И. В. Бельков исемендәге Геология һәм минералогия музейы— Апатиты ҡалаһы музейҙарының береһе.
Унда Мурманск өлкәһенең минералдары, мәғдән һәм тау тоҡомдары күрһәтелгән. Музей РФА Кольск ғилми үҙәгенең Геология институты бүлексәһе булып тора.
И. В. Бельков исемендәге Геология һәм минералогия музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Рәсми сайт | geoksc.apatity.ru/index.… |
Музейға 1930 йылда Хибинылағы СССР Фәндәр академияһының «Тиэтта» Кольск фәнни станцияһы ҡарамағында нигеҙ һалына. Һуңынан ул һуңынан РФА-ның Кольск ғилми үҙәгенә әйләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы һуңында станцияла янғын булып, коллекцияның күп өлөшө юҡҡа сыға. Һуғыштан һуң музей Геология институтында ҡабат асыла.
Уның атамаһы совет геологы һәм институт директоры Игорь Владимирович Бельков исеме менән бәйле.
Музейы фонды Мурманск өлкәһенең 9000-дән ашыу минерал, мәғдән һәм тау тоҡомдары өлгөһөнә эйә, уларҙың күпселеге һирәк һәм уникаль булып тора. Музей экспозициялары:
Музей фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә — минералдар коллекцияһы менән эшләй, Кольск ярымутрауы минералдарының һәм исемлеген, компьютер мәғлүмәттәр базаһын төҙөй, музей эшмәкәрлеге буйынса кәңәшмәләләрҙә ҡатнаша һәм мәҡәләләр яҙы, шулай уҡмузейға килеүселәр араһында Кольск төбәгенең минералогияһы һәм файҙалы ҡаҙылмалары буйынса белемде популярлаштырыу һәм дөйөм белем биреү эшмәкәрлеге — МГТУ-ның Апатит филиалының геология специальносы буйынса уҡыған студенттарына лекциялар һәм ғәмәли дәрестәр үткәрә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article И. В. Бельков исемендәге Геология һәм минералогия музейы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.