Йыр Кутузов

Кутузов — маршҡа оҡшатып ижад ителгән башҡорт халыҡ йыры: .

Кутузов
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры һәм марш[d]
Булдырыусы Халыҡ
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Ваҡиға ваҡыты 1812

Тарихы

Кутузов
Полководец батыр ир Кутузов,
Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы,
Һай, Кутузов, Полководец икән Кутузов.

Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын
Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы,
Һай, Кутузов, Полководец икән Кутузов.

Рәсәй ҙә генә иле, һай, киң икән,
Донъяла иң гүзәл ер икән,
Һай, Кутузов, Полководец икән Кутузов.

Ирҙәре лә батыр ирҙәр икән,
Ил дошманын яуҙа еңә икән,
Һай, Кутузов, Полководец икән Кутузов.

"Башҡорт йырҙары">Башҡорттоң 100 йыры. Төҙөүсеһе һәм музыка редакторы Мәжит Алкин. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992
.

Башҡорт халыҡ марш-йыры «Кутузов» 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда башҡорттар менән урыҫтарҙың хәрби хеҙмәттәшлек итеүенә бәйле. Урыҫ армияһы составында башҡорт полктары ил азатлығы өсөн француздарға ҡаршы яуҙарҙа ҡатнашҡан. Йырҙы данлыҡлы ғәскәр башлығы Михаил Илларионович Кутузов исеме менән атағандар. Дәртле, энергиялы башҡарыла.

1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында башҡорттар тиҫтәләгән юғары рухлы йырҙар сығарған. Рәсәйҙең ысын патриоты, талантлы етәксе М. И. Кутузовҡа арналған йыр сығарып, уның ҡаһарманлығына баһа бирә. Кутузовҡа ҙур ихтирам күрһәтеү йөҙөнән «полководец икән Кутузов» тигән һығымта бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Бөйөк полководецтың тулы образы хасил була, көслө рухы, Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән илһөйәр Кутузовтың бөйөк тарихи шәхес, ҙур илдең мәшһүр кешеһе икәнлеге күрһәтелә. Йыр ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Йырҙа ил өсөн үҙ йәнен аямаған яугир батырҙар һәм Кутузов образы аша Рәсәйҙең ҡеүәте, көсө, уның еңелмәҫлеге күрһәтелә

Йыр ике өлөштән тора — йыр структураһында башы һәм ҡушымтаһы бар, һәр өлөшө ике һөйләмдән тора. Көйгә квардецизм тип аталған киң диапазон хас. Музыкаль әҫәрҙең лад төҙөлөшө нигеҙендә — өс пентатон төр ойоштормаһы ята. Ғәйрәтле кварт йөрөштәре, көй һәм ритм структураларының ҡабатланып тороуы йырға сағыулыҡ һәм етеҙлек өҫтәй.

Композиторҙар А. М. Ҡобағошов йырҙы фортепиано һәм тауыш өсөн, ә З. Ғ. Исмәғилев — a capella хоры өсөн эшкәрткән .


Әҙәбиәт

Военная история башкир. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2013. с. 239.

Һылтанмалар

КУТУЗОВ, песня

Кутузов (башкирская народная песня-марш)

Исторические песни башкир

БАШҠОРТ ЙЫРЫ — ИЛҺӨЙӘРҘӘР МОҢО — Әҙһәм Исҡужин(недоступная ссылка)

Кутузов йыпының һүҙҙәре

Единый портал культуры народов РБ. "Кутузов" йыры

перевод Айдара Хусаинова песни «Кутузов» на русский язык

Иҫкәрмәләр

Tags:

Йыр Кутузов ТарихыЙыр Кутузов ӘҙәбиәтЙыр Кутузов ҺылтанмаларЙыр Кутузов ИҫкәрмәләрЙыр Кутузов

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ХанлыҡСәҙе буйы (йыр)Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыСалауат ЮлаевАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыТимербай ҡурайсыЙен ЗигмундХисамов Ғәлим Афзал улыВиноградов Павел ВладимировичTendenceДор ШабашевицҺарыҡЕвропа тарихыБаш битСиднейАнтонов Алексей ИннокентьевичҺыуШығайБеларусьАкротири һәм ДекелияХамматов Яңыбай Хаммат улыУҡытыусы1804 йылДинастияБерлинБурамаМәскәүМәсетле районыМөсәтХөсәйенбәк кәшәнәһеҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр1999 йылХөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыТуңғатарИндонезияБотсванаҮрге АвстрияСоветтар Союзы ГеройыБоланутСәпсекАсыҡ контентМәсетлеЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыҺабан турғайыЕвграфов Алексей РомановичБөтә донъя татарҙар конгресыСыбар ҡаҙАнуше АнсариҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыКваме НкрумаОзеров Николай Николаевич (комментатор)ҮлемШыйыҡсаМова нановаХалҡым өсөн (Ш. Бабич)ҠотдосКешенең йөклөлөгөЖан МареПавел РомановБашҡортостан ҡоштарыБабаев Юрий НиколаевичБензолҒүмәров Вил Бәшир улы🡆 More