Чуле монастыры йәки Чулеви монастыры — XIV быуаттың Изге Георгий хөрмәтенә аталған көмбәҙле ҡорамы.
Грузияла Тарихи Самцхе-Джавеки төбәгенең Адигени муниципалитетында урынлашҡан.
Чуле монастыры | |
груз. ჭულევის მონასტერი | |
Нигеҙләү датаһы | XIV быуат |
---|---|
Принадлежит к | Грузинская православная церковь[d] |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Самцхе-Джавахети[d] |
Урын | Адигенский муниципалитет[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Чуле монастыры Викимилектә |
Ул Сапара һәм Зарзма монастырҙарының архитектура төркөмөнә ҡарай. Улар менән ҡорамдың планы һәм эске арауығы, сығынтыһыҙ тура мөйөшлө формаһы, алтарь стеналарына терәлеп торған көмбәҙе, бағана формаһындағы ике тәреһе оҡшаш, әммә күләме буйынса уларҙан бәләкәйерәк. Сиркәүҙең көнбайыш һәм көньяҡ яҡтан ике инеү урыны бар. Сиркәүҙе 1381 йылда Арсен биҙәй. Көньяҡ стенала инеү урынының өҫ яғында бер нисә ирҙең портретын күрергә мөмкин. Былар Джакели ғаиләһенең ағзалары: Саргис-Саба, Бек I, Саргис II, Кваркваре I, Шалва. Алтарҙың апсидаһында ике ниша бар. Фрескаларҙың ҡалған өлөштәрендә Изге Яҙманан тарихтар бирелә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Чуле монастыры, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.