Биоспелеология

Биоспелеология, спелеобиология (бор.

грек. βίος — йәшәү, σπήλαιον — мәмерйә һәм λόγος — тәғлимәт, фән) — биологияның мәмерйәләрҙә тереклек итеүсе организмдарҙы өйрәнеүсе бүлеге.

Эмиль Раковицэ
Emil Racoviţă
Биоспелеология
Тыуған урыны

Яссы Объединение Дунайских княжеств

Вафат урыны

Клуж-Напока

Ғилми даирәһе

спелеология, биология, зоология, ботаника

Эшләгән урыны

Румын спелеология институты

Альма-матер

Париж университеты

Ғилми дәрәжәһе

фәндәр докторы

Ниндәй өлкәлә танылған

Антарктиданы тикшереүсе , биоспелеологияны нигеҙләүсе

Биоспелеология
Өйрәнеү объекты Пещерная фауна[d]

Беренсе тапҡыр был ер аҫты фаунаһы тураһында иезуит Кирхер яҙып сыҡҡан.

Ер аҫты тормошон өйрәнеү xviii-xix быуаттарға тиклем дауам итә.

Һөҙөмтәлә xix быуат аҙағына ер аҫты тереклегенең йөҙҙәрсә төрө асыла һәм өйрәнелә.

«Биоспелеология» терминын 1903 йылда француз А. Вирено тәҡдим итә.

Биоспелеология нигеҙҙәре башлап румын биологы Раковицэ (1907) тарафынан төҙөлә.

Ул Р. Женель (француз биологы, биогеограф, биоспелеолог, зоолог, энтомолог, ботаник, геолог, палеонтолог…) менән бергә мәмерйәләрҙәге шарттарҙың экологик үҙенсәлектәрен һәм уларҙың тере организмдарға йоғонтоһон асыҡлау, ер аҫты биоталарының эволюция законлылыҡтарын өйрәнеү, мәмерйәләрҙәге тереклектең үрсеүен һәм таралыуын тикшереү менән шөғәлләнәләр.

1907 йылда Раковицэ «Биоспелеолоджик» фәнни ассоциацияһын нигеҙләй.

СССР-ҙа биоспелеологияға мәскәү биологы Бирштейн Авадиевич Яков (1911—1970 йылдар) башлап нигеҙ һала. Әлеге ваҡытта С. Левушкин, Н. Залесская, С. Головач, В. Книсс, Р. Джанашвили һәм башҡа энтузиастар был эште дауам итәләр.

Мәмерйә фаунаһы

Хәҙерге ваҡытта мәмерйә фаунаһы тип айырым төркөм хайуандарҙы атайҙар. Улар мәмерйәләрҙә таш тоҡомдары араһында ярыҡтарҙа тереклек итәләр.

Биосфераның улар биләп торған урынын стигобиосфера (по имени мифической реки Стикс, протекающей через царство мертвых) тип атайҙар.

Болгар биологы Л. Цветков стигобиосфераға тупраҡ ҡатламы нигеҙенән алып биосфераның иң түбәнге сиге инә тип иҫәпләй.

Стигосфера тереклегенең төп өлөшөн төрлө бактериялар тәшкил итә.

Мәмерйәләр бында үҙҙәре бер донъя булып тора. Уларҙа хайуандарҙың 7 тибынан вәкилдәр осрай:

  • иң ябайҙар
  • губкалар,
  • эсәк ҡыуышлылар,
  • селәүсендәр
  • быуынтығаяҡлылар (ҡыҫала һымаҡтар, пүрмәксе һымаҡтар, күп аяҡлылар, бөжәктәр),
  • моллюскалар
  • хордалылар (балыҡтар, амфибиялар, рептилиялар, ҡоштар, имеҙеүселәр).

Барлыҡ спелеофаунаны өс төркөмгә бүләләр: троглобионтов, троглофилов и троглоксенов.

  • Троглобионттар — бөтә ғүмерен ер аҫтында үткәреүсе һәм шунда үрсеүсе хайуандар.
  • Троглофилдар — мәмерйәлә тереклек итеүҙе өҫтөн күргән хайуандар. Улар ер өҫтөндә лә йәшәй алалар.

Мәмерйәләрҙе ышыҡланыу, һаҡланыу, эҫенән йәки һыуыҡтан ҡасыу һәм башҡа мәнфәғәттәрҙән файҙаланалар (мәҫ. Ярғанаттар).

  • Троглоксендар — ер өҫтөндә тереклек итеүсе, ниндәйҙер сәбәп менән мәмерйәгә эләгеүселәр (күбәләктәр, себендәр, башҡа бөжәктәр…).

Иҫкәрмә

Шулай уҡ

  • Троглобионттар

Һылтанмалар

Tags:

Биоспелеология Мәмерйә фаунаһыБиоспелеология ИҫкәрмәБиоспелеология Шулай уҡБиоспелеология ҺылтанмаларБиоспелеологияБиологияМәмерйәОрганизмТормош

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Йәләл-АбадОперацион системаАкротири һәм ДекелияШәкүров Рәшит Закир улыСалауат (доға)Солтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙыКөҙәйЦиблиев Василий ВасильевичАреалТалха ҒиниәтуллинВикиөҙөмтәЩетинков Евгений СергеевичЯпонияКинотеатрУрта быуаттарҠәҙим АралбайТатар дәүләт гуманитар-педагогия университетыДор ШабашевицПавел РомановВикимедиа фондыДезик һәм СиғанДинастия1926 йылКугубаев Яков АнатольевичБелоруссияла немец оккупацияһы (1941—1944)Һүҙ төркөмдәреШтрих-код1999 йылИнтернетБашҡортостан Республикаһы ХөкүмәтеҠобағош сәсәнСибәғәтов Флүр Шәрифулла улыЯбай һөйләмФәритов Айрат Тәбрис улыA (латин хәрефе)АтомЗекерСергей Ковалёв (йүнсел)Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙыРФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш идаралығыҠунафин Мөнир Сәхиулла улыКарман һыҙатыТатарҙарҒиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы2005 йылТанзиматКәбиров Артур Зиннур улыНазар НәжмиҺабан турғайыҒайса (пәйғәмбәр)Ҡара гөбөргәйелБАССР Юғары СоветыМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаТаралған йондоҙҙар тупланмаһыСәлимов Марсель Шәйнур улыБашҡортостанНацистик Германияның концентрацион лагерҙарыҺыуҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҠытай Халыҡ РеспубликаһыТицианТиҙләнешБашҡорттарЮрий КохАмерика Ҡушма Штаттары президенттары исемлегеЙыл🡆 More