Ҡарайымдар

Ҡараи́мдар (ҡараим ҡырым диалекты: бер.

къарай, күп. къарайлар; тракай диалекты: бер. karaj, күп. karajlar; бор.-йәһ. קָרָאִים — «караим», туранан-тура: уҡый белеүселәр) — Көнсығыш Европала ҡараимизмдың төрки телле эйәреүселәренән килеп сыҡҡан ҙур булмаған этник төркөм.

Ҡараим теле төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай. Лексик составы гебраизмдарҙың күп булыуы менән айырылып тора. Төньяҡ (тракай), көньяҡ (галич) һәм ҡырым диалекттары бар. Ҡараим теленең Ҡырым диалекты Литва һәм Көнбайыш Украиналағы ҡараим теле диалектынан һиҙелерлек рәүештә айырыла. Әлеге ваҡытта тракай диалектынан башҡалары ғәмәлдә юғалған.

Этимологияһы

«Ҡараим» һүҙе IX быуатта ҡулланылышҡа инә, башта дини төркөмдө билдәләү өсөн ҡулланыла. Рәсәй империяһында дин тотоу милләткә бәйләмәйенсә күрһәтелә. СССР-ҙа дин урынына кешенең милләте күрһәтелә. Шуға ярашлы, совет тюркологияһында «ҡараим» термины ҡараим этносы атамаһы булараҡ теркәлә.

Хәҙерге заман урыҫ телендә был һүҙ, дингә бәйләмәйенсә, этник сығышты ғына, һирәк кенә, милләткә бәйләмәйенсә, ниндәй конфессияға ҡарауын күрһәтә. Ҡараим этносы вәкилдәре өсөн түбәндәге терминдар ҡулланыла:

  • ҡараим-төрки, Ҡырым ҡараимдары, ҡараи, ҡарайлар, Ҡырым ҡарайлары — ҡараимдарҙы йәһүдтәргә ҡапма-ҡаршы ҡуйыу маҡсатында, бигерәк тә «Украинаның ҡырым ҡараимдарының Бөтә халыҡ съезы» һәм ҡырым ҡараимдарының «Ҡырымкарайлар» ассоциацияһы" кеүек атамаларында ҡараимдарҙың сығышы буйынса төрки теорияһы яҡлылар тарафынан ҡулланыла;
  • ҡараиттар — «Ҡараим халыҡ энциклопедияһында», шулай уҡ XIX быуаттың Рәсәй көнсығышты өйрәнеүселәре тарафынан ҡулланыла;
  • Ҡырым ҡараимдары, Көнсығыш Европа ҡараимдары — иудаизм буйынса белгестәр тарафынан ҡулланыла һәм дөйөм алғанда ҡараим этносын аңлата;
  • Ҡырым (литва, луцко-галич) ҡараимдары — бер юлы милләтте һәм йәшәгән территорияны күрһәтә (мәҫәлән, ҡырым тататарҙарына ҡағылышлы);
  • көнбайыш ҡараимдары — Көнбайыш Украинала (Луцк, Галич), шулай уҡ Литва һәм Польшала йәшәгән ҡараимдарҙы берләштерә; мәҫәлән, К. Мусаев грамматикаһында ҡулланыла.

Ҡараимдарҙың Ҡырымға килеп төпләнеүе

Йәнле һөйләү теле, ауыҙ-тел фольклоры буйынса, йолалары һәм тормош-көнкүрештәре йәһәтенән улар тирәһендә йәшәгән төрки халыҡтарна оҡшаш булыуға ҡарамаҫтан, ҡараимдар иудаизмға туғандаш булған ҡараизм динен тота, эш ҡағыҙҙарында, ғилми хеҙмәттәрҙә, литургия һәм эпитафияларҙа боронғо йәһүд телен файҙаланалар..

Ошоға бәйле ҡараимдарҙың килеп сығышын ике төрлө аңлатырға: семиттарҙан һәм хазарҙарҙан килеп сыҡҡандар тип фаразларға була. Әммә был фараздарҙың икеһе лә фәнни йәһәттәр бәхәстәр тыуҙыра. Ғалимдарҙың бер өлөшө ҡараимдар менән йәһүдтәр араһындағы айырманы атай, икенселәре ҡырым ҡараимдары менән литва ҡараимдары араһындағы айырмалыҡтарға күрһәтә, шул уҡ ваҡытта европа һәм урта диңгеҙ ҡараимдары араһындағы оҡшашлыҡ та иҫбат ителә.

