Пушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры

Святогорский Изге-Успенский монастыры — Рәсәй Федерацияһының Псков өлкәһе православие ирҙәр монастыры.

Монастырь Пушкинские Горы ҡасабаһында тора. Монастырҙың төп изге ҡомартҡыһы — Богородица Одигитрияның иконаһы. Риүәйәттәр буйынса, ул яҡынса 1566 йылда көтөүсе Тимофей тарафынан Воронич (хәҙерге А. С. Пушкин музей-ҡурсаулығы составындағы Воронич ҡаласығы) ҡалаһы янындағы убаларҙың береһендә табылған.

Святогорский Изге Успенский монастыры
Нигеҙләү датаһы 1569
Рәсем
Дәүләт Пушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пушкин Тауҙары
Епархия Псковская епархия[d] һәм Великолукская епархия[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт svyatogorsky.org
Пушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры Святогорский Изге Успенский монастыры (Пушкинские Горы) Викимилектә

Тарих

1569 йылда монастырь батша Иван Грозный әмере буйынса Рус батшалығы сиктәрендәге форпост сифатында нигеҙләнә. Синичий (артабан Изге ) тауҙағы Богородицаның «Умиление» һәм «Одигитрия» иконалары хөрмәтенә төҙөлә. Псков наместниғы кенәз Юрий Токмаков сиркәүгә нигеҙ һала. XVI быуат аҙағында сиркәү польша короле Стефан баторийҙың ғәскәре тарафынан ныҡ зыян күрә.

XVI быуатта монастырь янында Тоболенец слободаһы барлыҡҡа килә (исеме яҡындағы күл исеменән алынған), XVIII быуат башында Святые Горы (Изге Тау тип атала, ә 1925 йылдан алып — Пушкинские Горы).

Пушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры 
Александр Пушкиндың ҡәбере

Xviii быуатта монастырь оборона әһәмиәтен юғалта. Монастырь эргәһендә йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән, уларға бик күп сауҙагәрҙәр һәм ябай халыҡ йәлеп ителгән. Святогорский монастырында киң билдәле урыҫ шағиры Александр Пушкин ерләнгән (Ганнибал-Пушкиндар кәшәнәһендә ерләнгән 1837 йылда). Монастырь синод бойороғо менән 1899 йылдың 19 мартында шағирҙың тыуыуына йөҙ йыл тулыу хөрмәтенә өсөнсө кластан икенсе класлы монастырь тип үҙгәртелә класс монастыры штаты.

1924 йылда большевиктар тарафынан Святогорский ирҙәр монастыры ябыла.

Бөйөк Ватан һуғышында монастырь биналарының ҡайһы берҙәре емерелә.

1949 йылда монастырь ҡоролмалары өлөштәре тергеҙелә һәм 1992 йылға тиклем А. С. Пушкиндың Дәүләт мемориаль музей-ҡурсаулығының административ һәм экспозициялар өлөшө итеп файҙаланыла.

1992 йылда Святогорский Изге Успенский монастыры (Пушкинские Горы) Рус православие сиркәүенә кире ҡайтарыла. 2007 йылда монастырҙа барлығы 28 монах йәшәй.

Святогорский Изге Успенский монастыры (Пушкинские Горы) А. С. Пушкиндың Дәүләт музей-ҡурсаулығы составында һаҡлана.

Монастырь башлыҡтары һәм руханиҙары

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

  • Святогорский-Успенский мужской монастырь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Сойкин П. П. Святогорский Успенский монастырь в Опочецком уезде // Православные русские обители: Полное иллюстрированное описание православных русских монастырей в Российской Империи и на Афоне. — СПб.: Воскресение, 1994. — С. 174-176. — 712 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-88335-001-1.
  • Бозырев В. С. По Пушкинскому заповеднику. — Изд. 5-е. — М.: Профиздат, 1977. — 160, [32] с. — 50 000 экз.

Һылтанмалар

Ҡалып:^v

Tags:

Пушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры ТарихПушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры Монастырь башлыҡтары һәм руханиҙарыПушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры ИҫкәрмәПушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры ӘҙәбиәтПушкинские Горы Святогорский Изге Успенский Монастыры ҺылтанмаларПушкинские Горы Святогорский Изге Успенский МонастырыПсков өлкәһеРәсәй Федерацияһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Биктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙыWindowsҒәрәп телеИнглиз телеВакуумБашҡортостанҺиндостанMicrosoftВалютаТел (лингвистика)ЭякуляцияGoogleҠунафин Мөнир Сәхиулла улы20 сентябрьКонфуцийРизаитдин ФәхретдиновРигведаГорыня, Дубыня һәм Усыня (рус фольклоры)ТеннисХөсәйен ибн АлиӘбүғәлисинаТаллинЙосопов Тимербай Йосоп улы1950 йылКузеев Рөстәм Ғүмәр улыҠарАғасҒәлиәкбәр мәктәбе1981 йылКриштиану РоналдуЫрымбурФонемаБашҡорт туй йолаларыРәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙыАнглияЙылҠыҫалаUbuntuСиреналарРәүешЧанакьяҠытай Халыҡ РеспубликаһыАльп тауҙарыИкенсе донъя һуғышыХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыҺүҙбәйләнешПасхаРәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы16 июльРумынияБәләбәй (йылға)Урал батырҒәрәптәрБойҙайХалыҡ-ара стандарт китап номерыЙәһүдилекТурхан солтанБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыАбхазияФранцуз теле1 декабрьОдин🡆 More