Бөйөк Стефан Iii

Бөйөк Стефан III (шулай уҡ Степан Бөйөк һәм Изге, рум.

Бөйөк Стефан Iii
Бөйөк Штефан осорондағы кенәзлектәр (ок. 1500)

Ил менән 47 йыл идара итә. Был осорҙа ул Молдова кенәзлегенең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшә. Ғосман империяһы, Польша, Венгрия кеүек көслө көндәштәренә ҡаршы тора. Бөйөк Стефандың полководец, дипломат һәм сәйәсмәнлек һәләттәре арҡаһында Молдова кенәзлеге уҙаллылығын һаҡлай һәм Көнсығыш Европала мөһим сәйәси көс булып таныла. Валахия господаре Влад Цепештың союздашы була.

Тәхеткә килеү

Петр III Арон, Бөйөк Штефандың ике туғаны, тәхеткә ынтылып, бер туған ағаһын үлтерә. Петр Арон үҙенән элгәре ултырған хакимдар кеүек, кенәзлек тураһында әҙ уйлай, уның иҡтисади үҫешен, һаҡланыу торошон хәстәрләмәй. Хатта сағыштырмаса ҙур булмаған Төркиә яһағы ла Молдова өсөн күтәрә алмаҫтай ауыр була.

1457 йылда Штефан Молдоваға алты меңлек ғәскәр менән инә. Уның төп көстәрен Валахия господаре Влад Цепеш бирә. Петр Арондың ғәскәре Должешть янындағы алышта 12 апрелдә еңелә. Ул үҙе Польшаға ҡаса. Штефанды Молдова иле Йыйылышы тәбрикләй һәм митрополит Феоктист үҙ фатихаһын бирә.

Илде нығытыу

Тәхеткә ултырыу менән яңы хаким үҙ эшен илде нығытыуҙан башлай. Илдән ҡасҡан боярҙарға ул ерҙәрен, хоҡуҡтарын кире ҡайтарырға вәғәҙәләй. Ул бер нисә тапҡыр Польшаға хәрби поход яһай. Бәхәсле биләмәләрҙе тартып алыу менән янап, Польшаны килешеү төҙөргә мәжбүр итә. Штефан бер үк мәлдә төрөктәргә яһаҡ түләүҙе дауам итә.

Яҙма сығанаҡтар раҫлауынса, кенәзлектә игенселек, малсылыҡ, йәҙәм үҫтереү һәм умартасылыҡ үҫешә. Шулай уҡ балыҡсылыҡ продукттары тураһында ла әйтелә. Молдова кенәзлеге ҡалаларында сит ил сауҙагәрҙәре менән сауҙа итеү ойошторола. Бөйөк сауҙа юлын тергеҙеү ҡалаларҙың иҡтисади -ҫешенә булышлыҡ итә. Штефан хакимлығы осоронда шулай уҡ һөнәрселек тә киң йәйелә. Металл эшкәртеү, ҡорал эшләү, көршәкселек, туҡыма туҡыу кеүек шөғөлдәр күбәйә. Господарь грамоталарында илдә мәғҙән сығарыу эштәре лә теркәлгән. Ятҡылыҡтар Молдова, Бистрица, Прут йылғаһы буйҙарында була.

Бөйөк Штефан бик ҡаты финанс сәйәсәте алып бара. Ул заманда ике серия тәңкәләр баҫыла: грошь (грошь) һәм ярым грошь (жумэтате де грошь), улар өсөн Сучаве тәңкә ихатаһында 1457—1476 һәм 1480—1504 йылдарҙа юғары пробалы көмөш ҡулланыла.

Венециан документтар буйынса, Бөйөк Штефан ососронда молдова флоты Урта Ер диңгеҙендә була һәм Венеция менән Генуяға йөрөй.

Тышҡы сәйәсәт

Бөйөк Стефан Iii 
Венгрия ғәскәре менән алыш

Молдова тарихында Бөйөк Штефандың урыны

Бөйөк Стефан Iii 
Иҫтәлекле алтын тәңкә. Молдова, 2004 йыл
Бөйөк Стефан Iii 
1 лей банкнотаһы. Молдова Республикаһы

Бөйөк Штефан 1504 йылдың 2 июлендә вафат була. Ул үҙе төҙөткән Путна монастырендә ерләнгән. Бөйөк Штефан хаким иткән осорҙа Молдова бик ныҡ үҫешә. Уның менән халыҡ-ара аренала иҫәпләшә башлайҙар. Туҡтамаҫ һуғыштар алып барылыуға ҡарамаҫтан Молдова иҡтисади яҡтан да алда бар. Штефан сәйәси аренала оҫта эш итеп, иле мәнфәғәтен яҡлап, уҙен бик яҡшы дипломат булараҡ иҫбатлай.

Штефандың полководец булараҡ һәләте инҡар иткеһеҙ — ул Ғосман империяһы, Польша, Венгрия кеүек көслө илдәргә ҡаршы тора. Уның тарафынан яңы ҡәлғәләр төҙөлә — Сороки, Иҫке Орхей, Хотин һәм Четатя-Албэ.