Семит (йәһүд) теорияһы

Был теорияға ярашлы, ҡараимдар йәһүдтәрҙең этнолингвистик төркөмөнән килеп сыҡҡан .

Был теория XIX быуат аҙағына тиклем йәшәй. Әлеге ваҡытта ҡараим юлбашсылары было теорияны тәнҡит утына тота..

Хазар (төрки) теорияһы

Был теорияға ярашлы, ҡараимдар — хазарҙарҙың — VII — X быуаттарҙа йәшәгән күсмә төрки халыҡтарының вариҫтары, улар иудаизмды ҡабул иткән һәм Ҡырымда ла төпләнгән.

Генетикаһы

2005—2013 йылдарҙа Көнсығыш Европа илдәрендә, башлыса Ҡырымда йшәгән 28 ҡараимдың генетик сигнатураһы тикшерелә. Ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә Кевин Алан Брук, яһалған һығымтаны килә , көнсығыш европа һәм яҡын Көнсығыш Европа ҡараимдарҙың килеп сығышы ашкеназ, сефард һәм көнсығыш йәһүдтәргә яҡын, тигән һығымтаға килә. Ҡараимдарға «мажор» Y-хромосома гаплотөркөмөнөң булмауы хас. G2a, J1, J2 гаплотөркөмдәре булған ҡараимдар генофондтың яртынан күбеһен тәшкил итә. Артабан R1b, E1b1b һәм L1b1 гаплотөркөмдәре килә.

Эмансипация

Рәсәй империяһы

Екатерина II осоронда уҡ, Рәсәй империяһында йәһүд динен тотоусыларға ҡарата ҡулланылған сикләүҙәр ҡараимдарға ҡағылмай, тигән күрһәтмә бирелә.Ҡараимдар, йәһүдтәрҙән айырмалы рәүештә, ҡаҙнаға һалымды аҙыраҡ түләй, уларға ер һатып алырға рөхсәт ителә. Шуға ла ҡараимдар араһында эре ер биләүселәр һәм сәнәғәтселәр барлыҡҡа килә.

Австро-Венгр империяһы

Польша бүлгесләнеп, Галиция Австрия составына ингәндән һуң (1772) Галич ҡараимдары христиандар менән тиң хоҡуҡлылыҡ алыуға өлгәшә.

Нацист Германияһы

Гитлер власҡа килгәс, Германияла йәһүдтәргә ҡаршы ҡануниәт ҡабул ителә. Берлиндың ҡараим ойошмаһы 1934 йылда Өсөнсө рейхтың эске эштәр министрлығына, Рәсәйҙә бирелгән юридик статустарына ярашлы ҡараимдарҙы йәһүдтәр тип танымаҫҡа, тигән үтенес менән мөрәжәғәт итә. Министрлыҡ уларҙың үтенесек өлөшләтә ҡәнәғәтләндерә. Улар йәһүд дини ойошмаһына ҡарамай,әммә «раса буйынса биологик ҡылыҡһырлама» һорау тыуҙыра, тигән һығымта яһала. Икенсе донъя һуғышы йылдарында бер нисә йәһүд ғалимы — М. Балабан (18771942), З. Калманович (18811944) һәм И. Шипер (1884—1943) — немец оккупацион властарына, ҡараимдар йәһүд расаһына ҡарамай, тигән һығымтаға килеүҙәрен белдерә шуның менән ҡараимдарҙы күпләп юҡ итеүгә юл ҡуйылмай. Ә бына Рига, Краснодар, Одесса һәм Херсонда, министрлыҡтың ошо бойороғо үҙ көсөнә инеп өлгәрмәгәнлектән, йәһүдтәр менән бергә ҡараимдар ҙа күпләп язалана.

Тарихы

Ҡырым ханлығы

Ҡырым ханлығының баш ҡалаһы Солхатта (хәҙер Иҫке Ҡырым) һәм Кафала (хәҙер Феодосия) ҡараим ойошмаһы XIII быуатта уҡ була.

