Ишбаев Райман Сәйәх Улы: йырсы

Ишбаев Райман Сәйәх улы (12 март 1959 йыл — 5 декабрь 2006 йыл) — йырсы, 1992—1997 һәм 1999—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003), Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты.

Ишбаев Райман Сәйәх улы
Ишбаев Райман Сәйәх Улы: Биографияһы, Ижади эшмәкәрлеге, Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Төп мәғлүмәт
Тыуған

12 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ишдәүләт ауылы

Үлгән

5 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (47 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

драматик тенор

Жанрҙар

эстрада

Коллективтар

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

Биографияһы

Райман Сәйәх улы Ишбаев 1959 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ишдәүләт ауылында тыуған. 1975 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт юлын 1977 йылда «Таң» газетаһы редакцияһында корреспондент булып башлай.

Унан хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Бөрйән район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлегенә эшкә урынлаша.

Ижади эшмәкәрлеге

Ул һирәк осрай торған тауышҡа — драматик тенорға эйә була. Башҡорт сәнғәтенең төрлө характерҙағы вокаль әҫәрҙәрен оҫта башҡарыуы менән айырылып тора. Тамашасыларҙы тауышының лирик моңо һәм көсө әсир итә.

Р. С. Ишбаев башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың үҙенсәлекле вариҫтарының береһе була. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сағыу ижады менән халыҡ күңелен яулап өлгөрә.

Р. С. Ишбаевтың киң репертуарына 100- ҙән ашыу йыр инә. Улар араһында ҙур вокаль оҫталыҡ, халыҡ сәнғәтен тәрән белеүҙе талап иткән башҡорт халыҡ йырҙары айырым урын биләп тора.

«Буранбай», «Урал», «Илсе Ғайса», «Эскадрон», «Сибай» кеүек халыҡ ижады ынйылары уның оҫта башҡарыуында бигерәк тә әһәңле яңғырай. Ул башҡорт музыка сәнғәтен Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лайыҡлы сағылдырыусыларҙың береһе булып тора. 2003 йылда башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Ишбаев Райман Сәйәх улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Райман Ишбаев 2006 йылдың 5 декабрендә 47-се йәшендә фажиғәлә һәләк була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003)
  • «Яҙғы моңдар» I республика конкурсы һәм халыҡ йырҙарын башҡрыусыларҙың «Рәсәй тауыштары» II Бөтә Рәсәй теле-радио конкурсы лауреаты.

Һылтанмалар

Tags:

Ишбаев Райман Сәйәх Улы БиографияһыИшбаев Райман Сәйәх Улы Ижади эшмәкәрлегеИшбаев Райман Сәйәх Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреИшбаев Райман Сәйәх Улы ҺылтанмаларИшбаев Райман Сәйәх Улы12 март1959 йыл2006 йыл5 декабрьБашҡорт дәүләт филармонияһыБашҡортостан Республикаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Халҡым өсөн (Ш. Бабич)ФонетикаМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыАбдразаҡов Асҡар Әмир улыБашҡорт халҡының йолаларыБөрйән районы мәмерйәләреТуғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙыМөнәсәбәт һүҙҙәрМостай КәримҠалҡаман-Тишек мәмерйәһеЭлектроникаБүреБраузерТәртешкәИнтернетАсыҡ контентЭнциклопедия2008 йылБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыЭякуляцияҠорама тегеүБанк25 ғинуарҒәҙелгәрәйБаймаҡЭктел Василий ПетровичЯҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙыҒайнан ХәйриISO 4217Төрөк телеАмерика Ҡушма ШтаттарыБеренсе донъя һуғышы24 апрель«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексыБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыҠытай Халыҡ РеспубликаһыЭлектрон почтаИенаМаһабһаратам22 апрельБашҡорт халыҡ әкиәттәреБуҙйегет ҡиссаһыТалха ҒиниәтуллинБлокчейнФранцияИсландияСергей Ковалёв (йүнсел)Адольф ГитлерҠомарлы уйынПольшаЗәңгәр күл (Ҡырмыҫҡалы районы)ЭмоцияБашҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы«Герой әсә» орденыХисаметдинова Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙыБиологик систематикаЛазер ярҙамында ҡырҡыуГаметаБашҡорттар🡆 More