Хоккей Клубы Батыр

«Батыр» хоккей клубы — Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында 2011 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса йәштәр командаһы.

Ошо уҡ ҡаланан ЮХЛ-да сығыш яһаған «Торос» командаһының фарм-клубы. 2011—2016 йылдарҙа Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнаша. Шунда ике тапҡыр бронза һәм бер тапҡыр көмөш миҙалдарын еңә. Ә 2016—2018 йылдарҙар Милли йәштәр хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында уйнай, бер тапҡыр финалға сығып көмөш миҙалдарҙы яулай.

Батыр
Хоккей Клубы Батыр
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Хоккей Клубы Батыр Нефтекама
Нигеҙләнгән: 2011
Таратылған: 2018
Элекке исемдәре: Торос 2
Өй аренаһы: Боҙ һарайы (2000 урын)
Төҫтәр:               
Аффилир-клубы: Торос (ЮХЛ), Толпар (ЙХЛ)
Конференцияла еңеүҙәр: 1 (2017/18)
Рәсми сайт: http://www.hcbatyr.ru/
Аффилир КМС: БЮТ

Тарихы

2011 йылға тиклем Нефтекамала «Торос» командаһының «Торос-2» исемле йәштәр составы бар ине. 2006/07 йылдар миҙгелендә ул Рәсәй чемпионаты беренсе лигаһының Волга буйы дивизионында плей-оффта бер-бер артлы «Лада-2», «Нефтехимик-2» һәм «Газпром-Университет» командаларын еңә һәм дивизион чемпионы тип билдәләнә. 2008/09 миҙгелендә «Торос-2» буласаҡ чемпионға «Прогресс» хоккей клубына ярымфиналда еңелә. Киләһе йылда беренсе этапты беренсе урында тамамлай, икенсе этапта Салауаттан «Юрматы» хоккей клубынан һуң икенсе урында була. Ә плей-оффтың ярымфиналында «Нефтяник-2» командаһына еңелә. Үҙенең һуңғы йылында «Торос-2» сирекфиналда «Юрматы» командаһына серияла 1-3 иҫәбе менән отола.

Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә

2011 йылдың йәйендә Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге барлыҡҡа килә. Шунда күбеһенсә ЮХЛ командаларының фарм-клубтары була. «Торос» үҙенең көйәрмәндәренә йәштәр составы өсөн яңы исем уйларға тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә «Торос-2» нигеҙендә «Батыр» исемле команда килеп сыға. Шулай уҡ варианттар араһында «Айсберг», «Дикие Пчелы» һәм «Лавины» тигәндәр була. Яңы команданың баш тренеры итеп «Толпар» тренер штабында эшләгән Константин Полозов ҡуйыла.

2011 йылдың 20 сентябрендә ЙХЛ беренселегенең Асыш уйынында Нефтекамала «Батыр» хоккейсылары «Ирбис» менән уйнайҙар,, буллитар серияһында 1:0 иҫәбе менән еңеп, Нефтекама хоккейсылары үҙ тарихында тәүге трофей — «Асыш кубогын» яулайҙар. Кубокты ЙХЛ идара директоры Дмитрий Ефимов ҡулынан «Батыр» капитаны Кирилл Байбурин ала. Даими чемпионатта команда дүртенсе урынды ала. Региондар кубогы өсөн плей-оффта «Батыр» серияла 3-0 иҫәптәре менән «Клин» һәм «Юниорс» хоккей клубтарын бәйгенән төшөрөп ҡалдыра. Ярымфиналда Бердск ҡалаһынан «Кристалл» командаһына еңелә һәм бронза миҙалдары өсөн көрәштә «Дизелист» командаһын ота.

