Молдовала Ислам

Молдавияла Ислам  — хәҙерге ваҡытта илдең аҙ һанлы диндәренең береһе булып тора, сөнки 93,3 процент халҡы тотҡан дин — православие.

Молдовала ислам
Дәүләт Молдовала Ислам Молдова
Молдовала Ислам
Добруджа кенәзлеге Осман империяһы осоронда. Бессарабия мосолмандары шунда мөһәжирлек ҡыла


Тарихы

Тәүге тапҡыр Молдова кенәзлеге территорияһында XV быуатта күсмә төрки-мосолмандар күренә. Был, нигеҙҙә нуғайҙар, ҡырым татарҙары һәм төрөктәр була. Шуғаса православ дин тотҡан кенәзлек ярайһы уңышлы ғына Ғосман империяһына ҡаршы тора, әммә һуңынан бойондороҡлоғон танырға мәжбүр була, был бойондороҡлолоҡ 1812 йылға тиклем дауам итә.

Мосолмандар бигерәк тә Бессарабияның көньяғына әүҙем күсеп ултыра, бында уларҙың аморф үҙ дәүләте — Бүжәк Урҙаһы барлыҡҡа килә (Белгород йәки Аккерман булараҡ та билдәле). Мосолмандар көньяҡ Тигин, Измаил, Аккерман тигән ҡалаларҙа күпләп йәшәгән.

Мөһәжирлек

Бессарабия территорияһы Рәсәй империяһы составына индерелгән һуң, мосолмандарҙың күбеһе мөһәжирлекте өҫтөн күреп Дунай аръяғына, Добруджаға күсенә, сөнки ул 1878 йылға тиклем османдар ҡулы аҫтында була. Хәҙер был өлкә Румынияға инә, унда мосолмандарҙың ҙур йәмәғәте йәшәй һәм уларҙың һаны 70 мең самаһы тәшкил итә

Хәҙерге халәте

Молдавияла 2004 йылда үткәрелгән йәниҫәп буйынса мосолмандар айырым төркөмгә бүлеп алынмай, һәм Ислам «башҡа диндәр» иҫәбенә индерелә (29 813 кеше). Молдавияла 3 меңдән 15 меңгә тиклем мосолман йәшәй. Уларҙың күпселеген татарҙар, шулай уҡ бүжәк татарҙары (йәки дунай татарҙары) тәшкил итә). Кишинёвта мосолмандарҙы берләштереүсе 3 үҙәк бар. 1995 йыл Ислам мәҙәниәте йәмғиәте ойошторола.

Молдованың көс структуралары һуңғы йылдарҙа мосолмандарҙың эшмәкәрлеге активлашыуына шикләнеп ҡарай. 2005 йылда Тәлғәт Машаев етәкселек иткән Молдавия Диниә назаратын теркәүҙән баш тарталар, Европалағы именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошмаһы (ОБСЕ) мөрәжәғәте лә иғтибарға алынмай.

2011 йылдың 14 мартында Молдова республикаһы юстиция министрлығы тарафынан Молдова Республикаһы Ислам лигаһы (МРИЛ)теркәлгән , лига Молдова мосолман йәмәғәтен берләштереп, илдә һәм сит илдәрҙә мосолмандар мәнфәғәте исеменән эш алып барыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Молдова Республикаһы Ислам лигаһына илдәге ислам дине үҫеше процесына йүнәлеш биреү бурысы йөкмәтелгән. Ислам лигаһының тәүге рәйесе — Сергей Сокирка.

Ҡыҙыҡлы факттар

2008 йылдан АҠШ-тың Молдавиялағы илсеһе булып пакистан сығышлы мосолман Асиф Чодри эшләй.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Молдовала Ислам ТарихыМолдовала Ислам Хәҙерге халәтеМолдовала Ислам Ҡыҙыҡлы факттарМолдовала Ислам ИҫкәрмәләрМолдовала Ислам ҺылтанмаларМолдовала ИсламИсламМолдавияХристианлыҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

lzi5cХамматов Яңыбай Хаммат улыГамеланЯбай һөйләмАмерика Ҡушма Штаттары1985 йылTendenceСиднейАбдуллина Лариса Хашим ҡыҙыБашҡорт ХөкүмәтеA (латин хәрефе)Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыОзеров Николай Николаевич (комментатор)Бөтһөн империализм һуғышыСәлимов Марсель Шәйнур улыБереговой Георгий ТимофеевичXVIII быуатРИА НовостиБаязит БикбайКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыСалауат ЮлаевНикола ТеслаУрал батырБраузерЙәнекәев Рифҡәт Сәлих улыБайрамБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыИсмәғилев Заһир Ғариф улыВикимедиа фондыЮлышев Ирек Ғәле улыҠорбанғәлиевКорла Август КоцорАмниоттарҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЙондоҙ дәүмәлеБикбаев Рауил Төхфәт улыҠыҙрасов Юлай Фәүҡәт улыСолтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙыҠылымГрецияБурамаДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһыНиғмәтуллаЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыЧатыр-ТауИҫәкәй (Бишбүләк районы)Енси актЯпонияАсланова Маргарита СемёновнаОлимпБашҡорт ир-ат исемдәреҒарипов Рәми Йәғәфәр улыКлеопатра VII1893 йылЯнцзы1924 йылБашҡорт балыКваме НкрумаВикиөҙөмтәКурдтарСөнниҙәр🡆 More