Әл-Жәзәри

Әл-Жәзәри, Әбу Әл-Ғиз ибн Исмәғил Әл-Жәзәри (ғәр.

«Китаб фи мәғрифәи әл-хыял әл-һандаи» («Тапҡыр механик яйланмалар тураһында белемдәр китабы») исемле трактат яҙып, унда 50-гә яҡын механизмдың эшләнешен тасуирлай һәм уларҙы төҙөү буйынса кәңәштәрен яҙып ҡалдыра. Әл-Жәзәриҙе «Ислам донъяһының да Винчийы» тип атағандар.

Әл-Жәзәри
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Артукиды[d]
Тыуған көнө 1136
Тыуған урыны Джезире[d]
Вафат булған көнө 1206
Вафат булған урыны Төркиә
Һөнәр төрө математик, уйлап табыусы, яҙыусы, инженер, астроном, Ғөләмә
Эшмәкәрлек төрө Ғөләмә, автомат[d] һәм машиналар эшләү
Хеҙмәттәре тупланмаһы Метрополитен-музей[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Badi` Al-Jazari
Әл-Жәзәри Әл-Жәзәри Викимилектә

Биографияһы

Тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙе яҙған әлеге трактатта теркәп ҡалдырған. Әл-Жәзәриҙең исеме Месопотамиялағы төбәк исеменән алынған. Төркиә Курдистаны үҙәге Диярбаҡыр Артыҡ бей вариҫтары һарайында баш инженер булып хемәт иткән.

"Тапҡыр механик яйланмалар тураһында белемдәр китабы" ул ваҡытта бик популяр булған, унан күпләп күсермәләр яҙып алғандар һәм Әл-Жәзәри үҙ ҡулдары менән эшләгән механизмдарҙы тасуирлаған. Уларҙың бер өлөшөн Әл-Жәзәри ағалы-энеле Бәну Мусаның — фонтан эшләү, Әл -Сағаниҙың — шәм сәғәттәре, Һибәталла ибн әл-Хөсәйендең музыкаль автомат булдырыуҙа эштәренә нигеҙләнеп камиллаштырған. Башҡа күп кенә механизмдары уникаль, шуғаса булған сығанаҡтарҙа телгә алынмаған булған.

Уйлап табыуҙары

Әл-Жәзәри беренсе астрономик иң ҙур ҡәлғә сәғәтен уйлап табыусы булараҡ билдәле. Хәҙерге заман ғалимдары күҙаллауынса, уның ул сәғәте беренсе «программалаштырылған компьютер» булараҡ баһалана. Дональд Раутледж Һилл һүҙҙәре буйынса, «Әл-Жәзәри иң ҡатмарлы сәғәтте тасуирлаған». Әл-Жәзәри (быуынлы вал) уйлап табыусы ла. Уның быуынлы валы беренсе мәртәбә әйләнеү хәрәкәтен алға ебәреү хәрәкәтенә үҙгәртә алған. Әл-Жәзәри фонтан, клапанлы насос (һыу тартыусы машина) һәм ( һыу сәғәте) лә уйлап тапҡан. Әл-Жәзәриҙе шулай уҡ роботтарҙың прообразын булдырыусы тип тә атайҙар:

Прообразами роботов были также механические фигуры, созданные арабским учёным и изобретателем Аль Джазари (1136—1206). Так, он создал лодку с четырьмя механическими музыкантами, которые играли на бубнах, арфе и флейте.Робот

.

Күргәҙмә

2010 йылдың ғинуарында Британияның «1001 уйлап табыу: донъябыҙҙа мосолман мираҫын асабыҙ» күргәҙмәһендә Әл-Жәзәриҙең алты метрлы һыу сәғәте күсермәһе күрһәтелә, ул ваҡиғаның төп иҫтәлекле урынына әүерелә .

Рәсемдәре

Әл-Жәзәри китабына кәрәк рәсемдәрҙе үҙе төшөргән. Рәсемдәрендә уйлап тапҡан әсбаптарының күренешен һүрәтләгән йәки уларҙың эш итеү аңлатмаһын яҙып ҡалдырған.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Әл-Жәзәри БиографияһыӘл-Жәзәри КүргәҙмәӘл-Жәзәри РәсемдәреӘл-Жәзәри ИҫкәрмәләрӘл-Жәзәри ӘҙәбиәтӘл-Жәзәри ҺылтанмаларӘл-ЖәзәриБөйөк Сәлжүк империяһыИсламИсламдың алтын быуатыЛеонардо да ВинчиМесопотамияҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

26 майМиңлеханов Рөстәм Нурғәли улыЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыОтто фон БисмаркХәйбуллин Ишморат Нәзир улыТау эшеФредерик ШопенҠарға бутҡаһыГордеев Михаил ВикторовичБөрйән районыIKEA2 августБашҡорт дәүләт опера һәм балет театры24 апрельЭль-НиньоИлТәкәләр (ырыу)Комикс21 мартҠуштауБеляев Павел ИвановичАвстралияМария ЧеботарьҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыХагенЗәғифлекЯнцзыСалауат (Ислам)Эт24 майҺүҙбәйләнешҒаләмБашҡорт дәүләт академия драма театрыҺуғыш1975 йылХанты-Манси автономиялы округы — ЮграДонъя илдәре һәм территорияларыМикрокредитлауҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүСүриә телеХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыБәрәңгеБатыршаКүбәләк (ырыу)Ейәнсура районыКаракасМакедон телеSkypeМаскатАлмаш (һүҙ төркөмө)Әхмәтзәки Вәлиди ТуғанФранцияОктябрь (Ҡарасай)Бөтә Донъя СелтәреӨлкән сержантКонституцион монархияЕвропа2012 йылРИА Новости5 февральУрду телеАнтарктидаОҙон көйБиохимияБашҡорт телендә аффиксацияСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Сифат🡆 More