2012/13 йылдар миҙгелендә «Батыр» даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса ЙХЛ беренселегенең дөйөм таблицаһында 11-се урынды ала. 37 мәрәй менән Андрей Харламов команданың бомбардиры була. Региондар кубогында Нефтекама хоккейсылары тәүҙе «Красноярские Рыси», ә аҙаҡтан «Ирбис» хоккей клубтарын серияла 3-1 иҫәбе менән ота. Ошондай уҡ һөҙөмтә менән Әлмәттән «Спутник» командаһына ҡаршы ярымфинал серияһы тамамлана. Ә финалда Полозов егеттәре Ҡурғандан «Юниор» хоккей клубына отола һәм тәү тапҡыр ЙХЛ беренселегенең көмөш миҙалдарын еңә. «Батыр» был плей-оффта һәр бер серияһын дүрт уйында тамамлай, ул тәүге уйында отолһа — бөтә серияны еңә. 2013/14 йылдар миҙгелендә Башҡортостан командаһы Көнсығыш конференцияһында даими чемпионатты бишенсе урында тамамлай. Плей-оффтың тәүге раундында «Алтайские Беркуты» командаһын серияла 3-0 (4:3 Б, 4:3, 4:2) иҫәбе менән ота. Ә киләһе раундта «Мечел» хоккей клубына шул уҡ өс уйында отола һәм бәйгенән төшөп ҡала.

2014/2015 йылдар миҙгелендә «Батыр» конференцияла даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө урынды ала. Даими миҙгел барышында команданың баш тренеры алмашына: Константин Полозов «Торос» хоккей клубын етәкләй, ә уны Игорь Жилинский алмаштыра. Региондар кубогы өсөн көрәште Нефтекама хоккейсылары «Молот» командаһын өс уйында еңеп башлай. Сирекфиналда «Батыр» Силәбенән «Мечел» хоккей клубын дүрт уйында отһа, ярымфиналда ул буласаҡ чемпионға «Россошь» хоккей клубына серияла 1-3 иҫәбе менән отола һәм икенсе тапҡыр бронза миҙалдарҙы яулай. ЙХЛ беренселегең һуңғы миҙгелендә «Батыр» һуңғы мәлдә генә плей-офф уйындарына эләгә ала һәм даими чемпионатты Көнсығыш конференцияһында һигеҙенсе урында тамамлай. Региондар кубогының беренсе раундында Башҡортостандан тағы бер командаға, был миҙгелдең буласаҡ чемпионы «Горняк» командаһына серияла 1-3 иҫәбе менән отола. «Батыр» — ЙХЛ беренселегенең һәр биш миҙгелендә плей-оффта ҡатнашҡан өс команданың береһе.

Милли йәштәр хоккей лигаһында

2016 йылда ЙХЛ беренселеген Милли йәштәр хоккей лигаһы алмаштыра. Шул уҡ ваҡытта «Батыр» үҙенә яңы баш тренер итеп Борис Тимофеев ҡуйыла. Нефтекама командаһы конференцияны дүртенсе урында тамамлай. Плей-оффтың беренсе раундында «Красноярские Рыси» хоккей клубын 3-2 иҫәбе менән ота. Ә конференцияның ярымфиналында Башҡорт дербиһында ул «Горняк» хоккей клубына шул уҡ биш уйында отола. 5 июлдә баш тренер итеп Александр Агеев ҡуйыла, ә Борис Тимофеев уның ярҙамсыһы була.

2017/2018 йылдар миҙгелендә «Батыр» конференцияла икенсе урынды яулай. Плей-оффта конференция сирекфиналында Медногорскиҙан «Южный Урал-Металлург» 3-1 иҫәбе менән отола. Ә Көнсығыш конференцияһы финалында «Красноярские Рыси» менән серияны 3-2 иҫәбе менән еңә. «Батыр» икенсегә Региондар кубогы финалына һәм тәүгегә МЙХЛ финалына сыға. Шунда үткән миҙгелдең финалсыһы Пензанан «Дизелист» хоккей клубына еңелә һәм көмөш миҙалдарҙы яулай. Ошо миҙгелдән һуң команда таратыла һәм бер ҡайҙа ла сығыш яһамай.

