Конкурс хаҡында | Талаптар | Ойоштороусылар | Исемлек | Ағымдағы һөҙөмтәләр |
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары конкурсы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ойошторолған, 3 860 яугиры ордендар һәм миҙалдар менән наградланған, 78 — Советтар Союзы Геройын, биш Дан орденының тулы кавалерын биргән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында булған яугирҙар иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында иғлан ителгән, ваҡыты сикләнмәгән хәтер акцияһының 2021 йылда тормошҡа ашырылған бер өлөшө.
2021 йылда Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә бирелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә үткәрелә.
https://w.wiki/3PiP — ҡыҫҡа адрес
2021 йылғы конкурс Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә Башҡортостан Республикаһының Граждандар башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды тарафынан бирелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарыла.
Конкурста 15 бәйгесе (бер ҡатнашыусы — конкурстан тыш), шул иҫәптән 5 яңы ирекмән ҡатнашты, улар тарафынан 537 конкурс эше (БашВики мәҡәләһе һәм Викидата элементы) тәҡдим ителде, 30 мәҡәлә конкурс иҫәбенә алынманы. Конкурс иҫәбенә 508 эш ҡабул ителде. Конкурс талаптарын үтәгән 10 ҡатнашыусы финалға үтте (тәҡдим иткән мәҡәләләр һаны күрһәтелгән): Юлдашева Луиза (170 мәҡәлә, 1389,5 мәрәй), Akkashka (112 мәҡәлә, 898 мәрәй), Таңһылыу (92 мәҡәлә, 699.5 мәрәй), Тутыйғош (60 мәҡәлә, 470.5 мәрәй), ZUFAr (15 мәҡәлә, 104 мәрәй), Sherbn (13 мәҡәлә, 94 мәрәй); яңы ҡатнашыусыларҙан Баныу (26 мәҡәлә, 241 мәрәй), Лилиә Хәсәнова (15 мәҡәлә, 121.5 мәрәй), Фәнирә Нәбиуллина 2021 (10 мәҡәлә, 70 мәрәй), Абайдуллина Файруза (5 мәҡәлә, 49 мәрәй). Еңеүселәргә махсус гугл-формаға һылтанма ебәреләсәк, һәр кем уны тултырырырға тейеш.
Тәжрибәле ҡатнашыусылар
Яңы ҡатнашыусылар
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләһе бәйгеләрҙә уңыштар теләйбеҙ!
Конкурсты ойоштороусы: З. ӘЙЛЕБаһалама ағзалары һәм эксперттар:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Проект:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.