Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы

Ҡунафин Ғиниәтулла (Ғиниәт) Сафиулла улы  (22 ноябрь 1946 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).

Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы СССР
Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Салауат Юлаев ордены

Биографияһы

Ғиниәт (Ғиниәтулла) Сафиулла улы Ҡунафин 1946 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Урта мәҡтәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй, һуңынан «Йондоҙ» район гәзите хеҙмәтҡәре.

Әрме хеҙмәтен үткәс, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1973—1976 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. 1976—1981 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор.

Ҡунафин Ғ. С. университетта филология һәм журналистика факультетын асыуҙа әүҙем ҡатнаша, был факультеттың беренсе деканы була һәм артабан 10 йыл (1990—2000) ошо вазифаны уңышлы башҡара.

2000 йылдан башлап «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәте» кафедраһын етәкләй. 1977 йылда кандидатлыҡ ә 1998 йылда —  «XIX быуат—XX быуаттар башында башҡорт поэзияһының жанр системаһы үҫеше» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2019 йылдың 8 октябрендә, Республика көнө алдынан, Ғиниәт Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан яҙыусылар берләшмәһе эргәһендәге әҙәби тәнҡит секцияһы етәксеһе.
  • I, II һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, 2000—2010 йылдарҙа Ревизион комиссия ағзаһы.

Китаптары

450 ғилми эше, шул иҫәптән 30 китабы сыҡҡан.

  • Башкирские просветители-демократы XIX века. — М., 1981. — 256 с.
  • Просветитель и писатель Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. — Өфө, 1991. — 256 б. (баш.)
  • Башкирская литературная песенная поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 1997. — 155 с. (рус.)
  • И песней, и сатирой. — Уфа, 1999. — 257 с. (рус.)
  • Башкирская поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 2002. — 215 с. (рус.)
  • Башкирская нарративная поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 2003. — 179 с. (рус.)
  • Поэтическое эхо прошлого. — Уфа, 2004. — 314 с. (рус.)
  • Башкирская литература XIX — начала ХХ века. — Нефтекамск, 2006. — 273 с. (рус.)
  • Культура Башкортостана и башкирская литература в XIX — начале ХХ века. — Уфа, 2006. — 280 с.
  • Духовное сияние времен. — Уфа, 2006. — 491 с. (баш.)
  • Поэтическая радуга Акмуллы. — Уфа, 2006. — 238 с. (баш.) (рус.)
  • ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең идея-художество үҙенсәлектәре. – Өфө: Ғилем, Башҡ. энцикл., 2016. – 368 бит. ISBN 978-5-88185-303-7

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Салауат Юлаев ордены (2019).
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2001)
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2010)
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2011) исемендәге премия лауреаты
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәҡәре (2009)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997)
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы БиографияһыҠунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы Йәмәғәт эшмәкәрлегеҠунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы КитаптарыҠунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҠунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы ИҫкәрмәләрҠунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы ҺылтанмаларҠунафин Ғиниәтулла Сафиулла Улы1946 йыл22 ноябрьБашҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһыСССР Яҙыусылар союзыСалауат Юлаев ордены

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ФинляндияТырнаҡтарАят әл-КүрсиКарл ЛиннейФидаи Салауат Фидай улыБуранов Ғилметдин Мостахетдин улыҠатайБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыАпрельАдриано ЧелентаноӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыМартыненко Василий Борисович2003 йылСолтангәрәев Рәшит Ғимран улы1802 йылБикбаев Рауил Төхфәт улыБашҡорт алфавитыGPSНАТОХәбәшиҙәрЯҡшығолов Сафуан Суфиян улыФилТел ғилемеХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЕңеү көнөАсыҡ контентБүләков Динис Мөҙәрис улыБилли АйлишАбдуллин Азат Хаммат улыКүҫәләрБөйөк Ватан һуғышыЙөҙимәнMicrosoftХөсәйен НуршаргИсламҺ1881 йылМулдашев Эрнст Рифғәт улыНальчик (йылға)1934 йылКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыБалаҡарға (йыр, риүәйәт)Дүшәмбе5 сентябрьӘминев Әмир Мөхәмәт улыКоординаталар системаһыҺүҙТәтегәс бейМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыФәнАҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙыВикикитапхана1860 йылТугарин (рус фольклоры)ҒаиләНазар НәжмиТәбиғәтБалыҡтарӘхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улыКилешLinuxҺабантуйМайкл ДжексонАрыҫлан петроглифтарыКатолицизмФән докторыМәғарифМусин Ноғман Сөләймән улыПариж🡆 More