Сығыш яһауҙар тарихы

ЙХЛ беренселегенең даими миҙгелдәре һәм плей-офф уйындары

Миҙгел У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М ДУ
2011/12 36 25 1 3 1 0 6 156—85 84 4
2012/13 44 21 2 6 1 0 14 149—105 80 11
2013/14 38 20 1 4 1 1 11 132—91 72 9
2014/15 52 27 2 5 2 5 11 151—120 102 6
2015/16 40 14 1 1 2 0 22 128—150 48 16
Бөтәһе 210 107 7 19 7 6 64 716-551 386

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, Ш — шайбалар, М — мәрәйҙәр, ДУ — даими миҙгелдә урыны

  • 2011—2012
    1/8 финалы: «Клин Спортивный» Клин — «Батыр» 0-3 (0:6, 2:3, 2:4)
    Сирекфинал: «Юниорс» Рига — «Батыр» 0-3 (2:3 ө.в., 2:9, 6:8)
    Ярымфинал: «Кристалл» Бердск — «Батыр» 3-0 (4:1, 3:2, 5:4)
    3-сө урын өсөн: «Батыр» — «Дизелист» 2-0 (6:3, 2:1)
  • 2012—2013
    1/8 финалы: «Красноярские Рыси» Красноярск — «Батыр» 1-3 (3:2 Б, 0:11, 4:5, 2:6)
    Сирекфинал: «Ирбис» Ҡазан — «Батыр» 1-3 (4:2, 0:2, 1:3, 2:4)
    Ярымфинал: «Батыр» — «Спутник» Әлмәт 3-1 (1:2, 2:0, 4:3 Б, 4:2)
    Финал: «Юниор» Ҡурған — «Батыр» 3-1 (3:4 ө.в., 3:2, 5:0, 3:2 Б)
  • 2013—2014
    1/8 финалы: «Алтайские Беркуты» — «Батыр» 0-3 (3:4 Б, 3:4, 2:4)
    Сирекфинал: «Мечел» Силәбе — «Батыр» 0-3 (3:2, 3:2, 4:2)
  • 2014—2015
    1/8 финалы: «Батыр» — «Молот» Пермь 3-0 (7:5, 3:0, 7:2)
    Сирекфинал: «Мечел» Силәбе — «Батыр» 1-3 (3:5, 2:3, 4:2, 2:6)
    Ярымфинал: «Россошь» Россошь — «Батыр» 3-1 (2:3 Б, 4:2, 4:1, 3:2)
  • 2015—2016
    1/8 финалы: «Горняк» Учалы — «Батыр» 3-1 (4:2, 2:1, 5:6, 4:3 ө.в.)

МЙХЛ даими миҙгелдәре һәм плей-офф уйындары

Миҙгел У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М ДУ Һөҙөмтә
2016/17 48 22 1 0 1 0 24 184—190 69 11 Конференция сирекфиналында еңәләр, 3-2 («Красноярские Рыси»)
Конференция ярымфиналында еңеләләр, 2-3 («Горняк»)
2017/18 32 16 0 0 2 1 13 104—90 51 9 Конференция ярымфиналында еңәләр, 3-1 («ЮУ-Металлург»)
Конференция финалында еңәләр, 3-2 («Красноярские Рыси»)
Финалда еңеләләр, 0-3 («Дизелист»)
Бөтәһе 80 38 1 0 2 1 37 288-280 120
  • 2016/2017
    Конференциялар сирекфиналы: «Батыр» — «Красноярские Рыси» 3-2 (2:3 ө.в., 6:3, 4:3 Б, 3:4, 4:3 Б)
    Конференциялар ярымфиналы: «Горняк» — «Батыр» 3-2 (6:7 Б, 5:1, 3:4, 6:2, 6:0)
  • 2017/2018
    Конференциялар ярымфиналы: «Батыр» — «Южный Урал-Металлург» 3-1 (5:4 ө.в., 2:3, 2:1, 3:2 Б)
    Конференциялар финалы: «Батыр» — «Красноярские Рыси» 3-2 (3:5, 3:2 Б, 1:0, 4:5 Б, 3:2 ө.в.)
    Региондар кубогы финалы: «Дизелист» — «Батыр» 3-0 (6:0, 3:1, 4:0)

Стадион

«Батыр» үҙенең уйындарын Нефтекаманың боҙ һарайында үткәрә. Башҡортостан Республикаһында яһалма боҙ менән Өфөнән башҡа ҡалалар араһында иң ҙур спорт төҙөлмәһе 2007 йылда төҙөлә. Ул Нефтекаманың Ленина урамы 19Д адресы буйынса урынлашҡан. Һарайҙың һыйҙырырлығы — 2000 тамашасы. Трибуналар өс стена буйлап урынлашҡан, дүртенсеһе табло һәм комментаторҙар өсөн урындарға бирелгән. Һарай хоккей уйындарын, хоккей күнегеүҙәрен, конькиҙа шыуыу һәм концерттар үткәрер өсөн ҡулланыла. Был спорт һарайында тағы ла «Торос» уйнай.

