Мәскәү Башҡорттары

Мәскәү башҡорттары — Мәскәү ҡалаһында һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе башҡорт диаспораһы.

Мәскәү башҡорттары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 10 000 самаһы
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт теле

Дин

Мосолман сөнниселәр

Халыҡ

башҡорттар

Демография

Мәскәү һәм Мәскәү губернияһында башҡорттар XIX быуат аҙағында уҡ йәшәгәндәр. 1897 йылда Рәсәй империяһында уҙғарылған халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Мәскәү губернияһында 64 кеше уҙенең туған теле итеп башҡорт телен күрһәткән. 1920 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Мәскәү ҡалаһында 18 башҡорт теркәлгән, Мәскәү губернияһында башҡорттар теркәлмәгән. XX быуаттың икенсе яртыһынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Мәскәү үҙәк регионында башҡорттар һаны күбәйә килә. 2010 йылда үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Мәскәү ҡалаһында һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе башҡорттар һаны 10 меңдән артҡан (Мәскәүҙә — 6609 кеше, Мәскәү өлкәһендә — 3975 кеше).

1926

кеше
% 1939

кеше
% 1959

кеше
% 1979

кеше
% 1989

кеше
% 2002

кеше
% 2010

кеше
%
Мәскәү 165 0,01 % 902 0,02 % 987 0,02 % 3332 0,04 % 5417 0,06 % 5941 0,06 % 6609 0,06 %
Мәскәү өлкәһе 20 0,0004 % 1129 0,02 % 933 0,02 % 2521 0,04 % 2993 0,05 % 3565 0,05 % 3975 0,06 %
Мәскәү Башҡорттары 
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге

Ижтимағи һәм мәҙәни ойошмалар

  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүлексәһе — «Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
  • «Мәскәү башҡорттары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
  • «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
  • «Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы.
  • «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге.
  • Мәскәү башҡорт бейеүе ансамбле «Алтын ай».
  • Мәскәү башҡорт халыҡ театры «Илһам».

Мәскәү башҡорттарының күренекле вәкилдәре

  • Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы (14 июль 1923 — 23 декабрь 2016) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы (1946), авиация полковнигы (1967).
  • Сәғитов Марат Усман улы (8 июль 1925 йыл — 15 ноябрь 1988 йыл) — астроном-ғалим, гравиметрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1976), профессор (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1979), СССР-ҙың геодезия һәм картография отличнигы (1986).
  • Абдуллин Бикжан Дауыт улы (23 февраль 1929) — Рәсәй Федерацияһының Юғары Судының отставкалағы судьяһы.
  • Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (1 ғинуар 1929 — 28 август 1995) — әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле рәсәй театр һәм кино актеры Никита Ефремовтың олатаһы.
  • Абдуллин Азат Хаммат улы (26 июнь 1931) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
  • Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (2 апрель 1937) — ғалим, механик-математик, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000).
  • Корни́лова Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы (23 февраль 1939 — 14 май 2015) — табип-пульмонолог, фтизиатр, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
  • Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы (13 апрель 1940) — педагогия фәндәре кандидаты, шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСРҙың һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (5 ғинуар 1944) — ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад һәм фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.
  • Щербаков Салауат Александр улы (15 ғинуар 1955) — СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог, профессор, Рәсәй художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы.
  • Насыров Илшат Рәшит улы (30 сентябрь 1960) — фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.
  • Биҡҡолова Дилә Шәфҡәт ҡыҙы — медицина фәндәре докторы, профессор, табип анестезиолог-реаниматолог.
  • Әбдрәхимов Марат Сулпан улы (29 март 1970 йыл) — билдәле рәсәй актеры.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Мәскәү Башҡорттары ДемографияМәскәү Башҡорттары Ижтимағи һәм мәҙәни ойошмаларМәскәү Башҡорттары Мәскәү башҡорттарының күренекле вәкилдәреМәскәү Башҡорттары ИҫкәрмәләрМәскәү Башҡорттары ҺылтанмаларМәскәү БашҡорттарыМәскәүМәскәү өлкәһе

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ИсламГамеланБангладешҠалаФранцияМартФевральЛенин орденыБагам УтрауҙарыЙәһүдилекБайрамБашҡорт телеБостонЕңеү паркы (Молодечно)1911 йылЙыһаншин Азат Надир улыПакистанЗагребБерлинҮҙәк АзияЫрымбурГазпром Нефтехим СалауатБеренсе донъя һуғышыПалауӘрмәнстанСофияЭтУнитар дәүләтИнглиз теле2020 йылISO 3166-2Латыпов Ҡотдос Ҡәниф улыГенрих II (Англия Короле)Ирландия (утрау)Үтә бейек йорттарШарль де ГолльСәскәНаполеон IХоккайдоКиң мәғлүмәт саралары1971 йылСахаров Андрей ДмитриевичМамистов Михаил ВладимировичМальдив РеспубликаһыӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыДегәнәкЯхин Флүр Миңләхмәт улыҠытай тарихыСыйырсыҡӘзербайжанДжером РоббинсАҡмулла29 апрельПарижПриштинаЙылҡысыҡҡанкүл🡆 More