Ғәлиәкбәр Мәктәбе

Ғәлиәкбәр мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто.

Ғәлиәкбәр ауылында урынлашҡан. Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы

Ғәлиәкбәр мәктәбе
Ғәлиәкбәр Мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы

Нигеҙләнгән

1917

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы

Ғәлиәкбәр Мәктәбе
1962 йылда төҙөлә

Тарихы

Ғәлиәкбәр ауылы Өфө губернаһының иң төпкөл ауылдарының береһе була: оло ауыл, ҡасабаларҙан 45—50, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 100, Белореттан 200 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Революцияға тиклем ауылда 20-ләп кенә өй була.

1917 йылдың сентябрь айында Өфө мәҙрәсәһендә уҡыған мулла Хәлитов Хәмит Әнеүәр улы үҙ өйөндө балаларҙы уҡыта башлай, ә ҡыҙҙарҙы ҡатыны Сәжидә уҡыта.

Граждандар һуғышы башланып, дүрт ай ғына үткәс, 1918 йылдың февраль айында уҡыу туҡтатыла. Артабан уҡыу эшен ойоштора алмайҙар.

Һуғыш туҡтағас, уҡытыу-тәрбиә эшенә иғтибар итеү көсәйә. Ҡаһарманов Абдрахман Рауил улы, Көҙән ауылында Әхмәтша хәҙрәттә уҡып белем алғандан һуң, 1923—1924 уҡыу йылы Ғәлиәкбәр ауылында уҡыта.

1929—1930 йылдарҙа Байғаҙынан (Үҙән) ауылынан Мөхәмәтҡолов Сабирйән уҡытырға килгәс, мәсетте һорап ала. Сәғитов Хаммат һәм Сабирйән Мөхәмәтҡолов ололарҙы уҡыта.

1938 йылда башланғыс мәктәп 7 йыллыҡ, ә 1962 йылда һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Сәғитов Зәки Хаммат улы мәктәп директоры булып эш башлағас, иң беренсе мәктәп төҙөтөүҙе маҡсат итеп ҡуя, сөнки уҡыусылар мәсеттә һәм бер нисә өйҙә бүленеп уҡыйҙар. Ул ауылдың абруйлы ирҙәрен һәм уҡытыусыларҙы йыйып, Мәскәүгә хат яҙа. Шул осорҙа уҡытыусы булып эш башлаған, артабан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы булып киткән Марат Ғизетдин улы Муллағоловтың һүҙҙәре менән әйткәндә, ете ырыу башлығы йыйылып, аҡ батшаға хат яҙған кеүек, улар ҙа Мәскәүгә хат яҙалар. Хат иғтибарһыҙ ҡалмай, РСФСР мәғариф Министрлығы мәктәп төҙөүгә туранан-тура аҡса бүлә. Бүленгән аҡсаға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, 1961-1962 йылдарҙа, бөтә ауыл кешеләрен йәлеп итеп, заманына күрә ҙур ағас мәктәп төҙөтә. Экономияланған аҡсаға мәктәпкә өр-яңы «Беларусь» тракторы һәм пилорама һатып алалар. Зәки Хаммат улының оҫта етәкселеге һәм энтузиазмы арҡаһында Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбе, яҡшы үҫешкән мәктәп яны хужалығы булған, алдынғы уҡытыу-тәрбиә үҙәгенә әйләнә. Мәктәптең материаль базаһын нығытыу өсөн өҫтән бүленгәнде көтөп ултырмайҙар, пилорама һәм трактор мәктәпкә ҙур табыш сығанағы була. Ауылда берҙән-бер пилорама бөтә ауыл халҡын төҙөлөш материалы — таҡта менән тәьмин итә. Ауыл халҡының да көнкүреше яҡшыра. Мәктәптә 50-ләгән даданы булған ҡортсолоҡ эшен йәйелдерә. Мәктәптә бөтә ауылды тәьмин итерлек һуған, кәбеҫтә үҫтерелә. Йәйге хеҙмәт практикаһын малайҙар ҡортсолоҡта, ҡыҙҙар йәшелсә баҡсаһында үтә. 1982 йылда урта мәктәп асыла. 2005 йылда яңы типтағы мәктәп һалына.

2014 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенең филиалы итеп үҙгәртелә.

