғышы башланыу менән бәйләнеш өҙөлә.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 1914 йылда вафат була.

Хәтер

Йүрүҙән ҡалаһында Зайцев, 62 урамындағы ҡасандыр И. В.Серебряков йәшәгән йорт бөгөн мәҙәни мираҫ объекты итеп һаҡлана.Ҡала урамының береһенә уның исеме бирелгән, Халыҡ музейында портреты ҡуйылған

Әҙәбиәт

Сығанаҡтар

Архивтар

  • Российский государственный исторический архив. Фонд 1278. Опись 1 (2-й созыв). Дело 388; Дело 555. Лист 5.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Серебряков Иван Давыдович БиографияһыСеребряков Иван Давыдович ХәтерСеребряков Иван Давыдович ӘҙәбиәтСеребряков Иван Давыдович ИҫкәрмәләрСеребряков Иван Давыдович1881 йыл1914 йылРәсәй империяһының Дәүләт думаһыӨфө губернаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Әл-Харам мәсетеҮрге АвстрияӨфөҒүмәров Вил Бәшир улыАнамнияларЙыланлы (утрау)Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыТициан26 апрельБеренсе донъя һуғышыВикиХәбиров Фәрит Барый улы1880 йылСалауат Юлаев музейыВикикитапханаХәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙыКеше яҙмышыИсмәғилев Заһир Ғариф улыДәүләтбаев Рәмис Рәжәп улыГрецияКүсемле әйберҠылымЮлъяҡшин Радик Мөхәрләм улыҺыуАвстралияМостай КәримQR-кодСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Циблиев Василий ВасильевичТәкбирБашҡорт балыДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһыДжек НиколсонҠунафин Мөнир Сәхиулла улыҺыусыҡҡан шишмәһе (Ейәнсура районы)БлогЭль-НиньоЙәләл-АбадБереговой Георгий ТимофеевичАнтипин Филипп ЛукьяновичХәрби антЕңеү көнөЕңеш суҡыһыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыИсхаҡов Ришат Сәлмән улыВенгрияМайкл ДжексонҠарға бутҡаһыУльтрафиолет нурланышТаралған йондоҙҙар тупланмаһыБайрамУкраинаҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыКинотеатрМәсетлеСан-ФранцискоДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыОвидийВикимедиа фондыАреалНикотин15 ноябрьБензолСәлимов Марсель Шәйнур улыАсҡар (Әбйәлил районы)🡆 More