Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт Улы

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы (3 август 1980 йыл — 21 сентябрь 2011 йыл) — башҡорт актёры, йырсы, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусы.

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы
Тыуған көнө

3 август 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы
Сибай ҡалаһы

Вафат булған көнө

21 сентябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (31 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

актёр, йырсы, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусы

Биография

Арыҫлан Әсғәт улы Йәнбәков 1980 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында актёрҙар БАССР-ҙың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәков Һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева ғаиләһендә тыуа.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

2004—2011 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры һәм режиссёры була. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Башҡорттар» программаһын алып бара.

2011 йылда Борис Щукин исемендәге театр институтын тамамлай.

Шул уҡ йылдың 21 сентябрендә Нуғай ҡасабаһында үҙе төҙөгән йорттан алыҫ булмаған электр бағанаһында аҫылынған көйө табыла.

Сибай ҡалаһы зыяратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге

Актёрлыҡ эше:

  • атай роле («Ҡоралай», реж. Р Фатхиев);
  • А. Иҙелбаевтың «Һуңғы ғәйнә» драмаһында Юлдыҡай («Һуңғы гәйнә», реж. И. Гиляжев);
  • И. Йомағоловтың «Сәсәндәр» драмаһында Айбағыш («Сәсәндәр», реж. А. Йомағолов);
  • Б. Бикбайҙың «Ҡоҙаса» комедияһында Басир (реж. Ә. Абушахманов) һәм башҡалар.

Режиссерлыҡ эштәре:

  • «Асығыҙ, милиция!» комедияһы (Н. Ғәйетбаев пьесаһы буйынса);
  • комедия «Ай әттәгенәһе, ирем ҡайтты» (Н. Ғәйетбаев пьесаһы буйынса);
  • «Хыялый» лирик комедияһы (С. Әбүзәров пьесаһы буйынса)
  • комедия «Гипнотизер, йәки ялған Детекторы» (В. Сигарев пьесаһы);
  • драма «Хазина» (С. Әбүзәров пьесаһы буйынса) — тамамламаны.

Йыр репертуары: «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Гәрәбә», «Гармуным, уйна һин», «Һаҡмар һылыуы», «Ҡоралай» һәм башҡалар.

Наградалары

  • «Ирәндек мондары» йыр конкурсы лауреаты (2002)

Хәтер

«Ҡурай» телеканалы уға бағышлап «Хазина» тип аталған cd диск сығарҙы.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт Улы БиографияЙәнбәков Арыҫлан Әсғәт Улы НаградаларыЙәнбәков Арыҫлан Әсғәт Улы ХәтерЙәнбәков Арыҫлан Әсғәт Улы ИҫкәрмәләрЙәнбәков Арыҫлан Әсғәт Улы1980 йыл2011 йыл21 сентябрь3 август

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Миус-фронтИндуизмИмәнБашҡортостан Республикаһының Милли банкыУраҙаЯңы дәүер фәлсәфәһеҠатайҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүБрокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегеСкифияТәрәүихАжмерВикимедиа фондыПарфенонӘзербайжанСиппарКүрһәткесле функцияИнстаграмQueenМесси ЛионельИнтернетИнквизиция2013 йылВидемарАвстралияСкароне ЭкторИндонезия телеИкенсе донъя һуғышыОригамиКузеев Рәил Ғүмәр улыЗәбурАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыТолмачевка (Ауырғазы районы)24 декабрьЛафает Рональд ХаббардСәғәтСократБоронғо МысырҺуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелешеСальвадор ДалиЭстонияКлод МонеАҙанРоза ЛюксембургКүмәклекКансай халыҡ-ара аэропортыДәүләт оборона комитетыОҡшашлыҡПеруМөхәммәт (Пәйғәмбәр)ВикипедияМосс (Норвегия)2017 йылВуди АлленКатолицизмАд-Духә сүрәһеҠытай Республикаһы (Тайвань)Йәйге ваҡытИталия2005 йылЧукот автономиялы округыСофия НассаускаяВикимедиа хәрәкәтеГерингсвальдеБритания китапханаһы1701 йылПольша🡆 More