Ҡадир Даян (тулы исеме Ҡадир Хәким улы Даянов) (14 февраль 1910 йыл — 19 октябрь 1975 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург.
1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), ике «Почёт Билдәһе» (1945, 1955) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969).
Ҡадир Даян | ||||
Ҡадир Хәким улы Даянов | ||||
Тыуған көнө: | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | ||||
Вафат булған көнө: | 19 октябрь 1975 (65 йәш) | |||
Вафат булған урыны: | Өфө ҡалаһы | |||
Гражданлығы: | ||||
Эшмәкәрлеге: | яҙыусы, драматург, шағир | |||
Премиялары: | Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969) | |||
Наградалары: | | |||
Ҡадир Даян 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй.
1930—1933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтында уҡый. Уҡып бөткәс, Башҡортостан дәүләт нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 1936—1941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй. Уның тәьҫирендә күп студенттар әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай.
Ҡадир Даяндың шиғырына мәктәп уҡыусылары Беренсе Май байрамында демонстрацияла йырлаған дәртле йыр яҙылған. Был әҫәр 1929 йылда уҡ «Ҡыҙыл флаг» исеме менән матбуғатта баҫыла.
Әҙиптең бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы.
Шағирҙың шиғриәте Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк формалаша һәм нығына. 1930 йылдар уртаһынан алып 1970-се йылдарға тиклем уның әҫәрҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрендә ныҡлы урын ала. Уның "Күбәләк, «Елка», «Тышта саф һауа» һәм башҡа шиғырҙары балалар күңелендә һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына шағир 1941 йылдың июль башында үҙе теләп китә һәм Калинин фронтында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Замандаштары, ҡәләмдәштәре Ҡадир Даянды кешелекле, ярҙамсыл кеше итеп белә. Фронтовик-шағир һуңғы көнөнәсә үҙен һәр саҡ алғы һыҙыҡта тип иҫәпләй. Оло йөрәкле, батыр шәхес 1975 йылдың 19 октябрендә тимер юл өҫтөнә төшкән баланы ҡотҡарып алып ҡала, ә үҙе һәләк була.
Һуғыш йылдарында яҙған поэмалары һәм шиғырҙары:
Йырҙары:
Драматург булараҡ та танылыу яуланы Ҡадир Даян. Уның «Таңсулпан» пьесаһы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡырҡ йылдан ашыу уйнала һәм театрҙың алтын фондына инә. Йәнә «Тулҡынлана тәрән күл» һ. б. пьесалар яҙҙы.
Ҡадир Даян Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ике «Почёт Билдәһе» ордены менән наградлана.
Ҡадир Даян (тулы исеме Ҡадир Хәким улы Даянов) (14 февраль 1910 йыл — 19 октябрь 1975 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡадир Даян, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.