Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты (тулы атамаһы — «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт бюджет учреждениеһы) — үҙенә генә хас хирургик технологияларын һәм дауалау методтарын әҙерләү, офтальмохирургия өлкәһендәге донъялағы иң яҡшы технологияларҙы ғәмәлдәге һаулыҡ һаҡлау эшендә камиллаштырыу һәм ҡулланыу менән шөғөлләнеүсе республиканың алдынғы фәнни-тикшеренеү учреждениеһы.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты (УфНИИ ГБ) | |
Нигеҙләнгән | 1926 |
---|---|
Урынлашыуы | |
Юридический адрес | Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 90 |
Сайт | |
Институт үҙ башланғысын 1900-сө йылдарҙа Императрица Мария Фёдоровна һуҡырҙарҙы бағыусы учреждениеһының Өфө бүлеге ойошторған Өфө күҙ дауаханаһынан ала. Асылған дәүерҙә уның ҡарамағында 4 койка булған. Дауахана түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәткән, дарыу һәм пособиелар алыу өсөн ауырыуҙарҙың үҙҙәренә лә хәлдәренән килгәнсә булышлыҡ итергә тәҡдим яһалған. Дауахана Өфө урамындағы (хәҙер Чернышевский урамы), 91-се йортта урынлашҡан булған.
1925 йылға койкалар һаны 100-гә еткән. Шул йылда институт хәҙерге урынына, Пушкин урамындағы 90-сы йортҡа, күсерелгән.
1926 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты (Наркомздрав) Коллегияһы ултырышында 1926/27 йылдарға производство планы раҫлана. Өфө ҡалаһында Трахматоз институты асыу тураһындағы Постановление был ултырышта айырым пункт булараҡ ҡарала. Артабан архив документтарынан күренеүенсә, «СССР Халыҡ комиссарҙары советының (Совнарком) 1926 йылдың 15 ноябрь күрһәтмәһенә нигеҙләнеп, Өфө күҙ дауаханаһы Башҡортостан фәнни-тикшеренеү трахоматоз институты» тип үҙгәртеп ҡоролған.
Әйҙәүсе ғалим-офтальмолог, Мәскәүҙең 1-се медицина институты профессоры, Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Виктор Петрович Одинцов институттың тәүге фәнни етәксеһе һәм ойоштороусыһы булған; артабан ул 1938 йылға саҡлы 1-се медицина институтының күҙ клиникаһы етәксеһе лә була. Институтты ойоштороуға шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау Халыҡ комиссары Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов та ҙур өлөш индергән; уның тырышлығы менән институт Германиянан һатып алынған офтальмологик ҡорамалдар һәм медицина инструментарийы менән йыһазландырылған.
1985 йылда «Йәшел ҡулҡы» («Зелёная роща») микрорайонында йылына 50 мең кеше ҡабул итә алырлыҡ консультация поликлиникаһы, 180 карауатлы стационары булған Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының (УНИИ ГБ) яңы корпустары эксплуатацияға индерелгән.
Институтҡа һәләтле тикшеренеүселәр йәлеп итеүҙә һәм булдыҡлы коллектив туплауҙа институтта төрлө дәүерҙә эшләгән етәкселәрҙең роле ҙур:
Институттың хәҙерге этаптағы эше инновацион технологиялар үҫеше һәм уның ғалимдары интеллектуаль милегенең коммерциялаштырылыуы менән айырылып тора.
Институт хеҙмәткәрҙәренең һуңғы 5 йылдағы офтальмологияның төрлө мәсьәләләре буйынса фәнни тикшеренеүҙәре 800 публикацияла: шул иҫәптән 8 монография, үҙәк баҫмала 86 хеҙмәт һәм сит ил баҫмаларында — 45 хеҙмәт донъя күргән. Күпселеге республика һәм Рәсәй регионары офтальмологик клиникаларында ғәмәлдә ҡулланылған Фәнни хеҙмәттәр Рәсәй Федерацияһының 70 патенты менән һаҡланған. Институт Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (СНГ) офтальмологик хеҙмәте өсөн, шулай уҡ ҡайһы бер үҫешкән сит илдәр өсөн фәнни һәм ғәмәли кадрҙар әҙерләү үҙәктәренең береһе булып тора. Институт структураһында фәнни-тикшеренеү һәм фәнни-етештереү (производство) бүлектәре эшләй (функционируют).
Фәнни-етештереү (производство) бүлеге үҙ эсенә медицина тәғәйенләнешле изделиелар: интраокуляр һәм контакт линзалар эшләп сығарыу лабораторияһын, халыҡ-ара бәйләнештәре һәм маркетинг бүлектәрен индерә.
