Пәйғәмбәр Шөғәйеп

Шөғәйеп (ғәр.

Библиялағы Иофор менән тиңләштерелә. Ҡөрьәндә 10 тапҡыр телгә алына.

Шөғәйеп
ғәр. شُعَيْب
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

проповедник, пастух

Тыуған көнө:

около 16 век до н.э.

Тыуған ере:

Мадьян[d]

Үлем көнө:

около 15 век до н.э.

Үлгән ере:

Махис[d]

Балалары:

дочь (жена Мусы)


Ҡөрьән шәхесе
Исеме башҡа телдәрҙә:

йәһ. יתרו

Тиңләнә:

христ. — Иофор
иуд. — Йитро

Категория:

Пророк (наби)

Ҡөрьәндә телгә алыу:

10 раз: 7:85—93, 26:176—189, 11:89—94 и др.

Кәрәмәт һәм билдәләр:

землетрясение и молния

Бәйле персонаждар:

Муса

Ваҡиғалар:

уничтожение мадианитян

Пәйғәмбәр Шөғәйеп Шөғәйеп Викимилектә

Тарихы

Мәдйән ҡәбиләһе Фәләстиндең көньяғында урынлашҡан. Был ҡәбиләнең бөтә кешеләре лә һатыу һәм һатып алыу ваҡытында хәрәмләшкән була. Мәдйәндәр сәйәхәтселәргә һөжүм итә, талау менән шөғөлләнә. Улар Аллаһтан ҡурҡмағандар, сөнки ялған илаһтарға табынғандар, шулар уларҙы яралтҡан тип уйлағандар.

Аллаһ уларға бер Аллаһҡа табынһындар, кешеләргә изгелек эшләргә, намыҫлы сауҙа алып барырға өйрәнһендәр өсөн Шөғәйепте ебәрә. Мәдйән халҡы пәйғәмбәрҙе кире ҡаға, туғандары булмаһа, уны хатта үлтерерҙәр ине. Шөғәйеп уларҙы Аллаһ юҡ итә алыуын иҫтәренә төшөрә, әммә Мәдйән халҡы уға ышанмай.

Артабан Шөғәйеп сауҙала алдашмау талабы менән Әл-Әйкәт халҡына юллана. Әйкәттәр ҙә пәйғәмбәрҙе кире ҡаға һәм уны алдаҡсы тип атай. Пәйғәмбәрлек миссияһын иҫбатлау өсөн күктән ярсыҡтар төшөрөүҙе талап итәләр.

Пәйғәмбәр Шөғәйеп 
Пәйғәмбәр Шөғәйеп ҡәбере, Иордания.

Ҡайһы бер кешеләр иман килтергән, Шөғәйепкә ҡушылып Мәдйәнгә килгән. Пәйғәмбәр Шөғәйеп Мәдйән һәм әл-Әйкәт халҡына, әгәр улар ерҙә фетнә ҡылыуҙы туҡтатмаһалар, Аллаһ язаһын бирәсәк тип аңлатыуын дауам итә. Халыҡтың аҡһаҡалдары, әгәр улар үҙҙәре тотҡан дингә ҡайтмаһа, Шөғәйептең диндарҙарын ҡаланан ҡыуасағын әйтә. Шөғәйеп мәжүсилек динен ҡабул итеүҙән баш тарта, шунан һуң уларға мөнәсәбәт насарайғандан-насарая башлай.

Кешеләрҙең бер ҡасан да ышанмаясағын аңлап, Шөғәйеп уларға Аллаһтың хөкөм сығарыуын һорай. 7 көн түҙгеһеҙ эҫенән һуң ер тетрәп, Мәдйән халҡы барыһы ла үҙ йорттарының емереклектәре аҫтында һәләк була, уларҙың береһе лә ҡотола алмай.

Шөғәйеп һәм уның диндәштәре ер тетрәүҙән ҡотолоп ҡала. Шунан һуң Шөғәйеп бик оҙаҡ йәшәй. Аллаһ уны йомарт бүләкләй. Шөғәйептең меңләгән кәзә һәм һарыҡтары була, уларҙы пәйғәмбәр үҙе ҡарай һәм көтә.

Шөғәйеп ҡәберҙәре

Ҡөрьәндә Пәйғәмбәрҙең вафат булған урыны күрһәтелмәгән һәм ерләнгән урыны буйынса һәр хәлдә дүрт версия бар.

  • «Пәйғәмбәрҙәр Тарихы» китабына ярашлы (О. Н. Топбаш) пәйғәмбәр Шөғәйеп Ҡәғбә янында Мәккәлә ерләнгән.
  • Курд версияһы — Вираншәһәр янында Шәһри Шөғәйеп тигән ерҙә.
  • Иордан версияһы — Вади-Шөғәйеп үҙәнендә.
  • Друздар версияһы — Фәләстиндә Нәби Шөғәйептә.

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. [908 Шөғәйеп] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. Шу’айб // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 301. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Шөғәйеп / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 646.

Tags:

БиблияИсламНәбиПәйғәмбәрҙәрХалыҡ-ара фонетик алфавитҒәрәп телеҠөрьән

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

1911 йыл1949 йылСифатПалеолитРизаитдин ФәхретдиновӨлкөндөХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыБелорет районы мәктәптәреБаймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбеАпартеид15 майРадиоЭякуляция1950 йылЯпония1958 йыл1955 йылБолгар телеВьентьян10 ғинуарҠәҙим АралбайХәбиров Фәрит Барый улыАятХань (халыҡ)АлгебраБөйөк Ебәк юлыӘхмәтов Сафа Әхмәт улыМейесЕте ырыу бағанаһы (Бөрйән районы)Ислам тарихыШарль де МонтескьёВенесуэлаВьетнамМайкл ДжексонБашҡортостан Хөкүмәте1981 йылОдинБойҙайТаулы-Карабах РеспубликаһыГабонПластов Аркадий АлександровичӨхүд һуғышыИстанбул1886 йылҠытай календарыXiaomiГалилео ГалилейБәләбәй (йылға)9 декабрьМәшһәдИранИсламабадКалининград өлкәһеХалыҡтар Дуҫлығы орденыСя (династия)Яҡтылыҡ18 августҠыпсаҡХристианлыҡКвадрат километрБаҡыӘл-ҠаидәУкраинаАрғаяш кантоныАурангзебКөньяҡ АзияМуҡшы телеАлмаш (һүҙ төркөмө)Хань (династия)🡆 More