Етәкселәре

Уҡытыусылары, мәғариф өлкәһендә эшләүсе уҡыусылары

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

Фән өлкәһендә эшләүселәр

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары

  • Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимиадаһында 3-сө урын (1991 йыл). Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.
  • Башҡортостан уҡыусыларының бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында 3-сө урын. 2011 йыл. Аҫылғужина Рүзилә Рамаҙан ҡыҙы. Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.Портфолио (Маҡтау ҡағыҙы)
  • Башҡортостан уҡыусыларының бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында 3-сө урын. 2012 йыл. Әминева Азалия Ғәлим ҡыҙы. Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.
  • «XIII Кейекбаев уҡыуҙары» Республика ғилми-ғәмәли конференцияһы. 2015 йыл. 1 -се урын. Мөхәмәтова Айгүзәл Әбделвәхит ҡыҙы. Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.
  • «XIII Кейекбаев уҡыуҙары» Республика ғилми-ғәмәли конференцияһы. 2015 йыл. 1 -се урын. Ғәбитова Зиләрә Хәйҙәр ҡыҙы. Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.
  • Әминева Наҙгөл Илфат ҡыҙы (4-се класс уҡыусыһы) (2015 йыл) — Башҡортостан уҡыусыларының бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында 3-сө урын. Етәксеһе — Ҡаһарманова Х. А.

Видеояҙмалар

  1. Открытие школы в Галиакберово Открытие школы в Галиакберово

Традициялар

  • Ғәлиәкбәр мәктәбендә йыл һайын Илдар Ғәбитов (һуғыш хәрәкәттәрендә һәләк була, Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә (үлгәндән һуң)) исемендәге кубок өсөн волейбол ярышы үтә.
  • Уҡыу йылы аҙағында алдынғыларына Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы, Сәғитов Зәки Хаммат улы исемендәге премиялар тапшырыла.

Хәтер

Матбуғатта

Фотогалерея

Фотогалерея. Сығарылыш уҡыусылары

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Ғәлиәкбәр Мәктәбе ТарихыҒәлиәкбәр Мәктәбе ЕтәкселәреҒәлиәкбәр Мәктәбе Уҡытыусылары, мәғариф өлкәһендә эшләүсе уҡыусыларыҒәлиәкбәр Мәктәбе Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәрҒәлиәкбәр Мәктәбе Фән өлкәһендә эшләүселәрҒәлиәкбәр Мәктәбе Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарыҒәлиәкбәр Мәктәбе ВидеояҙмаларҒәлиәкбәр Мәктәбе ТрадицияларҒәлиәкбәр Мәктәбе ХәтерҒәлиәкбәр Мәктәбе МатбуғаттаҒәлиәкбәр Мәктәбе ФотогалереяҒәлиәкбәр Мәктәбе Фотогалерея. Сығарылыш уҡыусыларыҒәлиәкбәр Мәктәбе СығанаҡтарҒәлиәкбәр Мәктәбе ИҫкәрмәләрҒәлиәкбәр Мәктәбе ҺылтанмаларҒәлиәкбәр МәктәбеБашҡортостан РеспубликаһыБөрйән районыИҫке Собханғол мәктәбеҒәлиәкбәрҒәлиәкбәр ауыл советы (Бөрйән районы)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыЫрыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙыБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыСураш ҠалмырҙинПольшаКөрәшАдольф ГитлерИрекмәнлекӘл-Бәҡара сүрәһеЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыБатицкий Павел ФёдоровичБөйөк БританияБашҡорт шәжәрәһеЯһалма интеллектБанкПунтлендЭволюцияАфғанстанҠәҙим АралбайТауВикимедиа фондыЭҙләүҙе оптималлаштырыуӨфөФильмНуриев Рудольф Хәмит улыСиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улыЭякуляцияЯҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙыХәкимов Кәрим Әбдрәүеф улыКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыҠобайырБаш битБаймаҡ районыРәсәйҙә Граждандар һуғышыБактерияларПилотһыҙ осоу аппаратыСтәрлебаш районы2012 йылӘкиәтФинанстарТөркиәЭтКомпасСафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улыҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыҠылымБашҡорт телеБәйләүесМусин Ноғман Сөләймән улыБашҡорт теленең морфологияһыСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыНинтендо уйын картаһыҒилмани СадуакасСССР Дәүләт именлеге комитеты1873 йыл«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексыСергей Ковалёв (йүнсел)ҺүҙбәйләнешВикикитапханаБуранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улыАяҡ табаныЖаңһар (эпос)🡆 More