Баш тренерҙар

«Торос» командаһының бөтә тренерҙары:

  • Константин Полозов (2011—2015)
  • Игорь Жилинский (2015—2016)
  • Борис Тимофеев (2016—2017)
  • Александр Агеев (2017—2018)

Тренер штабы

  • Баш тренер — Александр Агеев
  • Тренер — Борис Тимофеев
  • Администратор — Александр Куляшкин
  • Табип — Денис Собин

Составы

Был мәғлүмәт 2018 йылдың 30 апреленә ҡарата күрһәтелгән

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
49 Хоккей Клубы Батыр  Дмитрий Брагинский 13 апрель, 2000
50 Хоккей Клубы Батыр  Павел Лавриненко 18 декабрь, 1997
70 Хоккей Клубы Батыр  Әнүәр Сөләймәнов 3 март, 2000
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
4 Хоккей Клубы Батыр  Азат Мөхөтдинов 29 ғинуар, 1999
57 Хоккей Клубы Батыр  Алмаз Хәйернасов 8 апрель, 1997
63 Хоккей Клубы Батыр  Артем Сәмиғуллин 19 ғинуар, 1998
65 Хоккей Клубы Батыр  Денис Ермошенко 14 май, 1997
74 Хоккей Клубы Батыр  Яков Колосов 16 декабрь, 1999
80 Хоккей Клубы Батыр  Семен Росляков 10 август, 2000
81 Хоккей Клубы Батыр  Данис Муратов 23 май, 1997
83 Хоккей Клубы Батыр  Никита Голощапов 1 июнь, 2000
88 Хоккей Клубы Батыр  Владимир Паюл 29 сентябрь, 1997
94 Хоккей Клубы Батыр  Илья Шкибтан 6 октябрь, 2000
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
21 Хоккей Клубы Батыр  Егор Старцев 21 апрель, 1997
24 Хоккей Клубы Батыр  Тимур Равилов 15 апрель, 1997
25 Хоккей Клубы Батыр  Никита Идиуллин 16 апрель, 1998
35 Хоккей Клубы Батыр  Евгений Репин 28 ғинуар, 2000
42 Хоккей Клубы Батыр  Арсен Ғиндуллин 16 июль, 1997
43 Хоккей Клубы Батыр  Ришат Ғалимов 29 июль, 1998
52 Хоккей Клубы Батыр  Александр Янчук 16 июль, 1997
55 Хоккей Клубы Батыр  Денис Гуменюк 4 июнь, 2000
64 Хоккей Клубы Батыр  Артем Попитич 22 февраль, 1998
67 Хоккей Клубы Батыр  Арсланбәк Хузин 10 апрель, 1999
73 Хоккей Клубы Батыр  Алексей Богданов Хоккей Клубы Батыр  12 февраль, 1997
79 Хоккей Клубы Батыр  Арыҫлан Әхмәтйәнов 20 ғиунар, 1997
85 Хоккей Клубы Батыр  Амаль Ғалимйәнов 8 июнь, 2000
86 Хоккей Клубы Батыр  Егор Чупров 5 апрель, 1999
87 Хоккей Клубы Батыр  Денис Исмәғилов 27 ғинуар, 2000
97 Хоккей Клубы Батыр  Егор Агеев 30 май, 2000
98 Хоккей Клубы Батыр  Андрей Кузнецов 8 август, 2000

Капитандар

«Батыр» командаһының бөтә капитандары:

  • Кирилл Байбурин (2011—2012)
  • Максим Масягутов (2012—2013)
  • Владислав Каретников (2013—2014)
  • Денис Федоров (2014—2015)
  • Ранель Савушкин (2015—2016)
  • Алексей Богданов (2016—2018)