2007 йылдан институт аппараттар, дауалау саралары эшләп сығарыу, күҙ ауырыуҙары хирургия технологиялары буйынса инновацион проекттарҙы планлаштыра һәм тормошҡа ашыра. Оҙайлы перспективаға иҫәпләнгән инновацион проекттарҙы эффектив тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән инфраструктур мөхит ойошторолған. Бының алдынан яңылыҡ таба һәм тормошҡа ашыра алған һәләтле белгестәрҙе эҙләү, һайлап алыу һәм тикшеренеүгә йәлеп итеү кеүек эш алып барылған.
Кадрҙар табыуға уҡыу-уҡытыу бүлеге алыштырғыһыҙ ярҙам күрһәтә. Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты ысын мәғәнәһендә региондың төп офтальмологик үҙәге тип атала. Институт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы халҡына ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы халҡына ла — көн һайын 76 мең кешенән артыҡ, шул иҫәптән 16 мең балаға — консультатив ярҙам күрһәтә. Тик һуңғы 5 йылда ғына 450 меңдән артыҡ пациент консультация алған, йыл эсендә уҙғарылған операциялар һаны 3 тапҡырҙан да артҡан (2011 йылда 28 меңдән артыҡ операция, шул иҫәптән 2 меңгә яҡын операция — балаларға яһалған), ә бына ижтимағи ауырыуҙар буйынса: катарактаға — 11 тапҡырға, селтәр ҡатлауына (сетчатка) — 6 тапҡырға күберәк операциялар яһалған. Стационарҙы алмаштырған технологиялар бүлеге асылған.
Фундаменталь тикшеренеүҙәр, заманса хирургик технологиялар, хеҙмәт интенсификацияһы, белгестәр һаны бер төрлө ҡалған саҡта ла, операциялар һанын 2006—2011 йй. 135 меңдән арттырыуға килтергән.
2021 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын федераль милеккә кире ҡайтарыу һәм был фән учреждениеһын Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағына күсереү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Институт структураһында фәнни-тикшеренеү һәм фәнни-производство бүлектәре эшләй (Функционирует). Фәнни-тикшеренеү бүлеге составында 4 фәнни бүлек бар:
Фәнни-етештереү (производство) бүлегенә медицина тәғәйенләнешле изделиелар: интраокуляр һәм контакт линзалар етештереү лабораториялары, халыҡ-ара бәйләнештәр һәм маркетинг ҡарай. Тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре:
Хәҙерге ваҡытта Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының заманса операция эшләү бүлмәләре, сифатлы диагностик ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡеүәтле клиник базаһы бар. Институт үҙ составында:
Фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенең приоритет йүнәлештәре: рефракцион һәм реконструктив-элекке хәленә ҡайтарыу хирургияһы, глаукома хирургияһы, витреоретиналь, лазер хирургияһы, күҙ шешеү сирҙәрен дауалау.
Институт ғалимдарының офтальмохирургия өлкәһендәге асыштары күҙ мөгөҙ ҡатлауы дегенератив сирҙәре менән яфаланған пациенттарҙы дауалауҙың һәм реабилитациялауҙың камиллаштырылған һәм тамамланған технологияһы йыйылмаһын бирҙе. Ауырыуҙың стадияһына ҡарап, мөгөҙ ҡатлауын рибофлавин менән УФО-нурландырыу ярҙамында кросслинкингы, интрастромаль мөгөҙ ҡатлауы сегменттарының һәм ҡулсаларының имплантацияһы эшләнә.
Институтта ентекле эшләнгән кератоконус янында яһалған эпикератопластика технологияһы, абруйлы «Ophthalmology times» журналы 2007 йылда фаразлағанса, донъя офтальмологияһының ун иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе тип аталды. Институт асҡан автоматлаштырылған эндотелиаль кератопластика атҡарыу маҡсатында донор күҙ мөгөҙ ҡатлауы материалын әҙерләү буйынса уникаль технология буллез кератопатия сирлеләрҙе дауалағанда юғары функциональ һөҙөмтәләр алырға ярҙам итә.
Ил буйынса тәүгеләрҙән булып яңы тыуған сабыйҙарҙың тыумыштан килгән катаракта сиренә микрохирургик ҡатнашыуҙың эффектлылығы, операция эшләгәндең 6-7-сы көнөнә йомшаҡ контакт линзалар ҡуйыу мөмкинлеге иҫбатланған.
Институт Рәсәй Федерацияһының 75 авторлыҡ танытмаһына һәм патентына эйә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.