Ҡырымда Чуфут-Кала ҡараимдарҙың төп үҙәге була; XIX быуатта уҡ уның халҡы, нигеҙҙә, ҡараимдарҙан тора.

Хәҙерге заманда ҡараим общинаһы

Украина ҡараимдары

Ҡараимдар, ҡырымчаҡтар һәм ҡырым татарҙары менән бер рәттән, де-факто Ҡырымдың автохтон халҡы тип танылған

2014 йылғы ваҡиғалар һөҙөмтәһендә (Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы) Ҡырымда йәшәгән ҡараим халҡы, Рәсәй Федерацияһы юрисдикцияһы аҫтына алына.

Ҡараимдарҙың Ҡырым милли-мәҙәни йәмғиәте идараһы ағзаһы Б. С. Бебеш биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 2003 йылда Симферополь ҡалаһында 320; Евпатория ҡалаһында — 260; Феодосияла — 100; Баҡсаһарайҙа — 57 ҡараим йәшәгән.

Демография

Ҡараимдарҙың Ҡырым милли-мәҙәни йәмғиәте идараһы ағзаһы Б. С. Бебеш биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 2003 йылда Харьковта 30 ҡараим; Одессала — 100; Николаевта — 40; Днепропетровск ҡалаһыында — 20; Галичта — 10 ҡараим йәшәгән.

Дине

  • Киевская кенасса

Рәсәйҙәге ҡараимдар

Демография

1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы РСФСР-ҙа 449 ҡараим йәшәгән.

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһында 354 ҡараим йәшәгән, шул иҫәптән Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә 138, Санкт-Петербургта 53 ҡараим йәшәгән.

2010 йылғы һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһында 205 ҡараим, шул иҫәптән Мәкәүҙә 89, Санкт-Петербургта 22 һәм Мәскәү өлкәһендә 18 ҡараим йәшәгән. Тик өс кеше генә ҡараим телендә һөйләшә алыуҙарын белдергән.

Билдәле шәхестәре

Күренекле шәхестәре араһында билдәле разведчик, тарихсы һәм дипломат Иосиф Ромуальдович Григулевич, композитор Самуил Моисеевич Майкапар, йәмәғәт эшмәкәре Соломон Самойлович Крым, актёр Сергей Тонгур, волейболист, олимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры Марина Кумыш, урта быуаттар әҙәбиәте тәржемәсеһе Ананий Самойлович Бобович бар.

  • Симферопольская кенасса
  • Феодосийская кенасса
  • Евпаторийская кенасса

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Ҡарайымдар ЭтимологияһыҠарайымдар Ҡараимдарҙың Ҡырымға килеп төпләнеүеҠарайымдар ГенетикаһыҠарайымдар ТарихыҠарайымдар Хәҙерге заманда ҡараим общинаһыҠарайымдар ИҫкәрмәләрҠарайымдар ӘҙәбиәтҠарайымдар ҺылтанмаларҠарайымдарТөрки телдәр

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ДәүләтАдольф ГитлерҠыҙылтүшХисаметдинова Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙыҺүҙбәйләнешБиологияВикикитапханаУкраинаҠарға бутҡаһыЯрмуллин Азат Шакирйән улыАвстралияҠытай Халыҡ Республикаһы23 апрельНазар НәжмиСССР Дәүләт именлеге комитетыМәскәүҮлемИсем (һүҙ төркөмө)Мәмбәт (Хәйбулла районы)Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙыДәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы25 апрельКөсЛазер ярҙамында ҡырҡыуӘл-БируниБашҡорт шәжәрәһеКомпьютерҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыГлобаль йылыныуБашҡорт дәүләт университетыЭль-Ниньо12 май1964 йылТөркиәДауыт ЮлтыйАсыҡ контентХәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди)Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улыҒабдулла ТуҡайБашҡорт алфавитыҠылымИкенсе донъя һуғышыӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыСолоҡсолоҡБашҡорт телеТел (лингвистика)Башҡорт теленең диалекттарыМиләшСанскритМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыҠол ҒәлиЙылға3 октябрьЕңеү көнөТанауЯңы КаледонияТерроризмСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Электроника«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексыРәсәй ФедерацияһыБудапешт🡆 More