Команданың ҡаҙаныштары

  • Хоккей Клубы Батыр  Әлмәттә физкультурнир көнөнә бағышлынған турнирҙа еңеү (2015).
  • Хоккей Клубы Батыр  Йәштәр Хоккей Лигаһы чемпионатының көмөш призын еңеүсе (2012/2013).
  • Хоккей Клубы Батыр  С. Молчанов иҫтәлегенә турнирҙа икенсе урын (2014).
  • Хоккей Клубы Батыр  С. Н. Архангельский иҫтәлегенә турнир (2017).
  • Хоккей Клубы Батыр  МЙХЛ чемпионатының көмөш миҙалын еңеүсе (2017/2018).
  • Хоккей Клубы Батыр  ЙХЛ беренселегенең бронза миҙалын еңеүсе (2011/2012).
  • Хоккей Клубы Батыр  ЙХЛ беренселегенең бронза миҙалын еңеүсе (2014/2015).
  • Хоккей Клубы Батыр  С. Молчанов иҫтәлегенә турнирҙа өсөнсө урын (2015, 2016)

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 7:0 «Металлург» Медногорск (2012/13), «Ангарский Ермак» Ангарск (2014/15), «Прогресс» Глазов (2016/17).
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 13:2 «Кристалл-Юниор» Һарытау (2012/13).
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 13:2 «Кристалл-Юниор» Һарытау (2012/13).
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 6:7 «Мечел» Силәбе (2013/14), «Красноярские Рыси» Красноярск (2016/17), 5:8 «Горняк» Учалы (2016/17), .
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:6 «Горняк» Учалы (2016/17).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 1:8 «Спутник» Әлмәт (2015/16).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 12. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 9
  • Клуб тарихында бөтә уйынсыларҙа Рәсәй Федерацияһынан була.

Уйынсылар рекордтары

  • Иң куп уйын үткәргән уйынсы: Алексей Шалов (159).
  • Иң күп мәрәй йыйған уйынсы — Никита Самойлов (117).
  • Иң куп гол индергән уйынсы — Никита Самойлов (54).

Республиканың башҡа командалары менән хеҙмәттәшлеге

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Хоккей Клубы Батыр ТарихыХоккей Клубы Батыр Сығыш яһауҙар тарихыХоккей Клубы Батыр СтадионХоккей Клубы Батыр Баш тренерҙарХоккей Клубы Батыр Тренер штабыХоккей Клубы Батыр СоставыХоккей Клубы Батыр КапитандарХоккей Клубы Батыр Команданың ҡаҙаныштарыХоккей Клубы Батыр Ҡыҙыҡлы мәғлүмәтХоккей Клубы Батыр Республиканың башҡа командалары менән хеҙмәттәшлегеХоккей Клубы Батыр ИҫкәрмәләрХоккей Клубы Батыр ҺылтанмаларХоккей Клубы Батыр20112016БашҡортостанЙәштәр хоккей лигаһы беренселегеМилли йәштәр хоккей лигаһыНефтекамаРәсәйТорос (хоккей клубы)Шайбалы хоккейЮХЛ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЛуксараИнстаграмКурсорСыңғыҙханМарс (Ауырғазы районы)Әл-КүвәйтҠояш системаһыТуҡыусылыҡБильбаоФәлсәфәХәбиров Фәрит Барый улы2013 йылМонголияҠөрьәнОлимпия уйындарыРәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтыСофия НассаускаяРичард I Арыҫлан ЙөрәкГеографик атласШон КоннериГрек ашамлыҡтарыБогота1968 годСәхәрГолландия Ост-ҺиндостаныЛюляБөйөк Ебәк юлыЭйзенштейн Сергей МихайловичКилограммКосоржаРаспутин Григорий ЕфимовичИсем (һүҙ төркөмө)24 декабрьҠораллы КөстәрОхот диңгеҙеЙыһат (ғазауат)Луи де ФюнесТокугава ИэясуАйсыуаҡ (тау)ТигеҙләмәТаштамаҡYouTubeРеинкарнацияӨсөнсө рейхХубилайПантеон (Рим)ЭкспериментСәғәтТикТокХрущёв Никита СергеевичҺимереүАд-Духә сүрәһеКалифорнияХалыҡ-ара стандарт серия номерыАй (юлдаш)Ғәрәп яҙмаһыГУЛАГ-тың Салауат ҡалаһындағы лагерҙарыҠыҙылғанатМедицинаАй тотолған төндә (пьеса)НастасоваЭнцелад (юлдаш)🡆 More