Бынан тыш ул молдова мәҙәниәтен ныҡ күтәрә. Добровец, Нямц, Бистрица, Воронец һәм башҡа монастырҙар төҙөй.

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Шолданешт районының Кобыльня ауылында Штефан имәне тип аталған ағас үҫә. Легенда буйынса, был имән төбөндә хаким бер алыштан һуң ял иткән.
  • Бөйөк Штефан хөрмәтенә советҡа ҡаршы булған Лучники ойошмаһы атала.
  • 2004 йылда Молдова президенты Владимир Воронин йылды Бөйөк Штефан III тип атай. 2004 йылда хакимдың үлеүенә 500 йыл була.
  • Air Moldova авиапаркында 2010 йылдан Штефан хаким исемендә заманса Embraer 190 лайнеры бар.
  • Бөйөк Штефан Влад III Цепештың (Дракула) яҡын дуҫы һәм союздашы була (URL Матей Казаку Дракула / Dracula: suivi du capitaine vampire (Тәржемәсе: В. Удовиченко) — М.: Этерна, 2011 й. ISBN 978-5-480-00195-2, ISBN 2-84734-143-9)

Хәтер

Әҙәбиәт

Бөйөк Штефандың тормошо һәм шул осор бик күп әҙәби әҫәрҙәрҙә сағыла:

  • «Закат солнца» («Apus de soare») (1909 й.) Барбу Штефанеску.
  • Трилогия «Братья Ждер» («Fraţii Jderi») (1935—1942 йй.) Михай Садовяну.
  • «Жизнь Штефана Великого» («Viața lui Ștefan cel Mare») (1934 й.) Михай Садовяну.

Кино

  • «Братья Ждер (фильм)[ro]» (1974 йыл) Бөйөк Штефан ролендә — Георге Козоричи[ro].
  • «Штефан Великий — Васлуй 1475[ro]» (1975) төп ролдә — Георге Козоричи.
  • «София» (2016 йыл). Бөйөк Штефан ролендә — Александр Балуев.

Һәйкәлдәр

2014 йылдың сентябрендә Криуленала Бөйөк Штефанға икенсе мөһабәт һәйкәл асыла.

Филателия

Йырҙар

  • Румынияның (1994 йылға тиклем Молдованыҡы ла) «Deşteaptă-te, române» гимнында Бөйөк Штефан даны телгә алына.
  • Молдованың Che-MD рок-төркөмө Бөйөк Штефан тураһында бер нисә йыр яҙа. Улар араһында Славэ Нямулуй Водэ һәм Воевод.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәте

Һылтанмалар

Элек эшләүсе:

Пётр III Арон

Правитель Молдавского княжества

1457—1504

Алмашҡа килеүсе:

Богдан III Слепой (Богдан III Орб)

Tags:

Бөйөк Стефан Iii Тәхеткә килеүБөйөк Стефан Iii Илде нығытыуБөйөк Стефан Iii Тышҡы сәйәсәтБөйөк Стефан Iii Молдова тарихында Бөйөк Штефандың урыныБөйөк Стефан Iii Ҡыҙыҡлы факттарБөйөк Стефан Iii ХәтерБөйөк Стефан Iii ИҫкәрмәләрБөйөк Стефан Iii ӘҙәбиәтеБөйөк Стефан Iii ҺылтанмаларБөйөк Стефан Iii2 июльРумын теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Башҡорт теленең лексикаһыТинес (ҡасаба)ҰУрта быуаттарБашҡортостан ҡоштарыҠорбанғәлиевЭҙләүҙе оптималлаштырыуАфған һуғышыЛондонХисамов Ғәлим Афзал улыҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрКоморБайрамНеодимlzi5cМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Мәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаЭнциклопедияҠотдосЦиблиев Василий ВасильевичАҙнай (Бишбүләк районы)Исхаҡов Ришат Сәлмән улыПолина ВиардоСыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙыСөнниҙәрКарл МарксЩетинков Евгений СергеевичИраҡ тарихыБайдин Николай АнатольевичХәрби антЕкатерина IIФәрүәз УрманшинФутбол буйынса Польша йыйылма командаһыГәрәев Муса Ғайса улыБотсванаСиднейРязанский Сергей НиколаевичАҡмуллаАуыл хужалығыСалауат ЮлаевНефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)СТСДор ШабашевицВьетнамХанлыҡИҫәнғолов Шамил Наил улыISO 4217Мария-АнтуанеттаМәсетлеӘбделҡадир ИнанҠунафин Мөнир Сәхиулла улыКешенең йөклөлөгөПутин Владимир Владимирович15 ноябрьӨфөАнгелина Прасковья НикитичнаРИА НовостиЭлвис ПреслиКлеопатра VIIҒайса (пәйғәмбәр)Итальян теле🡆 More