Ишморатов Хәләф Хәлфетдин Улы

Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы (2 февраль 1960 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.

«Башлеспром» йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры 2005

Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Ишморатов Хәләф Хәлфетдин Улы СССР
Ишморатов Хәләф Хәлфетдин Улы Рәсәй
Тыуған көнө 2 февраль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Яңы Уҫман, Байғаҙы ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрө дәүләт хеҙмәткәре[d] һәм йәмәғәт эшмәкәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены

Биографияһы

Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов 1960 йылдың 2 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Уҫман ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған.

1971—1976 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы 2-се интернат-мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында) урта белем ала. 1976—1981 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультеты студенты, йәмәғәтсе.

1982—1985 йылдарҙа — Баймаҡ районында «Йылайыр» совхоз-техникумы уҡытыусыһы.

1985—1990 йылдарҙа- ВЛКСМ-дың Баймаҡ райкомының икенсе, беренсе секретары.

1990—1994 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, секретары. 1994 йылда — хужалыҡ эшендә.

1994—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры.

1995—2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары. Социаль мәсьәләләр, мәҙәниәт өлкәһендәге эштәр өсөн яуаплы була, ошо йылдарҙа мәҙәниәт өлкәһендәге яңырыу процессында әүҙем ҡатнаша. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Милли йәштәр театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры төҙөлөшө менән етәкселек итә.

2005 йылдан — «Башкирская лесопромышленная компания» ААЙ-ның күҙәтеү советы рәйесе, артабан ЛХК «Башлеспром» ААЙ-ның директорҙар Советы рәйесе.

Тарих фәндәре кандидаты (2005).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.
  • Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
  • «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

Ҡатыны Гүзәл менән өс ҡыҙ, бер малай тәрбиәләй.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

personarb.ru/index.php?categoryid=15&nomer=958128

cheloveknauka.com › Исторические науки › Отечественная история

Tags:

Ишморатов Хәләф Хәлфетдин Улы БиографияһыИшморатов Хәләф Хәлфетдин Улы Йәмәғәт эшмәкәрлегеИшморатов Хәләф Хәлфетдин Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреИшморатов Хәләф Хәлфетдин Улы ҒаиләһеИшморатов Хәләф Хәлфетдин Улы ИҫкәрмәләрИшморатов Хәләф Хәлфетдин Улы ҺылтанмаларИшморатов Хәләф Хәлфетдин Улы1960 йыл2 февральБашҡортостан РеспубликаһыДәүләт Йыйылышы — ҠоролтайСалауат Юлаев ордены

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ГамеланПономарёв Руслан ОлеговичСайтЯмал-Ненец автономиялы округыХижәзБерлинРәсәй ФедерацияһыМәҫәлКонституцион монархияБатыршаСәлимов Ниязбай Булатбай улыЙәйәләр25 апрельМайкл ДжексонИлЫрыу (биология)Башҡорт телендә аффиксация18 августҠош юлыИсем (һүҙ төркөмө)Миңлеханов Рөстәм Нурғәли улыҠаҙағстанРостов АренаБашҡорт дәүләт университетыЭрзә телеГрецияАсыҡ контентХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөҠалаҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыХисамов Ғәлим Афзал улыТаралған йондоҙҙар тупланмаһыКомиксТөҙөлөшМакедон телеЯнышев Фәнис Фәтих улыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы23 апрельТәкәләр (ырыу)Япония24 ғинуарХалыҡ-ара валюта фондыНефтьМоро ислам азат итеү фронтыБернсдорф (район Цвиккау)Бикбаев Рауил Төхфәт улыНауруз көжөһөОҙон көй21 мартЭякуляцияЙола1922 йылШарль де ГолльГеорг Вильгельм Фридрих ГегельАйғырБашҡортостан байрамдарыИслам тарихыГригориан стилеИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙы2012 йылСатурн (планета)Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улыЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыБашҡорт ВикипедияһыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүXIX быуатКорея Республикаһы🡆 More