Н. А. Римский-Корсаковтың Мемориаль Музей-Ҡурсаулығы

Н. А. Римский-Корсаковтың мемориаль музей-ҡурсаулығы. — Псков өлкәһенең Плюсский районында урынлашҡан композитор Н. А. Римский-Корсаков музейы.

Н. А. Римский-Корсаковтың мемориаль музей-ҡурсаулығы
Нигеҙләү датаһы март 1995
Рәсем
Дәүләт Н. А. Римский-Корсаковтың Мемориаль Музей-Ҡурсаулығы Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков өлкәһе
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Н. А. Римский-Корсаковтың Мемориаль Музей-Ҡурсаулығы Н. А. Римский-Корсаковтың мемориаль музей-ҡурсаулығы Викимилектә

Тасуирламаһы

Музей-ҡурсаулыҡ композиторға ҡараған ике усадьбаны — Любенск һәм Вечашаны үҙ эсенә ала. 1921 йылда А. Луначарский инициативаһы менән ике йорт та дәүләт һаҡлауы аҫтына алына. Әммә һуғыштан алда уҡ урындағы совхоз Вечашалағы усадьбаны халыҡ ихтыяжы өсөн һүтеп ала. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фашистар Любенсктағы йортто яндыра һәм баҡса менән паркты тулыһынса тиерлек ҡырҡа. Һуғыштан һуң фундаменттарында биналар тергеҙелә, әммә эске планы шартлы була. Тәүге тапҡыр Н. А. Римский-Корсаков Вечашаға, Огареваның имениеһына 1894 йылда килә, һуңынан һәм 1904 һәм 1905 йылдың йәйен ғаиләһе менән бында үткәрә. Һуңынан 1907 йылда Любенск усадьбаһын һатып алып, шунда күсеп килә. Композитор 1908 йылда усадьбала вафат була.

Любенск

Бында Римский-Корсаков «Золотой петушок» операһын ижад итә. Йортта уның әҫәрҙәре, портреттары, документтары һәм шәхси әйберҙәре ҡуйылған.

Композитор яҙа:

«Йорт сағыштырмаса юғары урында тора, күлгә матур күренеш, ҙур баҡса, күксин күп үҫә, ошо ваҡытта хуш еҫле йәсмин һәм пион күпереп сәскә ата»

2022 йылдың 2 июлендә йорт-музей «төҙөүселәр һаҡһыҙлығы арҡаһында» яна.

Вечаша

Вечаша усадьбаһында ул «Ночь перед Рождеством», «Садко», «Царская невеста», «Сказка о царе Салтане», «Сказание о невидимом граде Китеже» операларын ижад итә. Шулай уҡ XIX быуат аҙағында крәҫтиән көнкүреше коллекцияһы күрһәтелә.

«Минең музыкаль тормош йылъяҙмаһында» ул урынды былай тип һүрәтләй:

«Йорт ауыр һәм шыҡһыҙ төҙөлгән, әммә һыйҙырышлы һәм уңайлы. Һыу инеү урыны бик матур. Төндә ай һәм йондоҙҙар күлдә ғәжәп матур сағыла. Ҡоштар күп. Алыҫтараҡ урман, ләкин иҫ киткес матур. Эш шәп бара. Йәй эсендә „Ночь перед Рождеством“ операһы тулыһынса тиерлек яҙыла»

Экспозиция

  • «Природа в творчестве Н. А. Римского-Корсакова» (Вечаша)
  • «Последние годы жизни и творчества Н. А. Римского-Корсакова» (Любенск)

Һылтанмалар

Tags:

Н. А. Римский-Корсаковтың Мемориаль Музей-Ҡурсаулығы ТасуирламаһыН. А. Римский-Корсаковтың Мемориаль Музей-Ҡурсаулығы ЭкспозицияН. А. Римский-Корсаковтың Мемориаль Музей-Ҡурсаулығы ҺылтанмаларН. А. Римский-Корсаковтың Мемориаль Музей-ҠурсаулығыПсков өлкәһеРимский-Корсаков Николай Андреевич

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Һиндостан«Герой әсә» орденыМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаЖирафКөрәшМикрокредитлауЕкатерина IIИвритАсыҡ контентИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыДәүләтИндонезияЭлектр тиҫкәрелекБүреШүлгәнташЙомаИраҡӘл-Бәҡара сүрәһеБашҡорт шәжәрәһеМәжүсилекЗыятдинов Гөлфәт Ғәбдинур улыXIX быуатТуғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙыЯмалетдинов Мәүлит Байгилде улыСеңләүАвстралияЫрымбур башҡорт педагогия техникумыСолоҡсолоҡ3 октябрьИрекмәнлекКөньяҡ Ҡытай диңгеҙеАғиҙел (йылға)ДоткомХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыАҙнайРун яҙмаһыХалҡым өсөн (Ш. Бабич)Әхмәтзәки Вәлиди ТуғанСәскәАҡмуллаSkypeАктив (бухгалтерия)ТауыҡШвецияYouTubeБашҡорт энциклопедияһыҠорама тегеүДауыт ЮлтыйРәсәй ФедерацияһыӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыЯһаҡБаймаҡ районыЭдгар ПоМагнитогорскТанауВикимедиа фондыЙәнәшәлекПоляк телеБерлинСтәрлебаш районыСергей Ковалёв (йүнсел)Пилотһыҙ осоу аппаратыЭлектроникаБиологияНеодим🡆 More