Грузин Сәйе

Грузин сәйе — Рәсәй империяһында, Советтар Союзында (Грузин ССР-ы территорияһында), ә хәҙерге ваҡытта Грузияла етештерелгән сәй.

Грузин Сәйе
Грек сығышлы эшселәр Батуми эргәһендәге сәй плантацияһында, 1909—1915 йылдар тирәһе. Фото Сергей Прокудин-Горский архивынан

Тарихы

Рәсәйҙә XIX быуат башында милли традицияға әйләнгән сәйҙе күпләп эсеү империя территорияһында сәй үҫтереү феекренә этәрә. XIX быуат һуңында — XX быуат башында бындай ынтылыш бер нисә тапҡыр яһала, әммә ватан сәйен етештереү бары тик СССР ваҡытында ғына тормошҡа аша. Рәсәйҙә сәй үҫтереп ҡарауҙың тәүге аҙымдары 1830 йылдарҙа яһала (шул уҡ ваҡытта, инглиздәр колонияларында, аныҡлап әйткәнәдә Һиндостанда) сәй етештерә башлай). Тәүҙә был эшкә православие сиркәүе тотоноп ҡарай, һуңынан ҡайһы бер бай ер биләүселәр шөғөлләнәнеп ҡарай. Эристави грузин кенәздәренең сәй үҫтереү буйынса тәжрибәһе билдәле. 1910 йылдарҙа рус ғалимы Андрей Краснов Батуми ботаника баҡсаһы плантацияларында сәйҙе фәнни үҫтереүҙә беренсе була.

Грузия территорияһында сәйҙе сәнәғәт плантациялары кимәлендә үҫтереү Ҡырым һуғышынан (1853—1856) һуң барлыҡҡа килә.

Грузин Сәйе 
Лау Джон Джау Батуми эргәһендәге сәй плантациялары янында, 1905—1915 йылдар араһы. Сергей Прокудин-Горский архивынан

1893 йылда сәй бизнесын башлаусы Константин Абрамович Поповтың вариҫы һәм уның эшен дауам итеүсе Константин Семенович Попов Батуми эргәһендә Чаквала сәй плантациялары өсөн бер нисә участка һатып ала, үҫентеләр, сәй ҡыуағы орлоғо ала һәм Ҡытайҙан сәй эше белгесе Лау Джон Джауҙы саҡыра. Лау Джон Джау етәкселегендә юғары сифатлы сәй япраҡтары үҫтерелә, 1896 йылда яңы плантацияларҙан беренсе сәй алына, ә 1900 йылда Попов плантациялары сәйе Парижда күргәҙмәлә алтын миҙал яулай.

Грузин Сәйе 
Батуми эргәһендәге Удел ведомствоһының сәй тултырыу фабрикаһы, 1909—1915 йылдар тирәһе. Сергей Прокудин-Горский архивынан

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Давиташвили М.Д. Чай наш грузинский. — М.: Колос, 1970. — 207 с.
  • Похлёбкин В.В. Чай. — М.: Центрполиграф, 1997. — 377 с.

Tags:

ГрузияРәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар СоюзыСәй

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ВикиНикотинӘз-Зәлзәлә сүрәһеҒүмәров Исхаҡ Идрис улыЙыланлы (утрау)1804 йылАуыл хужалығыГрецияТиҙләнешБашҡортостанЯрам-Халета-ЯхаХөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыДинастияЕвропа тарихыСалауат (доға)Башҡорт алфавиты1934 йылТинес (ҡасаба)Береговой Георгий ТимофеевичҠотдосОвидийБәндәбикә кәшәнәһеИкенсе донъя һуғышыЛатин алфавитыҠырғыҙстан райондарыФутбол буйынса Польша йыйылма командаһыАреалAkStarМәсетле районыАттилаМәжит ҒафуриАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыҺинд океанында Британия биләмәләреБеринг диңгеҙеТимербай ҡурайсыАтомКешенең йөклөлөгөЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыСундарбан (милли парк)КоморСовет Социалистик Республикалар СоюзыӘл-Харам мәсетеБөйөк Ватан һуғышыКеше яҙмышыДжек НиколсонҠариҙел (йылға)Лайка (космонавт-эт)УкраинаӨфөАхыры заманЕвграфов Алексей РомановичБатанов Бәхетғәлей Николаевич1926 йылҒайса (пәйғәмбәр)Эҙләүҙе оптималлаштырыу2005 йылБойцова Мария ФилипповнаҠотошов Рамаҙан Нурғәли улыБотсванаСиднейЭякуляцияВикипедия🡆 More