«Көньяҡ» Операцияһы

Бессарабияны һәм Төньяҡ Буковинаны депортациялау (молд. Deportările din Basarabia și Nordul Bucovinei), шулай уҡ «Көньяҡ» операцияһы исеме аҫтында билдәле.

СССР дәүләт именлеге министрлығы тарафынан Молдавияла үткәрелгән массауи депортация.

«Көньяҡ» операцияһы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Маҡсаты

мәжбүри депортациялау, советлаштырыу

Башҡарыусы

СССР Дәүләт именлеге министрлығы

Ваҡыты

по 1949 йыл 7 июль - 8 июль

Урыны

Молдавия Совет Социалистик Республикаһы

«Көньяҡ» операцияһы (Молдавия)
Точка
«Көньяҡ» Операцияһы
Тәүге депортация тулҡынының 70-йыллығына бағышланған Почта маркаһы

Әҙерлек

1949 йылдың 6 февралендә СССР Министрҙар Советы Молдавия территорияһынан «элекке алпауыттарҙы, эре сауҙагәрҙәрҙе, немец оккупанттарының әүҙем әшнәләрен, немец полиция органдары менән хеҙмәттәшлек иткән кешеләрҙе, профашист партиялар һәм ойошмалар ағзаларын, аҡгвардеецтарҙы, ә шулай уҡ бөтә күрһәтелгән категорияларға ҡараған ғаиләләрҙе» һөрөү тураһында ҡарар ҡабул итә.

Апрелдә Молдавия буйынса СССР дәүләт именлеге министрлығы упономоченныйы генерал-майор Ермолин республика дәүләт именлеге министрлығы етәкселеге менән берлектә республиканың бөтә территорияһын 8 секторға бүлә. Тиҙҙән бында иген ташыу һылтауы менән меңләп йөк машиналары килә башлай, ә ысынында әлеге машиналар депортацияға дусар ителгән халыҡты ауылдарҙан тимер юл станцияларына тиклем ташыу өсөн тәғәйенләнә.

10 майҙа буласаҡ операцияға «Көньяҡ» исеме бирелә.

Планды тормошҡа ашырыу

Операция 6 июлдә төнгө сәғәт 2-лә башлана һәм 1949 йылдың 7 июлендә киске сәғәт 8-ҙә тамамлана. Депортацияла оператив составтан — 4496 кеше, улар араһынан 90 % СССР республикаларынан килтерелә, шулай уҡ Дәүләт именлеге министрлығы ғәскәрҙәренән 13 774 һалдат һәм офицер һәм партия активынан 24 705 кеше ҡатнаша.

Молдавия ССР-ының дәүләт именлеге министрлығы мәжбүри һөрөүгә 12 860 ғаилә тәғәйенләй, әммә 1567 ғаилә депортациянан ҡотола, ҡайһы берҙәре колхоздарға инә йәки уларҙың ҡулдарында Совет Армияһында ғаилә ағзалары хеҙмәт итеүе тураһында документтар була. Бынан тыш, ауырыуҙар һәм ғәриптәр, шулай уҡ эшкә яраҡлы ағзалары булмаған ғаиләләр һөрөүҙән азат ителә.

Һөҙөмтәлә Молдавиянан 30 эшелонға (1 573 вагон) 293 ғаилә йәки 35 11 050 кеше тейәлә, шул иҫәптән 9 745 ир-егет,13924 ҡатын-ҡыҡ һәм 15 йәшкә тиклемге 11 381 бала. Депортацияланғандарҙың күпселеге Ҡаҙағстанда (9954 кеше), Омск (6085 кеше) һәм Новосибирск (5787 кеше) өлкәһендә, Красноярск крайында (470 кеше), Коми АССР-ҙа (352 кеше) урынлаштырыла.

Һөрөүгә дусар ителгәндәр араһында яҡынса 4800 Иегова шаһиттары була, уларҙы совет властары советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Н. Ф. Бугай «Выселение произвести по распоряжению Берии…» О депортации населения из Молдавской ССР в 40-50- е годы — Исторические науки в Молдавии. № 1. Кишинев, 1991. 1.0
  • Депортация народов из Украины, Белоруссии и Молдавии : Лагеря, принудительный труд и депортация. Германия. Эссен. 1999. 1.3
  • Victor Bârsan, Masacrul inocenţilor, Bucharest, 1993, pg.18-19
  • Anton Antonov-Ovseenko, «The Time of Stalin», Harper and Row (in English)
  • Johann Urwich-Ferry, «Ohne Passdurch die UdSSR», Editura «Gruparea Româno-Germană de studii», München, 1976—1978 (in German) «Fără paşaport prin URSS. Amintiri», Editura Eminescu, Bucureşti, 1999 (in Romanian)
  • Mawdsley, Evan. The Stalin Years: The Soviet Union, 1929-1953. — Manchester University Press (инг.)баш., 1998. — ISBN 9780719046001.

Һылтанмалар

Tags:

«Көньяҡ» Операцияһы Әҙерлек«Көньяҡ» Операцияһы Планды тормошҡа ашырыу«Көньяҡ» Операцияһы Шулай уҡ ҡарағыҙ«Көньяҡ» Операцияһы Иҫкәрмәләр«Көньяҡ» Операцияһы Әҙәбиәт«Көньяҡ» Операцияһы Һылтанмалар«Көньяҡ» ОперацияһыМолдова

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ПеруБоронғо МысырИнжирХосе Рауль КапабланкаҺуғышХимик элементтарҙың периодик системаһыЙәйәләрАс-Сафф сүрәһеЕвропа берлегеӘн-НәжәфҮрге Арыҫлан һыуһаҡлағысыРафиҡов Булат Заһри улыБашҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)1873 йылWorldCat (библиографик мәғлүмәт базаһы)ИсландияБашҡорттарТөп халыҡтар23 мартКаракуц Владимир НикитовичБеларусьМолдова аш-һыуыӘзербайжан сәйеБингьолЕнес (биология)Урта быуаттарВенаБАССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлегеСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыБөйөк Кир IIВикипедияСөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улыЭлектротехникаСитдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙыДонецк өлкәһеМөхәббәтКипр РеспубликаһыСократҡа тиклемге фәйләсуфтарБалалар әҙәбиәтеУльяновск өлкәһеӘссәләмү ғәләйкүмДобролюбов тыҡрығы (Таганрог)Андреев Кирилл ДементьевичБарелиСауҙаАлһыуWikiLeaksГрузия1970 йылИң ҙур дәүләттәр исемлегеАшҡаҙар (Йылайыр районы)ХоҡуҡРихард ВагнерАнри МатиссВологда өлкәһеМәҡәлдәр һәм әйтемдәрКорея РеспубликаһыКолумбия29 мартМандолинаКаспаров Гарри КимовичБиктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙыКомпьютерДэн СяопинИкмәк (шиғыр)ЕвропаМакедон телеӘр-Рәхман сүрәһеВенесуэлаБашҡорт милли кейеме🡆 More