М. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты

М.

Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (рус. Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́, БГПУ им. М. Акмуллы) — Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто, был йүнәлештәге фәнни-педагогик һәм методик үҙәк. Башҡорт дәүләт педагогия институты булараҡ 1967 йылдың 18 ғинуарында асыла, 2000 йылдан «университет» статусы ала һәм һуңыраҡ уға мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. Эшләү дәүерендә университет 40 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Илдең 20 иң яҡшы юғары педагогия уҡыу йорто исемлегенә инә.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
(М. Аҡмулла исемендәге БДПУ (2000 йылдан))
М. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты
Исеме

Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́ (БГПУ им. М. Акмуллы)

Халыҡ-ара исеме

Bashkir State Pedagogical University named after M. Akmulla

Элекке исеме

Башҡорт дәүләт педагогия институты (1967—2000)

Асылған йылы

18 ғинуар 1967 йыл

Ректор

Салауат Сәғитов

Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
М. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты Өфө

Юридик адресы

Октябрь революцияһы урамы, 3а

Сайт

bspu.ru

М. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты
Педагогия университеты алдында М.Аҡмулла һәйкәле

Университетта «Аудитория» гәзите һәм «Педагогический журнал Башкортостана» журналы нәшер ителә.

Педагогия институты булараҡ асылған был юғары уҡыу йорто республиканың башлыса ауыл мәктәптәрен юғары белемле уҡытыусылар менән тәьмин итеү маҡсатын тормошҡа ашыра. Вуз эшләүенең тәүге йылдарынан уҡ йылдам үҫә: яңы факультеттар асыла, кафедралар ойошторола, һәм һөҙөмтәлә ул Рәсәй Федерацияһында алдынғы һәм ҙур педагогия вуздарының береһенә әйләнә, 1976 йылда I категориялы юғары уҡыу йорто булып таныла.

Структураһы

  • Сәнғәт-графика факультеты (художественно-графический факультет)
  • Психология факультеты (факультет психологии)
  • Физико-математика факультеты (физико-математический факультет)
  • Тарих һәм хоҡуҡ белеме институты (институт исторического и правового образования)
  • Филологик белем һәм мәҙәни-ара бәйләнештәр институты (институт филологического образования и межкультурных коммуникаций)
  • Тәбиғәт-география факультеты (естественно-географический факультет)
  • Физик культура факультеты (факультет физической культуры)
  • Башҡорт филологияһы факультеты (факультет башкирской филологии)
  • Социаль-гуманитар факультет (социально-гуманитарный факультет)
  • Һөнәре белем һәм мәғлүмәт технологиялары институты (институт профессионального образования и информационных технологий)
  • Педагогия институты (институт педагогики)
  • Квалификация күтәреү һәм һөнәри белемде арттырыу институты (институт повышения квалификации и профессиональной переподготовки)
  • М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы (колледж БГПУ им. М. Акмуллы)

Ҡаҙаныштары

  • 2017 йылдың майында университеттың «Страдл» халыҡ коллективы спорт-аэробика шоуы «Рәсәй студент яҙы» фестивалендә беренсе урынды яуланы. Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында үткән концертта был төркөм «Үҙенсәлекле жанр»/«Пластика» йүнәлешендә иң яҡшыһы булды.
  • 2017 йылдың апрелендә «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Ҡытайҙы яуланы: Тяньзинь ҡалаһында барған Халыҡ-ара фестивалдә башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һәм ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһап, башҡорт һылыуҙары тамашасыны хайран итте.
  • 2017 йылдың мартында Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡаҙағстанда Науруз байрамында ҡатнашты һәм Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды. Ансамбль «Сәскә ат, илем!» тигән башҡорт бейеүен башҡарып, 320 мең тәңкәлек сертификат алды.
  • 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә педагогия университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды.
  • Университет 2017-2020 йылдарҙа ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 200 миллион һумдан ашыу грант отто.

Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар

  • Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы (3.09.1955) — тарих-инглиз факультетын тамамлаған, сәсәниә, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014)
  • Нечвалода Елена Евгеньевна (4 август 1968 йыл) — художество-графика факультетын тамамлаған, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1998) 1997 йылдан алып Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Фәнни Үҙәгенең Этнография бүлегендә эшләй. 1998 йылда этнология, антропология темалары буйынса тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: традицион орнамент, биҙәү сәнғәте.

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

М. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты СтруктураһыМ. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты ҠаҙаныштарыМ. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусыларыМ. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусыларМ. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты СығанаҡтарМ. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты ИҫкәрмәләрМ. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты ҺылтанмаларМ. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия УниверситетыБашҡортостанМифтахетдин АҡмуллаРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Гаутама БуддаФеминизмДоғаНАТОГрек алфавиты1959 йылДәүләт ауыл Советы (Әбйәлил районы)ГипсБразилия1840 йылЧагаӘр-Рәхман сүрәһеКонькиҙа шыуыуПольшаДонецк өлкәһеПсихологияБлогҒаләмБөтә Донъя СелтәреӨфө губернаһыҒарипов Рәми Йәғәфәр улы26 февральКөньяҡ Урал дәүләт университетыСауҙаРИА НовостиХалыҡ-ара фонетик алфавитТемәс башҡорт педагогия училищеһыБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһыТель-АвивБейеүКиль (ҡала)ЕйәнсураБашҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)КолумбияЮғары кимәлдәге милли доменThe EconomistЙәдитселекЛатин алфавитыҠөрьәнҘур шартлауАш тоҙоЦунамиТаиландРеспубликаИндуизм1829 йылАрыҫлан петроглифтарыАндреев Кирилл ДементьевичАхиллЦинь Ши ХуанThe Times of IndiaҠан тамырҙарыСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыКиевХалыҡ-ара стандарт серия номерыЕвропаХәбиров Радий Фәрит улыТулыланыусы энергияРоман ПоланскиМәккәЕрҙе өйрәнеүсе фәндәрСүстәрЭҙләүҙе оптималлаштырыуРәсәй🡆 More